Һарытау дәүләт аграр университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һарытау дәүләт аграр университеты
Нигеҙләү датаһы 15 сентябрь 1913[1]
Рәсем
Рәсми атамаһы Саратовская государственная сельскохозяйственная академия им. Н. И. Вавилова, Саратовский институт сельского хозяйства и мелиорации, Саратовский сельскохозяйственный институт, агрономический факультет Саратовского университета, Саратовский сельскохозяйственный институт һәм Высшие сельскохозяйственные курсы
Кем хөрмәтенә аталған Николай Иванович Вавилов[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Һарытау
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалыһы министрлығы[d][2]
Бойһонған ойошма (филиал) СГАУ-Саратов[d]
Рәсми сайт sgau.ru[3]
en.sgau.ru[1]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Саратовского государственного аграрного университета[d]
Карта
 Һарытау дәүләт аграр университеты Викимилектә

Н. И. Вави́лов исемендәге Һарытау дәүләт аграр университеты — аграр йүнәлештәге юғары уҡыу йорто, Волга буйы агросәнәғәт комплексы өсөн белгестәр әҙерләү буйынса алдынғы уҡыу йорттарының береһе. Бөтәһе университетта 20 меңдән ашыу студент белем ала.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

К. Н. Гримм — юғары ауыл хужалығы курстары асыу инициаторҙарының береһе

1913 йылдың 15 сентябрендә Һарытауҙа квалификациялы агрономдар әҙерләү өсөн Юғары ауыл хужалығы курстары ойошторола. Курсҡа беренсе йылда 105 студентҡабул ителә. Һарытауҙың баш агрономы, профессор, атҡаҙанған фән эшмәкәре, Медведев Борис Харлампиевич курсҡа нигеҙ һалыусыларҙың береһе, беренсе директоры була. Ул курста уҡытыу эшенә Һарытауҙың шул ваҡыттағы иң яҡшы педагогик кадрҙарын йәлеп итә: А. А. Богомолец, Б И. Бируков, Я Я Додонов, В Р. Заленский, В Д. Зернов, Н. И. Сус, Д. И. Янишевский һәм башҡалар

1918 йылдың 5 апрелендә Игенселек халыҡ комиссариатының һәм Халыҡ мәғарифы комиссариатының ҡарары менән Юғары ауыл хужалығы курстары Һарытау ауыл хужалығы институты итеп үҙгәртелә, ә инде шул уҡ йылдың 20 сентябрендә институт агрономия факультеты хоҡуғы менән Һарытау дәүләт университетына ҡушыла. 1917—1921 йылдарҙа генетик Николай Иванович Вавилов курста һәм институтта фәнни һәм педагогик эштәр менән шөғөлләнә.

1922 йылдың май айында агрономия факультеты дәүләт университетынан айырылып сыға, яңынан институт булып китә. Ғалим-биолог, профессор В. Р. Заленский институттың тәүге директоры итеп һайлана. Был осорҙа институтта А. И. Стебут, А. П. Шехурдин, Е. М. Плачек, В. С. Богдан, Г. К. Мейстер, Н. М. Тулайков, Я. Я. Дадонов кеүек күренекле ғалимдар эшләй.

1923 йылда мелиорация факультеты асыла. Ошоноң менән бәйле Һарытау ауыл хужалығы институты Һарытау ауыл хужалығы һәм мелиорация институты итеп үҙгәртелә. XX быуат башында ҡалала Дәүләт зоотехник-ветеринария институты (1918 йыл) һәм Ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институты (1932 йыл; Һарытауға күсерелгән Мәскәү ауыл хужалығы машиналар төҙөү институты базаһында) кеүек уҡыу йорттары барлыҡҡа килә.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1997 йылдың 18 декабрендәге «Һарытау өлкәһендә профессиональ белем биреү системаһын камиллаштырыу тураһында» ҡарары менән ауыл хужалығы йүнәлешендәге өс юғары уҡыу йорто — Н. И. Вавилов исемендәге Һарытау дәүләт ауыл хужалығы академияһы, Һарытау дәүләт агроинженерия университеты, Һарытау дәүләт ветеринария медицинаһы һәм биотехнологиялар академияһы Н. И. Вавилов исемендәге Һарытау дәүләт аграр университетына берләштерелә. Хәҙер улар Һарытау дәүләт аграр университеты структураһында ярашлы рәүештә уҡыу комплекстары булып торалар (УК) № 1, № 2, № 3.

Б. З. Дворкин (2003 йылда вафат булған) 1998 йылдың апрелендә берләштерелгән юғары уҡыу йортоноң беренсе ректоры итеп ҡуйыла. 2003 йылдың майында Николай Иванович Кузнецов университет ректоры итеп һайлана. Соловьев Дмитрий Александрович 2019 йылдың майында ректор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә.

Университет бөгөн[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Факультеттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта университетта түбәндәге факультеттар эшләй:

  • Агрономия факультеты (деканы Ткаченко О. В.)
  • Менеджмент һәм иҡтисад факультеты (деканы Е. Б. Дудникова)
  • Инженерия һәм тәбиғәтте төҙөкләндереү факультеты (деканы Д. А. Соловьев)
  • Ветеринария медицина, аҙыҡ-түлек һәм биотехнологиялар факультеты (деканы Попов О. М.,)
  • Халыҡ-ара белем биреү программалары институты (директоры Ларионов С. В.)

Төп бүлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Агроүҙәк (шулай уҡ «Корольков баҡсаһы» булараҡ билдәле)
  • Ветеринар госпиталь
  • Уҡыу-ғилми-производство комплексы «Пищевик»
  • Инжиниринг үҙәге
  • Йәштәр инновация ижады үҙәге «Инноватор»
  • Уҡыу-ғилми-производство берекмәһе «Поволжье» (элек «Степное»)
  • Дөйөм майҙаны 3967 м2 булған спорт-һауыҡтырыу комплексы
  • Китапхана-мәғлүмәт үҙәге

Филиалдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Краснокутск
  • Маркс
  • Пугачев
  • Һарытау финанс-технология колледжы

Етәкселеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ректоры — Дмитрий Александрович Соловьев
  • Уҡыу эштәре буйынса проректор — Макаров Сергей Анатольевич
  • Ғилми һәм инновациялы эш буйынса проректоры — Воротников Игорь Леонидович
  • Социаль һәм тәрбиәүи эштәр буйынса проректоры — Шьюров наталья александровна
  • Иҡтисади үҫеш һәм ойоштороу эштәре буйынса проректор — Александров Иван Александрович

Тамамлаусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡыу комплексы № 1[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡыу комплексы № 2[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡыу комплексы № 3[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Юрьевский ветеринарный институт

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. Google Knowledge Graph — 2012.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • www.sgau.ru 2016 йыл 22 март архивланған. — ул һарытау дәүләт аграр университетының рәсми сайты. Н. И. Вавилов.