Үҫемлектәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Үҫемлектәр
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Plantae

Бүлендек таксондар
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   202422

Үҫемлектәр (lat.Plantae, Vegetabilia) — биологик батшалыҡ, күп күҙәнәкле организмдарҙың төп төркөмө. Уға 350 меңдән артыҡ организм, шул иҫәптән ылымыҡтар, мүктәр, ҡаҙаяҡтар, ҡырҡбыуындар, көкөрт үләндәре (плаун) , яланғас һәм ябыҡ орлоҡло сәскәле үҫемлектәр инә. Үҫемлектәрҙе ботаника фәне өйрәнә.

Органик донъяла урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Органик донъя эсендә Вирустар, Прокариоттар, Бәшмәктәр, Үҫемлектәр, Хайуандар батшалыҡтарын бүлеп йөрөтәләр( төркөмләү буйынса бер аҙ айырмаһы булған икенсе төрлө ҡараштар ҙа бар).Бәшмәктәр, үҫемлектәр менән хайуандар эукариоттар булып торалар.

Үҫемлектәрҙе башҡа батшалыҡ вәкилдәренән айырып торған төп билдәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Үҫемлектәргә хас пигменттарҙың:хлорофилл, каротин, каротиноидтар, антоциан һ.б булыуы
  2. Фотосинтез. Автотрофия.
  3. Пластидтар.
  4. Күҙәнәк стенкаһының(диуары) төҙөлөш  матдәһе – целлюлоза.
  5. Күҙәнәк һуты тупланған эре вакуолдәре була.
  6. Ғүмере буйына үҫергә һәләтлеләр, йәғни сикләнмәгән үҫеү һәләтенә эйәләр.
  7. Төп запас матдәһе - крахмал.
  8. Күҙәнәктең бөтә өҫкө йөҙө аша,йәғни осмос юлы менән туҡланалар.
  9. Субстратҡа беркетелгәндәр(бик әҙҙәренән тыш).
  10. Үҫеү һәм үҫеш фитогормондар ярҙамында көйләнә.

Органик донъя систематикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Геккель (1894)
Өс батшалыҡ
Уиттекер (1969)
Биш батшалыҡ
Вёзе (1977)
алты батшалыҡ
Вёзе (1990)
Өс домен
Кавалир-Смит (1998)
Ике домен һәм ете батшалыҡ
Хайуандар Хайуандар Хайуандар Эукариоттар Эукариоттар Хайуандар
Үҫемлектәр Бәшмәҡтәр Бәшмәҡтәр Бәшмәҡтәр
Үҫемлектәр Үҫемлектәр Үҫемлектәр
Иң ябайҙар Иң ябайҙар Хромистар
Протистар Протисттар
Monera Архейҙар Архейҙар Прокариоттар Архейҙар
Эубактериялар Эубактериялар Эубактериялар

Үҫемлектәр батшалығы ике ваҡ батшалыҡҡа бүленә:[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1. Түбән төҙөлөшле үҫемлектәр: ылымыҡтар инә (35 мең төр тирәһе)

Төп билдәләре:бер күҙәнәкле, өйкөм(колония), күп күҙәнәкле еп, ҡатлам фиғылында(таллом); туҡыма һәм ағзаларға махсуслашмаған; үрсеүе споралар ярҙамында(енси булмаған юл) һәм гаметалар ярҙамында (енси юл); төп йәшәү урындары-һыу мөхите.

2. Юғары төҙөлөшле үҫемлектәр. Төп билдәләре: туҡыма(япҡыс,яһағыс, механик, үткәргес,төп туҡымалар) һәм вегетатив һәм  репродуктив (үрсеү)ағзаларына махсуслашыу; йәшәү циклында енси һәм енси булмаған быуындары алмашына; төп йәшәү урындары-ҡоро ер мөхите.

