Һалым һалыу объекты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Һалым һалыу объекты — тауарҙар (эштәр, хеҙмәттәр) һатыу,  мөлкәт, табыш, килем, сығым, шулай уҡ  ҡиммәт, һан һәм физик тасуирламалы һәм һалым тураһындағы ҡануниәткә ярашлы уға эйә булған һалым түләүселә һалым түләү бурысын хасил иткән башҡа берәй нәмә. Мотлаҡ һалым элементтарының береһе. 

Һалым һалыу объектын билдәләүҙең дөйөм принциптары [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауарҙар (эштәр, хеҙмәттәр) һатыу, мөлкәт, тауар, эш, хеҙмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Граждан хоҡуҡтары объектының Рәсәй Федерацияһы Граждан кодексында мөлкәткә индерелгән төрҙәре (мөлкәт хоҡуҡтарынан башҡа) Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексында мөлкәт тип аңлана. 

2. Һатылған йә һатыуға тәғәйенләнгән теләһә ниндәй мөлкәт  Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексы маҡсатына яуап биргән тауар тип таныла. Таможня түләүҙәрен алыу менән бәйле мөнәсәбәттәрҙе көйләү маҡсатында Рәсәй Федерацияһының Таможня кодесы менән билдәләнгән башҡа мөлкәт тә тауарға ҡарай.  

3. Һөҙөмтәләре матди баһа алған эшмәкәрлек һалым  һалыу маҡсатына яуап биргән эш  тип таныла. 

4. Эшмәкәрлек барышында уҡ һөҙөмтәләре ҡулланылған эшмәкәрлек һалым һалыу маҡсатына яуап биргән хеҙмәт  тип таныла. 

5. Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексында ойошма йә индивидуаль эшҡыуар тарафынан түләүле нигеҙҙә, РФ Һалым кодексында ҡаралған осраҡтарҙа түләүһеҙ нигеҙҙә лә,

  • тауарҙар
  • эштәр
  • хеҙмәттәр

һатыу тип түбәндәгеләр таныла:

  • тауарҙарға милек хоҡуғын бер кешенең икенсе кешегә тапшырыуы 
  • башҡарылған эштең һөҙөмтәләрен бер кешенең икенсе кешегә тапшырыуы 
  • бер кешенең икенсе кешегә хеҙмәттәр күрһәтеүе.

Тауарҙар, эштәр һәм хеҙмәттәр һатыу тип түбәндәгеләр танылмай:

  • 1) Рәсәй йә сит ил валютаһы әйләнеше менән бәйле операциялар башҡарыу  (нумизматика маҡсаттарынан тыш);
  • 2) ойошманы үҙгәртеп ойошторғанда уның төп средстволарын, матди булмаған активтарын һәм (йәки) башҡа мөлкәтен уның хоҡуҡ вариҫына (хоҡуҡ вариҫтарына) тапшырыу;
  • 3) төп средстволарҙы, матди булмаған активтарҙы һәм (йәки) башҡа мөлкәтте  эшҡыуарлыҡ менән бәйһеҙ төп устав эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға тапшырыу;
  • 4) мөлкәтте инвестиция итеп тапшырыу (атап әйткәндә, хужалыҡ йәмғиәттәренең һәм ширҡәттәренең устав (йыйылма) капиталына, ябай ширҡәт договоры (берлектәге эшмәкәрлек тураһындағы договор) буйынса һалыу, пай иғәнәләрен кооперативтарҙың пай фондтарына тапшырыу; 
  • 5) хужалыҡ йәмғиәте йә ширҡәте ҡатнашыусыһына (уның хоҡуҡ вариҫына йә вариҫына), был хужалыҡ йәмғиәтенән йә ширҡәтенән  сыҡҡан саҡта, шулай уҡ бөтөрөлөүсе хужалыҡ йәмғиәте йә ширҡәте мөлкәтен уның ҡатнашыусылары араһында бүлгән саҡта, мөлкәтте башланғыс иғәнә күләмендә тапшырыу;
  • 6) ябай ширҡәт договорында (берлектәге эшмәкәрлек тураһындағы договорҙа) ҡатнашыусыға йә уның хоҡуҡ вариҫына  договорҙа ҡатнашыусыларҙың уртаҡ мөлкәтенән уның өлөшөн айырғанда йә был мөлкәтте бүлешкәндә мөлкәтте башланғыс иғәнә күләмендә тапшырыу; 
  • 7) хосусилаштырыу үткәргәндә дәүләт йә муниципаль торлаҡ фонды йорттарындағы торлаҡты физик шәхестәргә тапшырыу;
  • 8) конфискациялау юлы менән мөлкәтте тартып алыу, мөлкәтте мираҫҡа алыу, шулай уҡ  хужаһыҙ һәм ташланған әйберҙәрҙе, эйәһеҙ хайуандарҙы, табылдыҡтарҙы, хазинаны Рәсәй Федерацияһы Граждан кодексы нормаларына ярашлы башҡа кешенең милкенә әйләндереү;
  • 9) Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексында ҡаралған осраҡтарҙағы башҡа операциялар. 


