Һанна Арендт
Һа́нна А́рендт, тыумыштан Иоһа́нна А́рендт (нем. Johanna Arendt, нем. Hannah Arendt, ингл. Hannah Arendt; 14 октябрь 1906, Линден, Һанновер, Германия империяһы — 4 декабрь 1975, Нью-Йорк, АҠШ) — немец-америка философы, сәйәси теоретик һәм сәйәси тарихсы, тоталитаризм теорияһына нигеҙ һалыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- fyyf (Ганновер) Көнсығыш Пруссиянан сыҡҡан секуляр йәһүд ғаиләһендә Линдене[de] (Һанновер) тыуа[18]. Атаһы — Пауль Арендт, инженер, әсәһе — Марта Кон. Кёнигсбергта үҫә.
Марбург, Фрайбург һәм Гейдельберг университеттарында белем ала. Мартин Хайдеггер һәм Карл Ясперста уҡый. Рудольф Бультмандың протестант теология семинарында шөғөлләнә, һөҙөмтәлә ул Блаженный Августинға арналған диссертация яҡлай һәм Германияла беренсе китабын баҫтырып өлгөрә[19].

1933 йылда нацистар власҡа килгәс, Арендт сионист ойошмаһы менән килешеү буйынса, нацистар тураһында фашлау материалдары йыя. Уны ҡулға алалар, мәрхәмәтле тәфтишсе эләккәнлектән, бер аҙнанан иреккә сығарыла. Бынан һуң Ул Францияға ҡаса[20]. 1940 йылдың майында лагерь Гюрс концентрацион лагерында тотола (интернирована)[21][22][23][24], һәм унан ҡотолоп сыға. Шул уҡ йылда оккупацияланған Франциянан Лиссабонға[21], ә һуңынан Нью-Йоркка ҡаса.
АҠШ-тың күп кенә университеттарында уҡыта.
1961 йылда The New Yorker журналы хәбәрсеһе сифатында Адольф Эйхмандың судында ҡатнаша. Процесс йомғаҡтары буйынса «Банальность зла: Эйхман в Иерусалиме» тигән китап яҙа, был хеҙмәт XX быуаттың икенсе яртыһында әхлаҡи философия үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Китапта күтәрелгән яуызлыҡ төшөнсәһе кеүек күп тапалған тема (банальность) әле лә этикала иң киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып тора, ә термин үҙе күп сәйнәлгәнгә әйләнгән.
2012 йылда уның тураһында «Һанна Арендт» нәфис фильмы төшөрөлә (режиссёры — Маргарет Фон Тротта, төп ролдә — Барбара Зукова)[25].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гюнтер Андерсҡа (1902—1992) кейәүгә сыға, улар 1929 йылда Берлинда өйләнешә һәм 1937 йылда айырылыша. 1940 йылда Генрих Блюхер[de]ға (1899—1970) кейәүгә сыға. Мартин Хайдеггер менән мөнәсәбәттәре тураһында ҡарағыҙ [⇨].
Идеялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арендт мираҫы, проблемалар буйынса төрлө, әммә хәҙерге заманды аңлау идеяһы менән берләштерелгән («нимә эшләгәнебеҙ тураһында уйларға тейешбеҙ»), 450-нән ашыу эште үҙ эсенә ала.
Арендт әйтеүенсә, Ер йөҙөндә «Бер кеше генә түгел, ә кешеләр (халыҡ)» йәшәй, һәм кешене хайуандан айырып торған ҡылыҡһырлама асылы булып уның «үҙенең уникаллеген эштәрендә һәм һүҙҙәрендә күрһәтеү» ынтылышы тора. Йәмәғәтселек (публичность) менән хосусилыҡ (приватность) араһындағы баланс һәр йәмғиәттең үҙәк характеристикаһы булып тора, ә был өлкәләр араһындағы гармониялы нисбәт боҙолоуы кеше тормошоноң нормаль ағымын боҙа (деформация), тип иҫәпләй. Тоталитар йәмғиәттәрҙә йәмәғәтселек өсөн дисбаланс дәүләттең кеше тормошона ҡыҫылыу сиктәрен сикһеҙ киңәйтә, һәм кешенең шәхси өлкәлә үҙен күрһәтеү мөмкинлектәрен минималь кимәлгә төшөрә.
