Һары Абдуллин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һары Абдуллин
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө яугир

Һары Абдуллин (рус. Сара Абдуллин; тыуған һәм үлгән йылдары билдәһеҙ) — Е. И. Пугачев етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачевтың полковнигы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Себер даруғаһы Иҫәт провинцияһы Бала-Ҡатай улусы Һары ауылы башҡорто. 1772 йылда Бала-Ҡатай улусы старшинаһы була. Иҫәт провинцияһында Рәсәй империяһының башҡорт ерҙәрен талауға ҡоролған сәйәсәтенә ҡаршы ихтилалға күтәрелгән баш күтәреүселәрҙең етәксеһе. Уның отряды ихтилал аҙағынаса, 1774 йылдың көҙөнә тиклем, Иҫәт провинцияһының Силәбе ҡәлғәһе һәм Сыбаркүл ҡәлғәһе райондарында регуляр батша ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша.

1774 йылдың йәй аҙағында Башҡортостандың Урал аръяғында ихтилал тағы ла көсәйә. Баш күтәреүселәрҙең отрядтары генералдар Деколонг, Скалон, Станиславский, Фреймандарҙың һалдаттарына ҡаршы һуғыша, ҡәлғәләргә һөжүм итә, ауылдарҙы талай. Был төбәктә ихтилал ҡара көҙҙә лә баҫылмай. Иҫәт воеводаһы А. П. Веревкин батша хөкүмәтенә 1874 йылдың 6 ноябрендә Баҙарғол Юнаев, Юламан Ҡушаев һәм Һары Абдуллин кеүек етәкселәрҙең һаман да ҡорал һалмауҙарына зарлана[2].

1774 йылдың йәй айҙарынан батша хөкүмәте ихтилалсыларға почетлы шарттарҙа ҡорал һалыуға саҡырыу менән мөрәжәғәт итә башлай. Сәбәбе — ихтилал барышында иҡтисади йәһәттән туҙҙырылған крайҙа йәшәгән урыҫ крәҫтиәндәре аслыҡтан ҡырылыу сигендә була. Сөнки баш күтәреүселәр батша хөкүмәте менән ҡәлғә һәм заводтар араһында булдырылған бөтә бәйләнештәрҙе лә юҡҡа сығара. Шуға ла хөкүмәт крәҫтиәндәрҙе аҙыҡ-түлек һәм йәшәү өсөн талап ителгән кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүҙе ойоштороу мөмкинлегенә эйә булмай. Нуғай һәм Себер даруғаларында баш күтәреүселәрҙең етәкселәре Ҡаранай Моратов, Һеләүһен Кинйин, Төркмән Йәнсәйетов, Юлай Аҙналин, Салауат Юлаев һәм башҡа юлбашсыларға Иҫәт провинцияһынан Өфө провинцияһы ҡәлғәләренә һәм заводтарына аҙыҡ-түлек ташыуҙы тәьмин итергә, тигән тәҡдим ебәрелә[3]. Шул шарт үтәлһә, улар хөкүмәт хеҙмәтенә күскәндәр иҫәбенә инәсәк. Шулай итеп, башҡорт юлбашсыларына ошондай шарттарҙа ихтилалда ҡатнашыуҙарын ғәфү итеүгә өлгәшә алыуҙарына ишара яһала.

Һары Абдуллиндың 1777 йылда улус старшинаһы булыуы билдәле. Күрәһең, уның батша властары тәҡдим иткән шартҡа риза булыуын иҫәпкә алып, батша хеҙмәтенә алынғандыр. Һары Абдуллиндың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Һары Абдуллин // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. "История Башкортостанна с древнейших времен до наших дней", том 1, Китап, 2004,Т. 3 000, С.486, стр. 255
  3. https://bashkirica.com/upload/iblock/c2f/c2f76e63dca9389d3f16d6ef709d6d78.pdf 2021 йыл 25 август архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • История Башкортостанна с древнейших времен до наших дней, том 1, Китап, 2004, Т. 3 000, С.486.
  • Аҡманов И. Ғ. XVII быуатта — XVIII быуат башында башҡорт күтәрелештәре.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]