Һарай майҙаны (Ҡазан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Һарай майҙаны
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡазан
Почта индексы 420111
Commons-logo.svg Һарай майҙаны Викимилектә

Урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Майҙан Ҡазан кремленен төньяҡ стенаһы эргәһендә, Батурин урамы, Кремль яр буйы, Федосеевский урамы башында һәм «нефтселәр ҡасабаһы» тип аталған торлаҡ йорт комплексы араларында, урынлашҡан. Майҙан дүрт мөйөшлө ҡыя формала.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVI быуаттарҙа был майҙан урыны «Алама һаҙлыҡ» тип аталған, ә һуңғараҡ бындағы бөтә Федосеевский урамында һәм уның тирәһендә аҙ ҡатлы йорттар барлыҡҡа килә. ХХI быуат башына бында тарихи әһәмиәте булмаған йорттарҙың ҡалдыҡтары тора. 1969 йылдағы генераль план буйынса Ҡазан кремле буйлап көнсығышҡа табан Федосеевский урамы буйындағы йорттарҙы һәм яңы урамдар төҙөү ҡарала. 2000 йылдар башында Ҡазан ҡалаһының мең йыллығын ҡаршылап, был урындан көнсығыштараҡ элиталы аҙ ҡатлы йорттар (коттедждар) төҙөлә, уны «нефтселәр ҡасабаһы» тип йөрөтәләр. 2000 йылдар уртаһында бында тәртипһеҙ үҫеп ултырған йәшел ағастарҙы һәм ташландыҡ биналарҙы һүтәләр һәм улар урынында административ һәм торлаҡ биналар төҙөлә, шулай уҡ заманса парк яһала.

2010 йылда Игенселәр Һарайының ҙур күләмле бинаһы майҙандың көньяҡ сиге булып тора, ә көнсығыш сиге булып — «нефтселәр ҡасабаһының» майҙанға яҡын өлөшө тора. Көнбайыштан майҙан Батурин урамы, төньяҡтан — Казанка йылғаһы яр буйы менән сикләнә. 2011 йылда майҙан матурлана. Шулай уҡ 2011 йыл аҙағына майҙанда «Майҙан яр буйы» элиталы күп ҡатлы өс торлаҡ биналары комплексы төҙөлә. 2013 йылда ҡалала Универсиада үткәреү айҡанлы яр буйында сауҙа-рекреацион галереяһы төҙөлә, ә майҙанда Универсиада паркы асыла.

Әһәмиәте һәм объекттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Майҙан киске яҡтыртылыу һәм бай архитектура формалары менән кешеләрҙе үҙенә ылыҡтыра һәм ҡаланың яңы иҫтәлекле урынына әйләнә. Унда туристар йыш килә, шулай уҡ автобуслы туристар экскурсиялары үткәрелә,туй кортеждары килә. Майҙан ҡала кешеләренең төп ял урынына әйләнә. Майҙандан Ҡазан кремле, шулай уҡ убалағы Изге Великомученица Параскева Пятница Сиркәүе һәм йылға аръяғындағы ҡаланың яңы төҙөлгән өлөшө (Яңы-Савиновский районы) күренеп тора.

2011 йылда республика һәм ҡала көнөндә мең тамашасы торған майҙанда, асыҡ һауала, 30 августа халыҡ-ара «Ҡазан көҙө» опера фестиваленең гала-концерты үткәрелә. Уға инеү бушлай һәм ирекле була. Бындай беренсе концертта Рәсәй примадоннаһы Любовь Казарновская һәм Италия теноры Леонардо Громенье Татарстан Дәүләт симфоник оркестры менән бергә ҡатнаша.

Майҙан тирәһендәге объекттар:

  • Ҡазан кремле
  • Республика онкология клиник диспансеры
  • Ҡазан башҡарма комитетының мәғариф идаралығы
  • Изге Великомученица Параскева Пятница Сиркәүе
  • «Нефтселәр ҡасабаһы» торлаҡ комплексы

Универсиада 2013 мәҙәни паркы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2013 йылдың 4 июлендә 5,9 мең кеше һыйҙырышлы 5,9 га майҙанлы Ҡазан Универсиада мәҙәни паркы асыла, рәсми асылыу көнө — 6 июль, Универсиаданы асыу көнөндә. Паркты ябыу көнө — 17 июль, Универсиаданың һуңғы көнөндә.

Парк территорияһы кәртәләп алына, төрлө яҡтан бер нисә металл эҙләгес менән йыһазландырылған ҡапҡалар ҡуйыла. Универсиада паркына 12:00 — 16:00 сәғәттә инеү ирекле , ә 16:00 — 23:00 сәғәттә — был көндә ниндәй спорт буйынса универсиада ярыштары барһа, шул ярыштарға инеү билет буйынса.

Дю Солей циркының сығышы

Игенселәр һарайы алдындағы майҙандағы сәхнәлә һәм «тәгәрмәсле үлем» конструкцияһында 22:00 сәғәттә «Дю Солей» циркы сығыш яһай, ундағы үҙенсәлекле урам шоуында 22 артист һәм ҡала балалары ҡатнаша.

Шулай уҡ был сәхнәлә «опен эйр» татар операһы «Ак буре» премьераһы үтә. Татарстан Дәүләт симфоник оркестры менән Александр Сладковский етәкселек итә. Универсиада рок-фестивалендә Sandwitch төркөмө, Blackbird, Random Reel, М&M, «Плут», «Большой куш», «Волга-Волга», «Мураками», «Прогульщики», True Jazz Band, Jukebox, опера йырсыһы Аида Гарифуллина, скрипкасы оҫта Эдгар Акопян, театр-студия «Коллаж», «Созвездие — Йолдызлык» фестивале еңеүселәре, федераль юғары уҡыу йорттары ижади коллективтары, «Большие танцы» проекты бейеүселәре һәм башҡалар ҡатнаша. Ҙур видеоэкранда Универсиаданы асыу һәм ябыу тантанаһы тура трансляциялана. Шулай уҡ был парк майҙансыҡтарында 200-ҙән ашыу вокаль, хореография, фольклор, инструменталь коллективтар, төрлө халыҡ һөнәрселеге буйынса мастер-кластар, тамашасылар өсөн төрлө конкурс һәм викториналар үткәрелә.


Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Майҙанға терәлеп торған Батурин урамы буйынса шул исемдәге туҡталыш аша № 22, 28/28а, 52, 83, 89 маршрут автобустары йөрөй.

Майҙандан алыҫ түгел «Кремль» метро станцияһы бар.

Панорамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Универсиада 2013 мәҙәни паркы майҙаны
Универсиада 2013 мәҙәни паркы майҙаны
майҙан һәр көндә
майҙан һәр көндә

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]