Арендттың сәйәси философияһын либерализм, консерватизм йәки социализмға түгел, ә республикасылыҡ традицияларына (Аристотель, Макиавелли, Монтескьё, Джефферсон, Токвиль) индерергә мөмкин. Уның сәйәсәткә ҡарашы гражданлыҡ ҡатнашлығы һәм мөһим сәйәси мәсьәләләрҙе коллектив тикшереү формаһында әүҙем гражданлыҡ позицияһын беренсе планға сығара. Арендт өсөн сәйәси эшмәкәрлек, яҡшылыҡ тураһында килешеүгә йәки дөйөм күҙаллауҙарға ғына килтермәй, кешелектең эш итеү һәм фекерләү һәләтен азат итә. Бер яҡтан, Арендт вәкиллекле демократияны тәнҡитләй, әхлаҡты һәм сәйәсәтте айыра, революцион традицияны күтәрә. Икенсе яҡтан, аҡыл эйәһе конституционализмды, Закон өҫтөнлөгөн һәм кеше хоҡуҡтарын яҡлай[26].
Арендт азатлыҡ төшөнсәһенә айырыуса иғтибар бүлә, сәйәсәт өлкәһендә азатлыҡ йоғонтоһо контексында — «ҡаршылыҡ» һәм ризаһыҙлыҡ контексында — «айырым шәхси фекер» булараҡ сығыш яһай. Азатлыҡ потенциалы кеше эшмәкәрлегенең айырым киҫегендә — "әүҙемлек"тә тормошҡа ашырылған "яңы башланғыс"ты илһамландыра. Кеше организмының биологик процестарын тергеҙеүҙе тәьмин иткән һәм тормошҡа ашырыуҙа башҡаһын талап итмәгән "хеҙмәт"тән һәм, цивилизацияның органик булмаған есемен яңынан ҡороусы һәм кешеләр араһында бәйләнеште технологик программа биргән контекста ғына тормошҡа ашырыусы «етештереү»ҙән айырмалы рәүештә, «әүҙемлек» башҡа кешеләргә йүнәлтелгән. Тап уны тормошҡа ашырып, кеше «эшсе хайуан» йәки «етештереүсе кеше» булып түгел, ә «яңы башланғыстар»ҙың ижади субъекты булараҡ сығыш яһай[27].
Хәҙерге ваҡытта, Арендт фекеренсә, донъя цивилизацияһы өсөн төп хәүеф тәбиғәт катаклизмдарынан йәки «тышҡы вәхшилектән» түгел, XX быуат оморо донъя цивилизацияһы үҙенән-үҙе вәхшилекте тыуҙыра алғанын күрһәткәәнлектән, эстән янай. Арендт XX быуатта тоталитар хәрәкәттәрҙең барлыҡҡа килеүенә туранан-тура этәргес биргән күренештәрҙең береһе тип «масса» феноменының барлыҡҡа килеүен иҫәпләй. «Синыфтар араһындағы һаҡ стеналарының ҡолауы, — тип яҙа Арендт, — бөтә партиялар артында торған йоҡомһораған күпселеккә ҡараған асыуланған кешеләрҙе ғәйәт ҙур, ойошмаған, структураһыҙ массаға әйләндерә… Улар дошмандарҙың аргументацияһын кире ҡағыуға мохтаж түгел һәм эҙмә-эҙлекле рәүештә яңы ышаныуға күсеү түгел, ә үлем менән тамамланған ысулдарҙы өҫтөн күрә, инаныуын үҙгәртеү түгел — террор вәғәҙә итә. Тоталитаризм репрессиялар һәм кешеләрҙең үҙ-үҙен эске мәжбүр итеүе, тоталитар идеологияның «логиклыҡ тиранияһы» ҡатнашлығында барлыҡҡа килә. Үҙенең фекерҙәрен тормошҡа ашырыуҙы, эске азатлығына хыянат итеүҙе «логиклыҡ тиранияһы»на ышанып тапшыра кеше.
Израилдә Адольф Эйхманды хөкөм итеү тәьҫире аҫтында, Арендт, күпләп үлтереү менән бәйле административ функцияларын уйламай башҡарыуы бюрократтың „яуызлығының күнегелләнлеге“ (банальность) тураһында һөйләй. Был образ күптәрҙә нацизм тураһында дөйөм ҡабул ителгән ҡараштарҙы, шул иҫәптән Арендттың „радикаль яуызлыҡ“ тураһында үҙенең тәүге уйланыуҙарын да, үҙгәртә[28][29].
