Һарт-Әбдрәш ауыл советы
Һарт-Әбдрәш ауыл советы | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ үҙәк | Һарт-Әбдрәш[1] |
Административ-территориаль берәмек | Сафакүл районы (Ҡурған өлкәһе)[1] |
Халыҡ һаны | 1097 кеше (1 ғинуар 2018)[2] |
Административ рәүештә бүленә | Аҙналы (Ҡурған өлкәһе)[1], Баязит (Ҡурған өлкәһе)[1], Петровка (Сафакүл районы)[1], Преображенка (Ҡурған өлкәһе)[1] һәм Һарт-Әбдрәш[1] |
Майҙаны | 311,55 км² |
Һарт-Әбдрәш ауыл Советы (рус. Сарт-Абдрашевский сельсовет) — Рәсәй, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районы составындағы ауыл биләмәһе статусындағы муниципаль берәмек.
Административ үҙәге — Һарт-Әбдрәш ауылы.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡурған өлкәһенең 2004 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән № 419[3] Законына ярашлы рәүештә ауыл Советына ауыл биләмәһе статусы бирелгән. Ауыл биләмәһе составына 5 тораҡ пункт индерелгән, Һарт-Әбдрәш ауылы биләмә үҙәге тип билдәләнгән.
Биләмә үҙәге Һарт-Әбдрәш ауылы Октябрь революцияһына тиклем Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Һарт улусы составында була[4]. 1924 йылға тиклем Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына булып ала ла, шул йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлөп, Ялан-Ҡатай районы ойошторола һәм Һарт-Әбдрәш ауылы уның составына күсерелә. 1934 йылдың 17 ғинуарында Силәбе өлкәһе ойошторола, һәм Ялан-Ҡатай районы йәнә административ-территориаль йәһәттән үҙгәреш кисерә — Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Сафакүл районы булдырыла, һәм Һарт-Әбдрәш ауылы яңы берәмеккә индерелә. 1943 йылдың 6 февралендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Ҡурған өлкәһе булдырылған. һәм был район уның составына күсерелгән.
Муниципаль берәмектең майҙаны 31 155 гектар, шул иҫәптән ауыл хужалығы тәғәйенләнешендә — 26 230 гектар, һөрөнтө ер — 11 312 гектар, көтөүлектәр — 3 990 гектар, урман фонды — 3 526 гектар, һыу фонды ерҙәре — 1 244 гектар[5].
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Биләмә территорияһына Һарт-Әбдрәш, Аҙналы, Баязит, Петровка, Преображенка ауылдары биләгән майҙандар инә. Ауыл советы биләмәһе күлдәргә бай. Петровканан төньяҡтараҡ урынлашҡан Шәмилә күле тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә һәм популяр ял итеү урыны булып тора.
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ иҫәбе | |||||
---|---|---|---|---|---|
2004 | 2010[6] | 2012[7] | 2013[8] | 2014[9] | 2015[10] |
1597 | ↘1434 | ↘1367 | ↘1296 | ↘1274 | ↘1214 |
Ауыл биләмәһе составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
№ | Тораҡ пункт | Тораҡ пункт тибы | Халҡы |
---|---|---|---|
1 | Аҙналы | ауыл | 222[6] |
2 | Баязит | ауыл |
|
3 | Петровка | ауыл | 33[6] |
4 | Преображенка | ауыл |
|
5 | Һарт-Әбдрәш | ауыл, административ үҙәк |
|
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 ОКТМО. 179/2016. Уральский ФО
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ ЗАКОН КУРГАНСКОЙ ОБЛАСТИ от 06 июля 2004 года N 419 «О наделении муниципальных образований статусом городского округа, муниципального района, сельского поселения, городского поселения, о месте нахождения представительных органов муниципальных районов, сельских поселений, об установлении наименований представительных органов муниципальных образований, глав муниципальных образований, местных администраций (исполнительно-распорядительных органов муниципальных образований)»
- ↑ Урал аръяғы Ырымбур губернаһы башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Сарт-Абдрашевский сельский совет
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области . Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Баязит ((Ҡурған өлкәһе)) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- ↑ Преображенка ((Ҡурған өлкәһе)) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- ↑ Һарт-Әбдрәш > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник