Үҫәргән ырыуы шәжәрәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

«Үҫәргән ырыуы шәжәрәһе» — башҡорт тел ғилеме ҡомартҡыһы, шәжәрә.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Үҫәргән ырыуы шәжәрәһе» ҡобайыр формаһында башҡорт телендә яҙылған.

Әҫәр үҫәргән башҡорт ҡәбиләһенә нигеҙ һалыусы Мөйтән бейҙе данлауҙан башлана. Мөйтән бейҙе, үҫәргән башҡорттарының вәкиле булараҡ, һәм уның улы Үҫәргәнде Сыңғыҙхан ҡабул итә[1][2]. Мөйтән бей Ағиҙел, Тобол, Ишем (Иртышҡа тиклем) йылғалары бассейнында, Яйыҡ (Урал) йылғаһының (ҡушылдыҡтары менән) үрҙәрендә биләмәләргә хужа булыу тураһында ярлыҡ ала. Мөйтән бейҙең улус ерҙәре IX—XIII быуат башындағы тарихи Башҡортостан биләмәһе менән тулыһынса тап килә.

Ҡайһы бер тарихсылар фекере буйынса, «үҫәргән ырыуы шәжәрәһе»нә ысынбарлыҡта булған 1240 йылғы документтар ингән — Мөйтән бейгә Алтын Урҙа хакимы Батый тарафынан бирелгән тархан һәм сөйөргәл (суюргальный) грамоталар[3][4].

1990 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙендәге Күҙәнәк ауылында йәшәгән Тоҡомбәтов Шаһиғәлим тарафынан башҡарылған үҫәргән ырыуы шәжәрәһе исемлеген 1931 йылда Ғ. Ф. Вилданов һатып ала. Шәжәрәнең бер варианты: Тоҡсаба → Мөйтән бей → Үҫәргән → Шиғәли → Бәҙәк бей → Йүрек бей → Урал бей → Ҡара Буға бей → Карагас бей → Һарыбаш бей → Байгужа→ Ҡаҙаҡһал → Ҡаръяу → Туғмат тархан → Токомбәт → Ишбирҙе → Ҡотло Ҡаҙам → Тәбәсек → Йомаҡай → Ҡужанаҡ.

«Үҫәргән ырыуы шәжәрәһе»нең шулай уҡ проза һәм шиғри-проза формаларында башҡа вариантары ла бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башкирские шежере / сост. Р. Г. Кузеев. — Уфа: Башкнигоиздат, 1960. — 304 с.
  • Башкирские родословные / Р. М. Булгаков, М. Х. Надергулов. — Уфа: Китап, 2002. — Вып. 1. — 479 с.
  • Кускильдин Д. Г. Шежере усерган деревни Кужанак. // Ағиҙел : журнал. — 1995, № 3. — С. 145—146.