«Көс ҡулланыу тураһында» (1969) хеҙмәтендә Арендт властың ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү һәләтен традицион аңлауға ҡаршы сыға, власты һәм көс ҡулланыуҙы ҡапма-ҡаршы ҡуя һәм «ҡеүәт», «көс» һәм «абруй» кеүек төшөнсәләрҙе концептуаль яҡтан айыра: «Һәр идара итеүҙең асылы — көс ҡулланыу түгел, ә власть. Көс ҡулланыу тәбиғәте буйынса ҡорал ғына, башҡа бер ни ҙә түгел; һәр сара кеүек, ул һәр ваҡыт ниндәйҙер йүнәлтеүсе маҡсатҡа мохтаж, һәм уны аҡлау өсөн дә хеҙмәт итә. Ә аҡлауға йәки нигеҙләүгә мохтаж булған нәмә бер нәмәнең дә асылы була алмай.» Власть иһә кешелектең бергәләп эш итеү һәләтенә тап килә һәм сәйәи өлкәгә туранан-тура бәйле. Сәйәсәтте билдәләү өсөн Арендт Аристотелгә (Һайдеггер интерпретацияһында) мөрәжәғәт итә, һәм ике төшөнсәне айыра: эш (poiesis, әйберҙәр эшләүгә йүнәлтелгән) һәм эшмәкәрлек (praxis, тышҡы маҡсаты булмаған сәйәси ғәмәл). Праксис сәйәсәттең асылын тәшкил итә. Сәйәсәт — айырым эшмәкәрлек, аралашыу өлкәһе, ниндәйҙер мәғәнәлә кешенең иң лайыҡлы эшмәкәрлеге; сәйәсәттә кешеләр үҙҙәрен ирекле заттар итеп күрһәтә. Тап килешеүгә нигеҙләнгән берлектәге сәйәси ғәмәлдәрҙән власть барлыҡҡа килә[30].
Шул уҡ ваҡытта власты йәмәғәтселектең танымауы властың көс ҡулланыуға бәйле булыуына килтерә: „Көс ҡулланыу власть яғынан ярҙам алыуҙан туҡтаған Һәм власть тарафынан тотҡарланмаған урындың, маҡсаттан һәм сараларынан сығып, яҡшы билдәле алмашыныуы күҙәтелә. Хәҙер маҡсатты емереү саралары билдәләй, һөҙөмтәлә һәр төрлө власты емереү маҡсат булып сыға… Террор — ул… көс ҡулланыу, һәр төрлө власты емереп, үҙ контроле аҫтында урынлаштырылған идара итеү формаһы“[31].
Бары тик сәйәси мәсьәләләрҙә генә туҡтап ҡалмай, Арендт властың арауыҡ-ваҡыт йәшәүе менән бәйле бер нисә фәлсәфәүи структура төҙөй: Киләсәк-көс ҡулланыу-ихтыяр; Үткән-власть-хәтер; Хәҙерге-Абруй-аҡыл. Шул уҡ ваҡытта, Арендт буйынса, ысын власть үткәндә, коллектив хәтерҙә һәм есем оптикаһында локалләшә[32].
Арендт коллектив яуаплылыҡ принцибын принципиаль яҡлаһа ла, коллектив ғәйеп принцибына ҡаршы була[33].
Йәһүд халҡына мөнәсәбәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ата-әсәһе йортонда, Арендт хәтерләүенсә, „йәһүд“ һүҙен ҡулланмағандар, әммә әсәһе Һаннанан түбәнһетелгән буйһоноуға юл ҡуймауын талап итә. Уҡытыусы антисемит белдереү яһаған осраҡта, әсәһенең аныҡ инструкцияһына ярашлы, Һанна, әсәһенә рәсми хат яҙыу мөмкинлеген биреп, торорға һәм кластан сығып китергә тейеш була. Әммә синыфташтарының антисемит фекерҙәренә ул үҙе яуап бирергә тейеш була.
