Һалҡын ҡан (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һалҡын ҡан
Нигеҙләү датаһы 1887
Атамаһы Холодная кровь
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Ил  Рәсәй империяһы
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 31 октябрь (12 ноябрь) 1887
Баҫылған Новое время[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Һалҡын ҡан — урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың хикәйәһе.

Баҫмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҫәр, 1887 йылда яҙылып, тәүге тапҡыр шул уҡ йылдың 31 октябрендә «Новое время» гәзитенең 4193-сө һанында «Ан. Чехов» ҡултамғаһы менән баҫыла. 1890 йылда А. Ф. Маркс нәшер иткән «Ҡараңғы сырайлы кешеләр» әҫәрҙәр йыйынтығында донъя күрә. Уның ҙур күләмле булыуы гәзиттә баҫтырғанда ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, автор йыйынтыҡ өсөн хикәйәне ҡыҫҡарта.

Чехов үҙе тере саҡта хикәйә болгар һәм швед телдәренә тәржемә ителә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хикәйә Чеховтың көньяҡҡа сәфәре материалдары буйынса яҙыла. Яҙыусының ҡустыһы М. П. Чехов былай тип яҙа: «… Чеховтарҙың Людмила Павловнаға өйләнгән Митрофан Егорович исемле бабаһы булған. Людмила Павловнаның Андрей Павлович (Евтушевский) исемле ағаһы — мөләйем кеше, Таганрог ҡала башлығы эргәһендә чиновник хеҙмәтендә уңышһыҙлыҡҡа осраған ағаһы була, шул сәбәпле ул отставкаға сығырға һәм коммерция менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Тәжрибә рәүешендә һәм һуңғы аҡсаһына ул ит өсөн мал һатып ала, уны тауар вагондарына тейәй ҙә Мәскәүҙә һатырға алып китә. Юл буйына, уны, тәжрибәһеҙ һәм эшлекле сифаттары булмаған кешене тимер юлсылар шулай тунай, шулай ҡыҫырыҡлай, ул Мәскәүгә бер тинһеҙ тиерлек килеп етә, эләгеү түгел „хаҡ“ҡа эләкмәй һәм тулыһынса төңөлөп Мәскәүҙә Антон Павловичты эҙләп таба һәм, барыһын да төп нөсхәлә документтар менән раҫлап, юлда юлыҡҡан бәхетһеҙлектәре хаҡында һөйләй. Антон Павлович, Андрей Павлович һөйләгән бөтә нескәлектәрен килтереп, үҙенең «Һалҡын ҡан» хикәйәһендә ҡуллана[1]».

Үҙенең Таганрогтан Мәскәүгә барғанын, түбәндәгеләрҙе билдәләп, Евтушевский П. Сурожскийға һөйләгән: «„Һалҡын ҡанды уҡынығыҙмы“? Атайым менән икебеҙҙең үгеҙҙәр менән Мәскәүгә барғаныбыҙҙы мин һөйләгәйнем, һәм Яшала ул мине һүрәтләй. Уҡыным да, һуңынан үҙем дә аптыраным: нәҡ үҙе беҙҙең менән йөрәгән кеүек, шул хәтлем дөрөҫ һәм тапҡыр һүрәтләгән. Һәм бөтәһе лә дөрөҫ, телеграмма ла ебәрҙек, ялыу ҙа яҙҙыҡ, ришүәт тә бирҙек — барыһы ла булды».

Тәнҡит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хикәйә Л. Н. Толстой «бер нисә тапҡыр уҡып сыҡҡан» әҫәрҙәр рәтенә инә[2]. Д. В. Григорович хикәйә тураһында былай тигән: «Был хикәйәне Гоголь[3] менән бер кәштәгә ҡуйығыҙ» тип баһалаған. Әҙәби тәнҡитсе В. Л. Кигн да хикәйәне шулай уҡ Гоголь әҫәрҙәре менән сағыштыра.

Әммә А. Р. Дистерло хикәйә тураһында, автор өҫтән-мөҫтән генә ижад иткән тигән кире фекер әйткән[4]. Автор әҫәр темаһына битарафлыҡ күрһәткән, тип һанаусы тәнҡитсе Н. К. Михайловский ҙа шундайыраҡ фекерҙә булған[5].

Тәнҡитсе. П. Краснов хикәйәләрҙең ижтимағи әһәмиәтен билдәләне. Уның фекеренсә, персонаждарҙың һүлпәнлеге һәм ғәмһеҙлеге, «беҙҙең йәмғиәттә өҫтөнлөк иткән әшәкелек һәм бошонҡолоҡ менән бәйле»[6].

Персонаждар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Малахин, ҡарт, коммерсант, тимер юлы буйлап һатыу маҡсатында үгеҙҙәр алып китеп бара.
  • Яша, йәш кеше, Малахиндың юлдашы.
  • Обер-кондуктор.

Сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хикәйәлә һатыу маҡсатында тимер юл буйлап мал-тыуар ташыу менән бәйле ваҡиғалар тасуирлана. Тәжрибәһе бик аҙ булған коммерсантъ Малахин, аҡса эшләргә теләп, үгеҙҙәр һатып алған һәм уларҙы һатыу маҡсатында баш ҡалаға йүнәлә. Үгеҙҙәрен вагондарҙа тиҙ арала оперативно алып барып еткереү өсөн, уға тимер юл хеҙмәткәрҙәренә аҡса түләргә тура килә. Ҙур станцияға килеп еткәс, Малахин, Филиппов ураҙаһы башланғанлыҡтан — иткә һорау булмау сәбәпле, малын бер сауҙагәргә зыян күреп һатып ебәрә. Ул «һатҡан һәр үгеҙенән ун дүрт һумға отола».

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Чехов М. П. Антон Чехов и его сюжеты/ М. П. Чехов. М., 1923. — 144 с.
  2. «Л. Н. Толстой в воспоминаниях современников». Т. I. М., 1960, стр. 547
  3. Чехов М. П. Антон Чехов и его сюжеты/ М. П. Чехов. М., 1923.
  4. Ст. «О безвластии молодых писателей» «Неделя», 1888, № 1, стр. 33
  5. «Русские ведомости», 1890, № 104, 18 апреля
  6. «Труд», 1895, № 1, стр. 207

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чехов А. П. Холодная кровь // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]