Һабашиҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Һабашиҙар
ғәр. جمعية المشاريع الخيرية الإسلامية‎‎
Башҡа исемдәре:

Ислам хәйриә проекттары ойошмаһы

Нигеҙ һалынған:

1983

Нигеҙ һалыусы:

Абдулла әл-Харари

Илдәр:

ЛиванFlag of Lebanon.svg Ливан ИорданияFlag of Jordan.svg Иордания УкраинаFlag of Ukraine.svg Украина һ.б.

Лидерҙары:

Флаг Ливана Хусам Ҡараҡыра Флаг Украины Әхмәд Тамим

Штаб-фатиры:

Бәйрут, Ливан

Ҡарамағындағы ойошмалар:

Украина мосолмандары диниә назараты

Идеология:

[ сөнни ](суфыйсылыҡ)

Хоҡуҡи мәктәп:

Шәфиғиҙәр мәзһәбе

Дини инаныуҙары:

әшәриҙәр, матуридиҙәр

Орден:

Рифайя, Ҡадириә

Дошмандары:

хизбуттар, ваһабиҙар

Рәсми сайт:

AICP.Org

Урыҫ телле сайттары:

Islamyat.Org Habashi.Ru

Һабашиҙар (ғәр. الأحباش‎‎‎), шулай уҡ Ислам хәйриә проекттары ойошмаһы (ғәр. ‏جمعية المشاريع الخيرية الإسلام‎‎) булараҡ билдәле, ХХ быуаттың 80-се йылдары уртаһында эфиоп дингә өндәүсеһе Абдуллаһ әл-Харари тарафынан нигеҙләнгән суфыйсылыҡ мәктәбе.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ливан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эфиопиянан күсеп килгән Абдуллаһ әл-Харари Ливанда төпләнә, унда ислам ғилемен уҡыта. Эргәһендә уның тәғлимәтен өйрәнеүселәрҙән эйәрсендәр туплана. 1983 йылда әл-Харариҙың эйәрсене Низар әл-Хәләби «Ислам хәйриә проекттары ойошмаһы» етәксеһе булып китә. Бер нисә йыл эсендә ошо эшмәкәрлек арҡаһында һабашиҙар Ливанда, Иорданияла (башҡа ғәрәп илдәрендә лә әүҙем эшләйҙәр), Европа, Америка һәм Австралияның илдәрендә йоғонтоһон көсәйтә.

Украина[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1976 йылда Ливанда тыуып үҫкән Әхмәд Тамим Украинаға килә, унда Киев Политехник институтының хисаплау техникаһы факультетында уҡый. 1992 йылда Украина мосолмандары диниә назаратын ойоштора һәм уға етәкселек итә. Шунан тороп һабашиҙар идеологияһын элекке совет мөхитендә тарата башлай.

Дини инаныуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һабашиҙар раҫлауынса, улар фикһ мәсьәләләрендә шәфиғиҙәр мәзһәбенә, ә дини инаныуҙарында әшәриҙәр һәм мөржиһиҙәргә ҡарай. Һабашиҙар суфыйсылыҡтың Рифайя һәм Ҡадириә тәриҡәттәренә инә [1].

Ҡайһы бер мәсьәләләрҙә һабашиҙарҙың ҡараштары шиғый рәфиҙиҙәренекенә оҡшаш[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]