Арендт хәҙерге антисемитизмдың сәбәптәре „йәһүд тарихының билдәле бер аспекттарында һәм һуңғы быуаттарҙа йәһүдтәр башҡарған ҡайһы бер үҙенсәлекле функцияларҙа“ тип иҫәпләй. Йәһүд сығышлы булыу факты, дини, милли һәм социаль-иҡтисади нигеҙгә таянысын юғалтып, йәһүдтәр өсөн етди хәүеф сығанағына әйләнә. Ул былай тип яҙа: „Ғәйеплегә (козёл отпущения) һылтанма яһап аңлатыу элеккесә антисемитизмдың етдилеген һәм йәһүдтәрҙең ваҡиғалар эпицентрына йәлеп ителеүенең мәғәнәһен аңлауҙан ҡасыуҙың төп ынтылыштарының береһе булып тора“[34].
Арендт сионизмды тәнҡитләй, үҙенең ҡарашы буйынса, „йәһүд халҡының киләсәк тормошонда Эрец-Исраэль ролен интерпретациялау менән сионистар үҙҙәрен бөтә донъя йәһүдтәренең яҙмышынан айыра. Уларҙың галутта, бөтә донъя диаспораһында йәһүд тормошоноң ҡотолғоһоҙ түбәнәйеүе тураһындағы доктринаһы, Фәләстин халҡының ишуа аңына дөйөм йәһүҙилек тормошона ҡатнашмау, тайпылыу мөнәсәбәте үҫешенә булышлыҡ итә“. Ғәрәптәргә ҡарата сионист сәйәсәтен хупламай һәм мыҫҡыл итә. Ул үҙенең халыҡтарҙы һәм башҡа төркөмдәрҙе түгел, ә айырым кешеләрҙе яратыуын белдерә[35][36].
Мартин Хайдеггер менән мөнәсәбәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һанна Арендт, Марбургта Мартин Хайдеггерҙа уҡый: ул уның боронғо грек философтары тәғлимәттәренә арналған лекцияларын тыңлай, уның семинарҙарына йөрөй. М.Хайдеггер үҙенең йәш студентында яҡшы уҡыусы ғына түгел, ә ысын һылыуҡайҙы ла күрә. Мәҫәлән, 1924 йылда уларҙың билдәле „Марбург романы“ башлана. Арендт университеттан алыҫ булмаған йорттарҙың береһенең мансардаһын ҡуртымға ала, ул унда уҡытыусыһы менән йәшерен осраша. Шул уҡ йылда студент менән уҡытыусы араһында билдәле хат алышыу башлана, унда улар философия тураһында ла һөйләшә.
М. Хайдеггерҙың Х. Арендтҡа яҙған хатынан, 1925 йыл:
Ни өсөн мөхәббәт башҡа кешелек мөмкинлектәренән бай һәм уның менән һуғарылған кешеләргә татлы йөк һымаҡ тойола? Беҙ бит, үҙебеҙ булып ҡалған кеүек булһаҡ та, үҙебеҙҙең яратҡаныбыҙға әйләнәбеҙ. Беҙ һөйгәнебеҙгә рәхмәт әйтергә теләйбеҙ, әммә ул лайыҡлы булырлыҡ һүҙҙәр таба алмайбыҙ.
Үҙебеҙ аша ғына рәхмәт әйтә алабыҙ. Мөхәббәт рәхмәтте үҙебеҙгә тоғролоҡҡа һәм бер ниндәй шарттар ҡуймай икенсебеҙгә ышаныуға әйләндерә. Шулай итеп, мөхәббәт үҙенең йәшерен серен даими тәрәнәйтә.
Яҡынлыҡ — ул икенсеһенән бөйөк алыҫлыҡтағы — бер нәмәне лә юҡҡа сығырға бирмәгән, йәшәү, әммә «һине» үтә күренмәле, әммә аңлап бөткөһөҙ итеп урынлаштырған, фәҡәт — шунда асылыш. Икенсебеҙ тормошобоҙға үтеп инә икән, бер йән дә быны аңлата алмай. Бер кеше яҙмышы үҙен икенсе кеше яҙмышына бүләк итә, һәм саф мөхәббәт был фиҙакәрлекте беренсе көндәге кеүек һаҡларға бурыслы.[37]
Шуға ҡарамаҫтан, роман 1924 йылдың аҙағынан һүрәнләнә. Арендт үҙенең уҡытыусыһынан айырылырға мәжбүр була, сөнки ул саҡта Хайдеггерҙың ҡатыны Эльфрида һәм ике балаһы була, бынан тыш, ул карьераһын юғалтырға йыйынмай.
