Эстәлеккә күсергә

Үҙән (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үҙән
Нигеҙләү датаһы 19 июнь 1928
Нигеҙләүсе Таш-Күстән
Дәүләт  СССР
Карта

Уҙән (рус. Узянь) — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Урғаҙа ауылының микрорайоны. 1968 йылда БАССР-ҙың Баймаҡ районы Йылайыр иген совхозының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы составына индерелә[1].

Район үҙәге Баймаҡ ҡалаһынан көньяҡҡа табан 40 км алыҫлыҡта, Урғаҙа йылғаһы буйында, урынлашҡан[2].

Ҡасабаға нигеҙ һалыусы Һамар өлкәһе башҡорттары 1928 йылдың 19 июнендә Баймаҡ еренә аяҡ баҫа. Рәсми рәүештә ауылға нигеҙ һалыу датаһы 1928 йылдың 19 июне билдәләнә. Тәүҙә ете ғаилә күсеп килә[3]. Башта ауылға Өс Үҙән атамаһы бирелә, рәсми рәүештә урыҫ телендә Узянь тип, ә халыҡ араһында ҡыҫҡартылып Үҙән тип йөрөтөлә башлай. Үҙән атамаһы нигеҙ һалыусыларҙың йәйләү урындары иҫтәлегенә ҡушылған — Урал казак ғәскәренең Узянь тирәһе ерҙәре [1].

Шулай итеп, Үҙән ауылы 1928 йылда Һамар губернаһы Имәләй улусы Таш-Күстән (Ташбулат) (бөгөн Һамар өлкәһе Оло Глушица районының Көньяҡ муниципаль берәмеге ауыл биләмәһе) башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән. Һамар өлкәһендә йәшәгән бөрйән ырыуы башҡорттары ата-бабалар еренә ҡайтырға йөрьәт итәләр.

Һуңғараҡ, 1930-сы йылдарҙа, Йылайыр кантонында йылҡы совхозы ойошторола башлағас, Үҙән ауылына Һамар өлкәһе Ғайсар, Акир һәм Йәнғол ауылдары башҡорттары ла күсеп киләләр.

1928 йылдан алып 1930 йылдың 20 авгусына тиклем — Үҙән ауылы БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы Яңғаҙы ауыл Советы ҡарамағында була. 1930 йылдың 20 авгусынан алып 1933 йылдың 20 сентябренә тиклем — БАССР-ҙың Баймаҡ-Таналыҡ районы Баймырҙа ауыл Советы, 1933 йылдың 20 сентябренән алып 1955 йылға тиклем — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Баймырҙа ауыл Советы составында, 1955 йылдың 9 июленән алып 1959 йылға тиклем — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауыл Советы составында, 1959 йылдың 9 июленән 1968 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауыл Советы составында. 1968 йылда Үҙән ауылы Баймаҡ районы Йылайыр иген совхозының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы составына индерелә[1].

1928—1930 йылдарҙа Үҙән ауылы БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Таналыҡ улусының «Яңы Үҙән» йәмәғәт ер эшкәртеү ширҡәте составында була[2], 1930—1933 йылдарҙа Баймаҡ-Таналыҡ районының «Яңы Юл» колхозы составында, 1933—1951 йылдарҙа Баймаҡ районының «Яңы Юл» колхозы составында, 1951—1957 йылдарҙа — Баймаҡ районының «Яңы тормош» колхозы составында.

Мәктәп тарихынан (1935—1957)[1]

Үҙән ауылында балаларҙы уҡытыу өсөн 1935 йылда башланғыс мәктәп асыла. Тәүге мәктәп мөдире — Ғиниәт Дәүләтшин, ул 1935—1937 йылдарҙа эшләй, һуңғараҡ һуғыш осоронда, 1942 йылдың 7 мартынан алып 23 ноябренә тиклем мөдир вазифаһын башҡара. Артабан мәктәп мөдирҙәре булып Сәлим Хужабаев (1937 йылдың 26 июле — 23 июня 1938 йылдың 23 июне), Ғәзизов (1938—1940), Мәлифа Бикмырҙина (1940—1942 йылдың 7 марты), Ғәлимә Ноғоманова (1942 йылдың 23 ноябре — 1943 йылдың 10 ғинуары), Хәмиҙә Салихова (1943 йылдың 11 ғинуарынан 1 авгусына тиклем), Гөлйемеш Нурлыбаева (1943 йылдың 1 ноябре — 1946 йыл), Әнүәр Абдрахманов (1946—1954 йылдар), Фатиха Әбүбәкерова (1954—1957 йылдар), Венера Бикметова (1957 йыл).

