Үҫәргән кантоны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Үҫәргән кантоны
Бәләкәй Башҡортостан 1919.jpg
Үҫәргән кантоны
Ил Флаг Башкурдистана.png Башҡортостан автономияһы
Башҡортостан АССР-ы
Үҙәге Ейәнсура
Ойошторолған 1917
Майҙаны 9 838 км²
Халҡы 99 071 кеш. (1920)
Рәсми телдәр башҡорт теле
Үҫәргән кантоны харитасы. 1920 йыл

Үҫәргән кантоны (рус. Усерганский кантон) — Башҡортостан кантоны.

Административ үҙәге — Ейәнсура ауылы.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].

1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Үҫәргән кантоны ла була.

Административ үҙәге — Ейәнсура ауылы.

Кантон составына Орск өйәҙенең Демократик, Ҡансыра, Ҡороюл, Ҡыуандыҡ, Поимка, Сәлих, Үҫәргән-Хәйбулла, 1‑се, 2-се, 3-сө, 4-се, 5-се, 6-сы Үҫәргән, Фёдоровка, Һамар һәм Чеботарёвка улустары инә.

1922 йылда 5 октябрҙә кантон бөтөрөлә, уның территорияһы Йылайыр кантоны составына инә.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920 йылда — 99 071 кеше (1920).

Башҡортостан кантондары, 1920

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Майҙаны — 9 838 км² (1922). Төньяҡта — Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны һәм Бөрйән-Түңгәүер кантоны, көньяҡта Орск өйәҙе менән сиктәш була.

Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — Б. 128. — 468 б.
  2. Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — Б. 72. — 304 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]