Өсөнсө Рейх власҡа килгәс, улар бөтөнләй айырыла[38]. Әммә уларҙың мөнәсәбәттәре бының менән генә тамамланмай, дуҫтарса булып ҡала. 1950 йылдан Хайдеггер менән Арендт араһында хат алышыу һаман дауам итә. Бынан тыш, М. Хайдеггерҙы нацизмға ярҙам итеүҙә ғәйепләгәндә, Һанна Арендт уны төп яҡлаусыларҙың береһе була.
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Истоки тоталитаризма (The Origins of Totalitarianism, 1951).
- Ситуация человека (The Human Condition, 1958). Рус. перевод: Vita activa, или О деятельной жизни.
- Арендт Х. О революции (On Revolution). — 1963.
- Банальность зла: Эйхман в Иерусалиме (Eichmann in Jerusalem: A Report on the Banality of Evil, 1963).
Рус библиографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Китаптары:
- Арендт Х. Истоки тоталитаризма / Пер. с англ. И. В. Борисовой и др.; послесл. Ю. Н. Давыдова; под ред. М. С. Ковалёвой, Д. М. Носова. — М.: ЦентрКом, 1996.
- Арендт Х. Vita activa, или О соотношении частного и общего в Античности / Пер. с нем. и англ. В. В. Бибихина. — СПб.: Алетейя, 2000.
- Арендт Х. Люди в тёмные времена: [Очерки] / Пер. с англ. и нем. Г. Дашевского, Б. Дубина. — М.: Московская школа политических исследований, 2003.
- Арендт Х. Банальность зла. Эйхман в Иерусалиме / Пер. с англ. С. Кастальского и Н. Рудницкой; послесл. Э. Зуроффа — М.: Европа, 2008. — 424 с.
- Арендт Х. Скрытая традиция: Эссе / Пер. с нем. и англ. Т. Набатниковой, А. Шибаровой, Н. Мовниной. — М.: Текст, 2008. — 221 с.
- Арендт Х. О революции / Перевод И. В. Косич. — М.: Издательство «Европа», 2011, 464 с.
- Арендт Х. Лекции по политической философии Канта / пер. А. Глухова. — М.: Наука, 2011. — 303 с. — (Слово о сущем). — ISBN 978-5-02-025452-7.
- Арендт Х. Ответственность и суждение. — М.: Издательство Института Гайдара, 2013. — 352 с.
- Арендт Х. Жизнь ума / Перевод с англ. А. В. Говорунова. — СПб.: Наука, 2013. — 517 с.
- Арендт Х. О насилии / Перевод с англ. Г. М. Дашевского. — М.: Новое издательство, 2014. — 147 с.
- Арендт Х. Вальтер Беньямин. 1892—1940/ Перевод с английского Б. Дубина. — М.: Grundrisse, 2014. — 168 с.
- Арендт Х. Между прошлым и будущим. Восемь упражнений в политической мысли [: Текст] / Пер. с англ. и нем. Д. Аронсона. — М.: Издательство Института Гайдара, 2014. — 416 с.
- Арендт Х., Хайдеггер М. Письма 1925-1975 и другие свидетельства / пер. А. Григорьева. — М.: Издательство Института Гайдара, 2016. — 456 с. — ISBN 978-5-93255-400-5.
- Арендт Х. Опыты понимания (1930—1954): Становление, изгнание и тоталитаризм / Пер. с англ. Е. Бондал, А. Васильевой, А. Григорьева, С. Моисеева. — М.: Издательство Института Гайдара, 2018. — 712 с.
- Арендт Х., Ясперс К. Письма, 1926-1969 / пер. И. Ивакиной. — М.: Издательство Института Гайдара, 2021. — 768 с. — ISBN 978-5-93255-621-4.
- Арендт Х. Вспоминая Уистена Хью Одена / пер с англ. Ш. Крола. — СПб.: Jaromír Hladík press, 2023. — 40 с. — ISBN 978-5-6050670-9-2.
Мәҡәләләре:
- Арендт Х. Традиции и современность // Советское государство и право. — 1991. — № 3. — С. 124—133.