Үҙән ауылының тарихи халыҡ һаны:

1929 йылда 40 йортта 197 кеше йәшәгән, 1930 йылда — 43 йортта 221 кеше, 1933 йылда — 57 йортта 298 кеше; 1939 йылда — 372 , 1944—1945 йылдарҙа — 266, 1946—1948 йылдарҙа — 296, 1959 йылда 221 кеше йәшәгән.

Ырыу аралары[1].

— ай-һай, айыу, апанды, атайсал, биш һары, бүре, ирлән, ҡалтырсаҡ, ҡыҙыу араһы, ҡаракөтән, ҡаратун, ҡашыҡ бирмәҫ, кәзә, мышы, нураткул, сәйфетдин, сапин (сапый), соҡсор, йыуан ҡуныс араһы, тамъян, трауай (торобай) токомо, туғыҙ ҡаҙан.

Үҙән халҡы малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнә.

1930 йылда «Яңы Юл» колхозының ер майҙаны (рәйесе — Яҡупов) — 120 гектар бойҙай һәм 15 гектар һоло тәшкил итә. Үҙән халҡының бесән сабыу урындары була — барыһы 210 гектар ер, сөнки шәхси хужалыҡтарҙа 224 мал башы аҫырала: 75 баш йылҡы малы, 115 эре мөгөҙлө мал, 16 һарыҡ, 4 кәзә һәм 14 дөйә[2].

1936 йылда колхоз балансында канцелярия, магазин, келәт, ферма мәктәп участкаһы (2,30 га) иҫәптә тора, унан тыш, зыярат — 2 га, емтек ерләнгән урын — 2 га, район әһәмиәтендәге юл — 23,04 га, шәхси хужалыҡтарҙа сабынлыҡтар итеп файҙаланыу өсөн ерҙәр — 8,30 га, совхоз эшселәренең усадьба ере — 1,47 га. Бөтәһе — — 49,11 га. Колхоз файҙаланыуында 2491,39 га була[1].

Сиҙәм үҙләштереү осоронда колхоз — «Йылайыр» совхозына, ә Үҙән ауылы Яковлевка ауылына ҡушыла (1968)[2].

Шәжәрә байрамдары 2018 йылдың 4 июлендә Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында Үҙән ауылының (хәҙер Урғаҙа ауылының микрорайоны) 90-йыллығы киң билдәләнә. Һамар өлкәһенән 50 кеше ҡунаҡҡа килә. Байрам бик әҙерлекле һәм йәнле үтә. Урғаҙа ауылында Һамар башҡорттарына арналған иҫтәлекле таш ҡуйыла[3].

Ауылдың билдәле шәхестәре[1]

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— Бикбаева Гөлгенә Хәмзә ҡыҙы — Баймаҡ районы Йылайыр ауыл Советы рәйесе (1973—1975), Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы хакимиәте эштәре менән идара итеүсе (1998—1999), Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Сибай ойошмаһы рәйесе (2012 йылдан);

— Ҡадыров Ғәйзулла Ғәлеасҡар улы — Баймаҡ районы Йылайыр һәм Иҫке Сибай мәктәптәре директоры, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1944, 1945).

— Ҡадыров Ҡужахмәт Ғәлеәҡбәр улы — II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

— Сынбулатова (Дәүләтшина) Мәрғүбә Абдулла ҡыҙы — СССР Фәндәр Академияһы Башҡорт филиалының Тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, Башҡортостан китап нәшриәте хеҙмәткәре, күренекле ғалим Ғ. Дәүләтшиндың «Ғаббас Дәүләтшин. Һайланма ғилми хеҙмәттәр» (Уфа, 2012) 3 томлы хеҙмәттәр баҫмаһын төҙөүсе.

— Солтанов Марс Урал улы — «Баймаҡҡа фиҙакәр хеҙмәте өсөн» почетлы билдәһе кавалеры (2016).

— Солтанов Рәйес Зөлкәрнәй улы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986).

— Фаттахова Рәшиҙә Ғәзиз ҡыҙы — «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы» почетлы билдәһе кавалеры (1984), «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы» (1986), «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» почетлы исемдәр кавалеры(2007).

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 М. М. Маннапов. Историческая справка по д. Узян (Үҙән ауылы) Баймакского района
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с. Ред.составитель А. Багуманов
  3. 3,0 3,1 Һаумыһығыҙ ауылдаштар (Үҙән ауылы)
  1. Һаумыһығыҙ ауылдаштар (Үҙән ауылы)