Килем, дивиденд, проценттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Ҡиммәтен баһалап һәм күләмен асыҡлап булған осраҡта  Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 23-сө «Физик шәхестәр килеменә һалымдар» бүлегенә һәм 25-се «Ойошмалар табышына һалым»  бүлегенә ярашлы билдәләнгән аҡсалата йә натуралата иҡтисади отош Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексы тарафынан килем тип таныла.

Рәсәй Федерацияһындағы сығанаҡтарҙан алынған килемдәр менән Рәсәй Федерацияһынан ситтәге сығанаҡтарҙан алынған килемдәр ҙә ошо уҡ бүлектәргә ярашлы айырып ҡарала.  

Әгәр Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының положениелары һалым түләүсе тарафынан алынған килемдәрҙе Рәсәй Федерацияһындағы сығанаҡтарҙан алынған йә Рәсәй Федерацияһынан ситтәге сығанаҡтарҙан алынған тип аныҡ ҡына айыра алмаһа,  килемде теге йәки был сығанаҡтан алыныуға ҡаратыу башҡарма властың һалымдар һәм йыйымдар өлкәһендә контролләү һәм күҙәтеү вәкәләттәрен тормошҡа ашырыусы федераль органы тарафынан башҡарыла. Ошо килемдәрҙең Рәсәй Федерацияһындағы сығанаҡтарҙан алынған өлөшө менән Рәсәй Федерацияһынан ситтә алынған өлөшө лә ошо уҡ тәртиптә билдәләнә. 

2. Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексында дивиденд тип акционер (ҡатнашыусы) тарафынан ойошманың һалымдарҙан (шул иҫәптән өҫтөнлөклө акциялар буйынса түләнгән проценттарҙан) һуң ҡалған табышты  һәр акционерҙың (ҡатнашыусының)  акциялары (өлөштәре) буйынса  бүлгәндә алынған килем һанала.  

Рәсәй Федерацияһынан ситтәге сығанаҡтарҙан алынған һәм сит ил ҡануниәте буйынса дивиденд тип һаналған килемдәр ҙә дивиденд тип таныла. 

Түбәндәгеләр дивиденд тип танылмай:

  • 1) ойошманы бөтөргәндә уның акционерына (ҡатнашыусыһына) устав (йыйылма) капиталына индергән иғәнәһенән артмаған күләмдә бирелгән аҡсалата йә натуралата түләүҙәр;
  • 2) ойошма акционерҙарына (ҡатнашыусыларына) ошо уҡ ойошманың акцияларын милеккә тапшырыу рәүешендәге түләүҙәр;
  • 3) устав капиталы коммерцияға ҡарамаған ойошманың вкладтарынан торған хужалыҡ ойошмаһының был коммерцияға ҡарамаған ойошмаға устав (эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән бәйләнмәгән) эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн бирелгән түләүҙәре.

3. Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексында алдан иғлан ителгән (билдәләнгән) килем, шулай уҡ теләһә ниндәй төрҙәге бурыс йөкләмәһе буйынса алынған дисконт рәүешендәге теләһә ниндәй килем процент тип таныла.  Атап әйткәндә, аҡса вкладтары һәм бурыс йөкләмәләре буйынса алынған килемдәр ҙә процент тип  таныла. 

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]