- Арендт Х. Традиции и современная эпоха // Вестн. Моск. ун-та. Сер. 7, Философия. — 1992. — № 1. — С. 80-95.
- Арендт Х. Массы и тоталитаризм // Вопросы социологии. — 1992. — Т. 1. — С. 24-31.
- Арендт Х. Хайдеггеру — восемьдесят лет // Вопросы философии. — 1998. — № 1. — С. 126—134.
- Арендт Х. Ситуация человека. Разделы 24-26 главы V // Вопросы философии. — 1998. — № 11. — C. 131—141.
- Арендт Х Организованная вина. // Арендт Х. Скрытая традиция: Эссе. — М.: Текст, 2008. — с. 39-56
- Арендт Х Об империализме. // Арендт Х. Скрытая традиция: Эссе. — М.: Текст, 2008. — с. 13-38
- Арендт Х О человечности в темные времена: мысли о Лессинге.// Арендт Х. Люди в темные времена. — М., 2003. — с. 21-27.
- Арендт Х Вальтер Беньямин. // Арендт Х. Люди в тёмные времена. — М.: МШПИ, 2002.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ http://www.nytimes.com/2008/04/20/books/review/Wheatcroft-t.html?em&ex=1208664000&en=d1e3d1e249b11d69&ei=5087
- ↑ http://www.nytimes.com/2010/05/23/books/review/Letters-t-ARENDTSHEIDE_LETTERS.html
- 1 2 LIBRIS — Национальная библиотека Швеции, 2013.
- 1 2 3 4 5 6 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
- ↑ http://www.nytimes.com/1982/04/25/books/a-woman-of-this-century.html
- 1 2 3 4 5 Deutsche Nationalbibliothek Record #11850391X // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- 1 2 Hannah Arendt // SNAC (ингл.) — 2010.
- 1 2 3 4 База данных Национальной библиотеки Чешской Республики
- ↑ http://muse.jhu.edu/journals/public_culture/v015/15.1mbembe.html
- ↑ http://www.tandfonline.com/doi/pdf/10.1080/13569310701285016
- 1 2 3 Arendt, Hannah, 1906-1975, アーレント, ハンナ, 1906-1975, ארנדט, חנה // Library of Congress Authorities (ингл.) — Library of Congress.
- ↑ The New Yorker (билдәһеҙ) / под ред. (not translated to en-us) — (untranslated): (untranslated), 1925. — 1221133 экз. — ISSN 0028-792X; 2163-3827
- 1 2 Utter G. H. Arendt, Hannah // American Political Scientists (ингл.): A Dictionary — 2 — Greenwood Publishing Group, 2002. — P. 10—11. — ISBN 978-0-313-31957-0
- ↑ https://kalliope-verbund.info/DE-611-BF-18248
- ↑ https://kalliope-verbund.info/DE-611-BF-26289
- 1 2 Collinson D. Biographical Dictionary of Twentieth-Century Philosophers (ингл.) — 1996. — ISBN 978-0-415-06043-1
- ↑ Ursula Ludz. "Tabellarische Lebenslauf" Hannah Arendt: Ich will verstehen: Selbstauskünfte zu Leben und Werk, mit einer vollständigen Bibliographie (нем.). München-Zürich: Piper (Serie Piper, 4591), 2005, 7. Aufl. 2013, S. 251-256. (2005). Дата обращения: 14 октябрь 2014. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
- ↑ Сообщество одиночек: Арендт, Беньямин, Шолем, Кафка. Дата обращения: 25 ноябрь 2019. Архивировано 8 июнь 2020 года.
- ↑ Интервью Ханны Арендт немецкому журналисту Гюнтеру Гаусу. Дата обращения: 4 июнь 2013. Архивировано 4 ноябрь 2013 года.
- 1 2 Hannah Arendt 2014 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ L’HISTOIRE DU CAMP 2014 йыл 1 февраль архивланған.
- ↑ 21 avril 2013 : Commémoration des victimes du Camp de Gurs 2014 йыл 1 февраль архивланған.
- ↑ AJPN.org: Gurs, une drôle de syllabe, comme un sanglot 2014 йыл 19 февраль архивланған.
- ↑ Hannah Arendt (2012) — IMDb. Дата обращения: 25 февраль 2014. Архивировано 8 февраль 2014 года.