2.1.Юғары төҙөлөшле  споралылар: (мүк һымаҡтар) һәм көпшәле споралылар(көкөрт үләндәре, ҡырҡбыуындар, ҡаҙыяҡтар);

2.2. Юғары төҙөлөшле  орлоҡлолар:яланғас орлоҡлолар һәәм ябыҡ орлоҡлолар(сәскәле үҫемлектәр)


Үҫемлектәрҙең күп төрлөлөге
  Бүлектәр Русса
исеме
Төрҙәр
һаны
Йәшел ылымыҡтар Chlorophyta Йәшел ылымыҡтар 13 000 — 20 000[1]
Charophyta Харофиттар 4000—6000[2]
Мүк һымаҡтар Marchantiophyta Печеночный мүктәр 6000—8000[3]
Anthocerotophyta Антоцерот мүктәр 100—200[4]
Bryophyta Мүк һымаҡтар 10 000[5]
Көпшәле споралылар Lycopodiophyta Көкөрт үләндәре 1200[6]
Pteridophyta Ҡаҙыяҡ һымаҡтар 11 000[6]
Equisetophyta Ҡырҡбыуын һымаҡтар 15[7]
Орлоҡло үҫемлектәр Cycadophyta Саговник һымаҡтар 160[8]
Ginkgophyta Гинкго һымаҡтар 1[9]
Pinophyta Ылыҫлылар 630[6]
Gnetophyta Гнет һымаҡтар 70[6]
Magnoliophyta Сәскәле үҫемлектәр 281 821[10]


Әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ерҙәге тереклектең йәшәүе үҫемлектәрһеҙ мөмкин түгел. Барлыҡ организмдарҙан тик үҫемлектәр генә(шулай уҡ,бактерияларҙың бер аҙ өлөшө ) ҡояш энергияһын органик булмаған матдәләрҙән органик матдәләр етештереүгә тотоноп, тәндәрендә энергия туплай ала.Атмосферанан CO2 йотоп һәм O2. бүлеп Ерҙең атмосфераһын көйләй.Тереклекте һулыш өсөн кәрәк булған O2 менән тәьмин итә.. Үҫемлектәр –гетеротроф организмдар, шулай уҡ кеше өсөн дә аҙыҡ сылбырының төп быуыны булып тора. Дала, туғай, урман һәм башҡа экосистемалар төҙөп, Ерҙең иҫ китмәле,ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле бер ландшафтын, бөтә батшалыҡ вәкилдәре өсөн экологик нишаларҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ төрлөлөген хасил итә.Уларҙың туранан-тура эшмәкәрлеге менән генә тупраҡ яһала.

Аҙыҡ сәнәғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҫемлектәрҙе культуралаштырыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кеше тарафынан 100 ботаник ырыуға ҡараған 2000 төр тирәһе үҫемлек культуралаштырылған. Күпселеге Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренә тура килә. Хәҙерге ваҡытта был Ираҡ, Иран, Иордания, Израиль һәм Фәләстин Дәүләте биләмәләренә тура килә. Боронғо игенселәр вегетатив юл менән үрсетеү(клонлаштырыу)һәм туған-ара ҡауыштырыу (инбридинга) ысулын яҡшы белгәндәр. Мәҫәлән, картуф һәм емеш ағастары клонлаштырыуға миҫал булып торалар. Аҙыҡ аша алынған туҡлыҡлы матдәләр углеводҡа һәм аҡһымға бай (бойҙай, арпа)уҫемлектәргә тура килә. Шулай ҙа, был үҫемлектәрҙә аминокислоталары төрө тулы түгел(лизин, метионин). Был ҡыяҡлыларға өҫтәмә итеп, боронғо игенселәр ҡуҙаҡлы үҫемлектәр ҙә үҫтергәндәр — борсаҡ, яҫмыҡ, кәрешкә. Арыш барынан да аҙағыраҡ культуралаштырылған. Үҙ-үҙенән һеркәләнеүсе етен орлоҡтарында майҙың микдары бик юғары булыуы аҙыҡ аша алына торған туҡлыҡлы матдәләрҙе тулыландырып та ҡуйған(май, аҡһым, углевод).

Был үҫемлектәр ҡулға эйәләштереү үҙәктәренән тарала барып, бөтә донъяға халҡы өсөн аҙыҡ сығанағына әйләнгәндәр.Күп үҫемлектәр Көньяҡ-Көнсығыш Азияла(үҙ-үҙенән һеркәләнесе мамыҡ, дөгө,сорго, арахис.) культураға индерелгәндәр.

