Үҫемлектәр физиологияһы
Үҫемлектәр физиологияһы | |
Үҫемлектәр физиологияһы Викимилектә |
Үҫемлектәр физиологияһы (от греч. φύσις — тәбиғәт, греч. λόγος — тәғлимәт) — үҫемлек[1] организмдарының функциональ әүҙемлеге тураһында фән.
Үҫемлектәр физиологияһы тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫемлектәр физиологияһы XVII—XVIII быуаттарҙа барлыҡҡа килә. Был фәнгә нигеҙҙе итальян табип һәм биолог М. Мальпигинең «Үҫемлектәрҙең анатомияһы» һәм инглиз табибы һәм ботаник С. Гейлстең «Үҫемлектәр статикаһы» тигән классик хеҙмәттәре һала. Үҫемлектәр физиологияһы тигән термин тәүләп Ж.Сенебье тарафынан 1800 йылда «Physiologie végétale» тигән трактатында тәҡдим ителә.
Был трактатына фән буйынса ул ваҡытҡа билдәле булған бөтә мәғлүмәтте туплай. Шулай уҡ, үҫемлектәр физиологияһының төп бурыстарын, уның өйрәнеү предметын һәм ҡулланылған ысулдарын билдәләй.
XIX быуатта үҫемлектәр физиологияһы сиктәрендә, уның төп бүлектәре : фотосинтез, һулыш, һыу режимы, минераль туҡланыу, матдәләр транспорты , үҫеү һәм үҫеш, хәрәкәт, ҡуҙғыусанлыҡ, үҫемлектәрҙең тотороҡлолоғо, үҫемлектәрҙең эволюцион физиологияһы айырыла .
XX быуаттың тәүге яртыһында үҫемлектәр физиологияһында һулыш һәм фотосинтез процестарының биохимик механизмдары өйрәнеү төп йүнәлеш булып үҫеш ала.
Бер үк ваҡытта фитоэнзимология, үҫемлек күҙәнәктәре физиологияһы, эксперименталь морфология һәм үҫемлектәрҙең экологик физиологияһы үҫеш юлына сыға. Үҫемлектәр физиологияһы ике үҙаллы фәнни дисциплинаға: микробиология һәм агрохимияға башланғыс бирә.
XX быуаттың икенсе яртыһында биохимия , молекуляр биология, биофизика һәм биологик моделләштереү, цитология, үҫемлектәр анатомияһы һәм генетикаһы фәндәрен берләштереү тенденцияһы күҙәтелә.
Ғалимдар араһында молекуляр һәм субкүҙәнәк кимәлендә тикшеренеүҙәргә ҡыҙыҡһыныуҙар арта бара. . Шул уҡ ваҡытта үҫемлек организмының бер бөтөн булараҡ эшмәкәрлеген көйләү механизмдарын өйрәнеүгә иғтибар көсәйә.
Нәҫел мәғлүмәтен тормошҡа ашырыу механизмдарын асыҡлау буйынса тикшеренеү эштәре ҡырҡа әүҙемләшә. Көйләү системаһында мембрананың ролен, фитогормондарҙың тәьҫир итеү механизмдарын өйрәнеүгә иғтибар ҡырҡа арта.
Үҫемлек физиологияһының йылдам үҫеше биотехнологияла, ауыл хужалығының һәр яҡтан күтәрелешендә яңы мөмкинлектәр аса. Ауыл хужалығы практикаһына үҫемлектарҙең үҫешен көйләүсе матдәләр, гербицид һәм фунгицидтар инә.
Үҫемлектәр физиологияһы бурыстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үҫемлектәрҙең йәшәү эшмәкәрлеге ҡанундарын өйрәнеү.
- Ауыл хужалығы культураларынан юғары уңыш алыуҙың теоретик нигеҙҙәрен эшләү
- Яһалма шарттарҙа фотосинтез процесын ашырыу өсөн ҡоролмалар эшләү.
Үҫемлектәр физиологияһында тикшеренеү йүнәлештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге үҫемлектәр физиологияһында[2] алты төрлө тикшеренеү йүнәлеше бар:
- Биохимик йүнәлеш үҫемлектәрҙең фотосинтез һәм һулыш барышында барлыҡҡа килгән төрлө органик матдәләрҙең функциональ әһәмиәтен өйрәнә; үҫемлектәрҙең минераль (тупраҡ) туҡланыу законлылыҡтарын асыҡлай, ябай минераль матдәләрҙән (CO2, һыу, аммиакты, нитрат, фосфорный кислотаһы һәм көкөрт, магний, кальций, калий, микроэлементтар) органик берләшмәләрҙең биосинтезланыу юлдарын тикшерә; минераль матдәләрҙең катализатор, күҙәнәктең коллоид хәлен көйләүсе, күҙәнәктәге электр күренештәр үҙәге булараҡ ролен өйрәнә, уларҙың органик берләшмәләрҙе синтезлауҙа тотҡан урынын асыҡлай .
- Биофизик йүнәлеш күҙәнәктәге энергетика мәсьәләләрен, үҫемлектәр электрофизиологияһын өйрәнә; үҫемлектәрҙәге һыу режимының физико-химик законлылыҡтарын, тамыр аша туҡланыуын, үҫешен, ҡуҙғыусанлығын, фотосинтез һәм һулыш процестарын асыҡлай .
- Онтогенетик йүнәлеш үҫемлектәрҙең үҫешен, организм эсендә барған биохимик һәм биофизик процестарға бәйле үҫеш барышындағы үҙгәреш закондарын, морфогенез процесын өйрәнә; үҫемлек үҫешенә етәкселек итеү юлдарын асыҡлай (фотопериодизм, светокультура, үҫемлектәрҙе сыныҡтырыу һәм һ. б.).
- Эволюцион йүнәлеш төрҙең физиологик үҙенсәлектәрен, билдәле бер тышҡы шарттарҙа айырым үҫемлек заттарының индивидуаль үҫеш үҙенсәлектәрен, генотипҡа бәйле онтогенезын асыҡлай.
- Экологик йүнәлеш үҫемлек организмындағы эске процестарҙың тышҡы мөхит факторҙарына бәйлелеген тикшерә.
- Синтетик, йәки кибернетик йүнәлеш үҫемлектәр үҫешенең дөйөм закондарын, үҙ-ара бәйләнешле процестарҙың (фотосинтез, һулыш алыу, туҡланыу һәм органогенез) энергетикаһын һәм кинетикаһын өйрәнә,
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ Третьяков Н. Н., Кошкин Е. И., Макрушин Н. М. Физиология и биохимия сельскохозяйственных растений. — М.: Колос, 1998—640 с. — ISBN 5-10-002915-3
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Полевой В. В. «Физиология растений». — М.: Высшая школа, 1989. — 464 с. — ISBN 5-06-001604-8.
- Кузнецов В. В., Дмитриева Г. А. «Физиология растений». — М.: Высшая школа, 2006. — 742 с. — ISBN 5-06-005703-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Журнал «Үҫемлектәр физиологияһы» 2020 йыл 13 август архивланған. — Рәсәй Фәндәр Академияһы журналы.1954 йылда академик А. Л. Курсанов нигеҙ һалған.
- Палладин В. И. Физиология растений // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) Тикшереү 2008 йылдың 25 октябрендә