- ↑ Passerin d´Entrèves, Maurizio Hannah Arendt (ингл.). Stanford Encyclopedia of Philosophy (10 апрель 2014). — Статья в Стэнфордской энциклопедии философии. Дата обращения: 29 август 2016. Архивировано 21 ноябрь 2019 года.
- ↑ «О революции». Дата обращения: 10 август 2006. Архивировано 22 июнь 2006 года.
- ↑ Арендт, Ханна — Биография. Библиография. Философские взгляды. Высказывания. Дата обращения: 15 ноябрь 2008. Архивировано из оригинала 19 ғинуар 2012 года.
- ↑ Моше Фейглин. Уроки Катастрофы 2021 йыл 11 апрель архивланған.
- ↑ Ямпольский М. От бытия к инструментальности. Насилие входит в мир // Арендт Х. О насилии / пер.с англ. Г. М. Дашевского. — М: Новое издательство, 2014. — С. 119—125. ISBN 978-5-98379-178-7
- ↑ И.Мюрберг. Дискурс насилия. К.Шмитт против Х.Арендт. Дата обращения: 12 апрель 2013. Архивировано 6 октябрь 2017 года.
- ↑ Пространство-Время власти в философской концепции А. Арендт. cyberleninka.ru. Дата обращения: 19 март 2023. Архивировано 19 март 2023 года.
- ↑ Селиванова О. И. Понятие ответственности в философии Х. Арендт // Россия в глобальном мире. — 2015. — №. 7 (30). — С. 411—420.
- ↑ Елена Ознобкина. «Начало совершилось, человек сотворен был…» Дата обращения: 25 ноябрь 2019. Архивировано 10 август 2020 года.
- ↑ Алек Д. Эпштейн. Ханна Арендт против Теодора Герцля. Дата обращения: 8 май 2012. Архивировано 18 декабрь 2012 года.
- ↑ Д.Гарт."Неизбежность — лишь призрак": наднациональная этика Ханны Арендт. Дата обращения: 8 май 2012. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Арендт Х., Хайдеггер М. Письма 1925—1975 и другие свидетельства / Пер. с нем. А. Б. Григорьева. — М.: Издательство Института Гайдара, 2015. — 456 с.
- ↑ Гитлеровская Германия
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арендт Х., Хайдеггер М. Письма 1925—1975 и другие свидетельства / Пер. с нем. А. Б. Григорьева. — М.: Изд-во Института Гайдара, 2015. — 456 с.
- Арендт / А. А. Кара-Мурза // Новая философская энциклопедия : в 4 т. / пред. науч.-ред. совета В. С. Стёпин. — 2-е изд., испр. и доп. — М. : Мысль, 2010. — 2816 с.
- Давыдов Ю. Н. Ханна Арендт и проблема тоталитаризма // Новое и старое в теоретической социологии. — М., 1999. — Кн. 1. — С. 144—160.
- Магун А. В. Понятие суждения в философии Ханны Арендт // Вопросы философии. — 1998. — № 11. — C. 102—115.
- Мишкинене Ю. Б. Арендт и Хайдеггер: попытка сравнительного анализа фундаментальной онтологии человека и онтологии политики / МГУ им. М. В. Ломоносова. Филос. фак. — М., 1990.
- Мотрошилова Н. В. Мартин Хайдеггер и Ханна Арендт: бытие — время — любовь. — М.: Академический проект, Гаудеамус. 2013
- Арендт / Носов Д. М. // Анкилоз — Банка. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 201—202. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 2). — ISBN 5-85270-330-3.
- Саликов А. Н., Жаворонков А. Г. Философия Ханны Арендт в России // Вопросы философии. 2019. № 1. С. 133—145.
- Сморгунова В. Ю. Гносеологические проблемы политической философии: Гносеологический потенциал полититики: Ханна Арендт об истине и политике / Рос. гос. пед. ун-т им. А. И. Герцена. — СПб.: Образование, 1997.
- Трубина Е. Г. Идентичность в мире множественности: прозрения Ханны Адрендт // Вопросы философии. — 1998. — № 11. — C. 116—130.
- Хевеши М. А. Толпа, массы, политика: Историко-философский очерк. — М., 2001.