Хәҙерге ваҡытта таралған үҫемлек культуралары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иң беренсе урында икмәк культуралары (бойҙай, дөгө,кукуруз, тары, сорго, арпа, арыш,һоло )һәм төрлө ярма культуралары тора.Уртаса климат шарттарында –картуф, көньяҡ өлкәләрҙә — батат, ямс, ока, таро һәм башҡалар киң таралыу алған.др.Күпләп аҡһымдарға бай ҡуҙаҡлы (фасоль, борсаҡ, нут,кәрешкә һ.б.), шәкәр биреүсе(шәкәр сөгөлдөрө , шәкәр ҡамышы ) үҫемлектәр, күп төрлө май (көнбағыш, арахис, зәйтүн һ.б.), емеш, еләк,йәшелсә һәм башҡа культуралы үҫемлектәр үҫтерелә.. Йәмғиәтте — чая, кофе, какао, виноград һәм тәмәкеһеҙ күҙ алдына килтереүе бик ҡыйын .Малсылыҡ ҡырағай һәм сәсеп үҫтергән мал аҙығы культураларына нигеҙләнеп кенә йәшәй ала. Еңел сәнәғәт Мамыҡ, етен, киндер, рами, джут, кенаф, сизаль һәм бик күп башҡа сүсле үҫемлектәр кешене кейем-һалым һәм техник туҡымалар менән тәьмин итә.

Ағас эшкәртеү сәнәғәте[үҙгәртергә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл һайын төҙөлөш материалы, целлюлоза һ.б бик күп ағас ҡырҡыла. Йыл һайын төҙөлөш материалы, целлюлоза алыу өсөн һәм башҡа маҡсаттарҙа бик күп урман ҡырҡыла.

Энергетика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ташкүмер,һоро күмер, торф –боронғо үҫемлектәр тарафынан туплап алып ҡалынған ҡояш энергияһының һаҡламы ул

Медицина һәм химия.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ хужалығы, медицина, фармокопея, етештереү сәнәғәтенең төрлө өлкәләре өсөн дә бөтмәҫ-төкәнмәҫ сеймал сығанағы булып торалар.Уларҙан дарыуҙар, препараттар, витаминдар,тәбиғи каучук, ҡиммәтле ыҫмалалар, ҡабыҡ һуты , эфир майҙары, буяғыс матдәләр, лак һ.б. бик күп хужалыҡ өсөн кәрәк булған продукттар алалар.

Экология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп статья: Үҫемлектәр экологияһы

Үҫемлектәр япмаһы атмосфераны кислород менән тәъмин итә һәм экосистемалар өсөн органик материал, энергия сығанағы булып тора.Фотосинтез хәҙерге атмосферала кислород, углекислый газ һәм башҡа һауа компоненттарының нисбәтен бер кимәлдә торорлыҡ итеп көйләй. Бик әҙҙәренән башҡа(анаэробтар) бөтә организмдар ҙа аэробтар, йәғни,кислородҡа мохтаждар. Экосистемаларҙың барыһында ла тиерлек үҫемлектәр аҙыҡ сылбырының нигеҙен тәшкил итәләр.Ҡоро ер үҫемлектәре һыу һәм башҡа биохимик циклдарҙың мөһим компоненты булып тора.Ҡайһы берҙәре азот үҙләштереү бактериялары аша биосферала азот әйләнешендә ҡатнашалар.Үҫемлек тамырҙары тупраҡ яһалыуҙа ҡатнаша, уны эрозиянан һаҡлай.

Үҙ-ара экологик бәйләнештәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хайуандар менән үҫемлектәр араһында тығыҙ үҙ-ара бәйләнештәр йәшәй.Күп кенә бөжәктәр сәскәле үҫемлектәр өсөн һеркәләндереүсе булып торалар.Бындай ” хеҙмәттәре” өсөн үҫемлектәр бөжәктәрҙе өсөн туҡлыҡлы аҙыҡ: нектар һәм һеркәләр менән тәъмин итәләр.Емештәре менән туҡланыусы хайуандар тиҙәктәре менән бергә орлоҡтарҙы тараталар.Бик күп үҫемлектәр менән бәшмәктәр араһында симбиоз мөнәсәбәттәре урынлашҡан (микориза). Бәшмәктәр үҫемлектәргә тупраҡтан һыу һәм минераль матдәләрҙе алырға ярҙам итһә, үҫемлектәр уларҙы органик матдәләр менән тәъмин итә. Шулай уҡ, эндофиттар – үҫемлек эсендә тереклек итеп, хужа-организмдың үҫешенә булышлыҡ итеүсе симбиотик бәшмәктәр ҙә була.

Паразитлыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Венерина мухоловка — Төньяҡ Америкалағы йыртҡыс үҫемлек

  Паразит үҫемлектәр түбән төҙөлөшлө, шулай уҡ юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр араһында ла осрай.Улар ауыл хужалығына ҙур ғына зыян килтерәләр Йыртҡыс үҫемлектәр


Йыртҡыс үҫемлектәрҙең 500 –ҙән ашыуыраҡ төрө билдәле. Ундай үҫемлектәр, ғәҙәттә, минераль тоҙҙарға, туҡлыҡлы матдәләргә ярлы булған тупраҡта үҫә. «Йыртҡыслыҡтары » тупраҡта азот етмәүгә бәйле.Шуға ла, йыртҡыс үҫемлектәр етмәгән азотты бөжәктәрҙең һәм башҡа хайуандарҙың тәненән алалар.Уларҙың ҡорбанын аулау өсөн махсус яйланмалары була. Рәсәйҙә урмандарында иң билдәлеһе –Ысыҡ үләне Росянка круглолистная (Drosera rotundifolia).Был үҫемлектең япраҡ ситтәрендә ысыҡҡа оҡшаған йәбешкәк матдә бүленеп сыға. Шул “ысыҡ”ҡа ымһынып ултырған бөжәк йәбешһә, ысҡына алмай.Ҡорбан ”ысыҡ”тың аш һеңдереү һуттары тарафынан һеңдереүгә дусар ителә.Тағы ла, киң билдәле йыртҡыс үҫемлектәр булып венерина мухоловка, дарлингтония, жирянка, росолист тора.

Шулай уҡ, ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Флора
  • Индикатор үҫемлектәр
  • Үҫемлек хоҡуҡтары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Van den Hoek, C., D. G. Mann, & H. M. Jahns, 1995. Algae:An Introduction to Phycology. pages 343, 350, 392, 413, 425, 439, & 448 (Cambridge: Cambridge University Press). ISBN 0-521-30419-9
  2. Van den Hoek, C., D. G. Mann, & H. M. Jahns, 1995. Algae:An Introduction to Phycology. pages 457, 463, & 476. (Cambridge: Cambridge University Press). ISBN 0-521-30419-9
  3. Crandall-Stotler, Barbara. & Stotler, Raymond E., 2000. «Morphology and classification of the Marchantiophyta». page 21 in A. Jonathan Shaw & Bernard Goffinet (Eds.), Bryophyte Biology. (Cambridge: Cambridge University Press). ISBN 0-521-66097-1
  4. Schuster, Rudolf M., The Hepaticae and Anthocerotae of North America, volume VI, pages 712—713. (Chicago: Field Museum of Natural History, 1992). ISBN 0-914868-21-7.
  5. Buck, William R. & Bernard Goffinet, 2000. «Morphology and classification of mosses», page 71 in A. Jonathan Shaw & Bernard Goffinet (Eds.), Bryophyte Biology. (Cambridge: Cambridge University Press). ISBN 0-521-66097-1
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Raven, Peter H., Ray F. Evert, & Susan E. Eichhorn, 2005. Biology of Plants, 7th edition. (New York: W. H. Freeman and Company). ISBN 0-7167-1007-2.
  7. Ҡалып:APWeb
  8. Gifford, Ernest M. & Adriance S. Foster, 1988. Morphology and Evolution of Vascular Plants, 3rd edition, page 358. (New York: W. H. Freeman and Company). ISBN 0-7167-1946-0.
  9. Taylor, Thomas N. & Edith L. Taylor, 1993. The Biology and Evolution of Fossil Plants, page 636. (New Jersey: Prentice-Hall). ISBN 0-13-651589-4.
  10. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; IUCN-2010 төшөрмәләре өсөн текст юҡ

Ябыҡ орлоҡлолар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яланғас орлоҡлолар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙаяҡ һымаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мүк һымаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ылымыҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Имән япрағы Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.