- Хейфец М. Р. Ханна Арендт судит XX век. — М.; Иерусалим: ДААТ/Знание, 2003.
- Шевченко О. К. Пространство-Время власти в философской концепции А. Арендт // Социально-гуманитарные знания. — 2021. — № 6. — С. 266—272. — DOI 10.34823/SGZ.2021.6.517726.
- Шестаг Т. Непреодоленный язык: теория поэзии Ханны Арендт // Новое литературное обозрение. — 2004. — № 67
- Эткинд А. М. Из измов в демократию: Айн Ранд и Ханна Арендт // Знамя. — 2000. — № 12. — С. 161—181.
- Ямпольский М. Б. Сообщество одиночек: Арендт, Беньямин, Шолем, Кафка : [лекция]. — М.: Изд-во Ипполитова, 2004.
- Ямпольский М. Б. Сообщество одиночек: Арендт, Беньямин, Шолем, Кафка // Новое литературное обозрение. — 2004. — № 67
на других языках
- Ҡалып:Книга:Fifty Key Thinkers on the Holocaust and Genocide
- Anders G. Die Kirschenschlacht: Dialoge mit Hannah Arendt und ein akademisches Nachwort. München: Verlag C.H. Beck, 2011
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арендт, Ханна — Биография. Библиография. Философские взгляды. Высказывания
- ПРОЕКТ: ХАННА АРЕНДТ
- Игорь Косич «О Революции» Ханны Арендт: история книги и перевода
- Леонид Мининберг: «Биографии известных евреев, именами которых названы улицы города»
- Михаил Хейфец. Ханна Арендт судит двадцатый век
- Михаил Хейфец. Ханна Арендт. Условия бытия человека
- Эпштейн А. Космополитический национализм Ханны Арендт
- Ханна Арендт, Альберт Эйнштейн, Исаак Шёнберг и др. Открытое письмо в Нью-Йорк Таймс по поводу визита Менахема Бегина в США, опубликовано 4 декабря 1948 г.
- Ирма Фадеева. Тоталитарное общество Ханны Арендт 2013 йыл 7 апрель архивланған.
- Елена Ознобкина. «Начало совершилось, человек сотворен был…»
- Е.Беркович. Мартин Хайдеггер и Ханна Арендт: необъяснимая любовь 2009 йыл 24 сентябрь архивланған.
- Ася Энтова. УРОКИ ХАННЫ АРЕНДТ
- Моше Фейглин. День памяти или День отрицания? 7kanal.co.il. Дата обращения: 25 март 2026.
- Афоризмы Ханны Арендт
- Интервью Ханны Арендт немецкому журналисту Гюнтеру Гаусу 2013 йыл 4 ноябрь архивланған.
- Интервью Ханны Арендт французскому учёному-юристу Роджеру Эррера
- 14 октябрҙә тыуғандар
- 1906 йылда тыуғандар
- 4 декабрҙә вафат булғандар
- 1975 йылда вафат булғандар
- Нью-Йоркта вафат булғандар
- Берлин университетын тамамлаусылар
- Шәхестәр:Ганновер
- Германияның ҡатын-ҡыҙ философтары
- XX быуат философтары
- Ганноверҙа тыуғандар
- Америка сәнғәт һәм әҙәбиәт академияһы ағзалары
- Холокосты тикшереүселәр (АҠШ)
- Социаль философтар
- Сәйәси философтар
- Немец тел һәм шиғриәт академияһы ағзалары
- Шәхестәр:АҠШ-та антисионизм
- Тоталитаризмды өйрәнеүселәр
- Германия политологтары
- АҠШ политологтары
- Чикаго университеты уҡытыусылары
- Колумбия университеты уҡытыусылары
- Яңы мәктәп уҡытыусылары
- Төньяҡ-Көнбайыш университеты уҡытыусылары
- Берклиҙа Калифорния университеты уҡытыусылары
- Нацизмдан ҡасҡын йәһүдтәр:Шәхестәр
- Германиянан АҠШ-ҡа иммиграцияға киткәндәр
- АҠШ-тың ҡатын-ҡыҙ философтары
- АҠШ-тың XX быуат ҡатын-ҡыҙ педагогтары
- Йель университетының почётлы докторҙары
- Смит колледжының почётлы докторҙары
- Соннинг премияһы лауреаттары