Һаҡмар (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Һаҡмар йылғаһы битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Һаҡмар
Һарыҡташ ҡасабаһы янында Һаҡмар
Һарыҡташ ҡасабаһы янында Һаҡмар
Характеристика
Оҙонлоғо 798 км
Бассейн 30 200 км²
Һыу сығымы 144 м³/с (в 55 км от устья)
Һыу ағымы
Инеше Уралтау итәге (Көньяҡ Урал)
 · Координаталар 53°17′58″ с. ш. 58°07′35″ в. д.HGЯO
Тамағы Яйыҡ
 · Урынлашыуы Ырымбур
 · Координаталар 51°46′20″ с. ш. 55°01′35″ в. д.
 · Координаталар 51°46′20″ с. ш. 55°01′35″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Ил Рәсәй Рәсәй
Регион Башҡортостан, Ырымбур өлкәһе
Һаҡмар (йылға) (Башҡортостан Республикаһы)
Blue 0080ff pog.svg
инеше
Blue pog.svg
тамағы
Һаҡмар Викимилектә

Һаҡмар (рус. Сакмара), Көньяҡ Уралдағы йылға. Яҙма сығанаҡтарҙа Һакмар йылғаһы 1627 йылда теркәлгән. Башланған урыны Әбйәлил районында, Уралтау һыртының көнсығыш битләүендә. Башҡортостандың Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Ырымбур өлкәһе аша аға. Ырымбур ҡалаһы урынлашҡан урында Яйыҡка ҡушыла. Оҙонлоғо 760 км, шуның 348-е Башҡортостанға тура килә. Күренеүенсә, Һаҡмар бик оҙон, бормалы юл үтә. Шуға күрә лә уның юлында көлһыу, һоро-ҡара, һоро тупраҡлы урындар ҙа, болон-урманлы ерҙәр ҙә, сал ҡылғанлы далалар ҙа осрай. Һаҡмар ярҙарында бөҙрә талдар, илаҡ ҡайындар, мәғрур ҡарағайҙар үҫә. Сылтырап аҡҡан шишмәләр, тиҫтәләгән йылғалар һыуын Һаҡмарға ҡоя.

Бөтә башҡорт йылғалары араһында ул үҙенсәлекле тәбиғәте, «холҡо» менән айырылып тора. Йә оло ғәйрәт менән текә ҡаяларға бәрелеп, ап-ак күбеккә күмелә, йә дала киңлектәренә сығып, көҙгөләй ялтырап тын ята, йә ҡылымыҡтарға бүленеп, утрауҙар араһында бөтөнләй юғала.

Матур ғына түгел, иҫ киткес бай ҙа ул Һаҡмар. Бында һыу өҫтөн сымбырлатып йөрөгән сабаҡ та, шырт ҡанатлы алабуға ла, шылғаяҡ шамбы ла, ҡарағусҡыл борош та, һары тәңкәле табан да бар. Капыл ҡарпып, уктай елдергән суртан да, көмөш тәңкә ҡорбан да, һиҙгер һаҙан да, күкшел ағасаҡ та етерлек, ҡумырыҡ аҫтарында боҫоп яткан йәйен дә осрай. Үкенескә ҡаршы, таҙа һыу яратыусы бәрҙе менән бағыр һирәгәйә бара Һакмарҙа.

Яҙҙарын Һаҡмар буйҙары ҡарап туймаҫлыҡ матур була. Уйһыуҙарында ҡыҙырым-ҡыҙырым үҫкән һомғол сауҡалар япраҡтарын йомшаҡ елдәргә тирбәтә. Ап-аҡ сәскә аткан муйылдар хуш еҫтәрен йомарт бөркә. Таллыҡтарҙа үҙәктәрҙе өҙөрлөк итеп кәкүк саҡырғаны ишетелеп ҡуя.

Әммә ниндәй генә миҙгелдә лә ул фәҡәт үҙ үҙәненән, үҙ юлы менән, һыу төптәрендә һуйырташтарын йымылдатып, бөтә тирә-йүнгә йән һәм йәм биреп, аға ла аға.

Төп ҡушылдыҡтары: Крепостной Йылайыр, Бараҡал, Йылайыр, Ҡаҫмар, Оло Эйек.

Йылғаһаның исемен йөрөткән иң эре ауыл – Һаҡмар, Һаҡмар районы үҙәге.

Һаҡмар топонимының мәғәнәһе тураһында төрлө фекерҙәр бар. Берәүҙәре уны ҡушма һүҙ булып һаҡ+бар, йылға буйында һаҡланып йөрө, йырғанаҡтарына төшөп китмә кеүек хәстәрлекләүгә ҡайтарып ҡала. Улай тиһәң, һәр йылға буйында ла һаҡланып, ҡарап баҫыу кәрәк. Икенсе ғалимдар «Һаҡ» - һүҙе «сик» тигәнде, «мар» - ҡырыу, үлтереүҙе аңлата ти. («Тар-мар» - ҡыйралыш, тар-тарҡау, мар үлтереү). Г. Вилданов буйынса, борон башҡорт ерҙәренең көньяҡ сиге Һаҡмар йылғаһының уң яры буйлап үткән, ә һул яғында уларға ҡаршы сапҡын яһап торған икенсе ҡәбиләләр ере булған, шуға күрә был һүҙгә «һаҡ булырға, һаҡ йөрө» мәғәнәһе һалынған тигән фекер иңҡар итәлә. Ошоларҙан сығып, Һаҡмар – сик убалары, тыныслыҡ һағында мәғәнәһен аңлаталыр тип фараз итергә була. Һаҡмар йылғаһының барлыҡҡа килеүе. Урал батырҙың кинйә улының исеме Һаҡмар була. Бер ваҡыт халыҡҡа һыу етмәй башлағас, Урал батыр улдарын саҡырып ала һәм: - Аяғығыҙ тартҡан яҡҡа сығып китегеҙ, иллә-мәгәр бер ағым һыуға барып етмәйенсә артығыҙға әйләнеп ҡарамағыҙ,- тип әйтә лә, үҙенең күҙҙәренә йәш эркелә, улар ергә тәгәрәп төшә,сөнки ул улдарының кире әйләнеп ҡайтмаҫын белә. Бара торғас, Һаҡмар бер ҙур йылғаға барып еткән. Артына әйләнеп ҡараһа, үҙенең эҙе һайын күләүектәр барлыҡҡа килеп, үҙ-ара тоташып, ҙур бер йылғаға әүрелгәнен күргән, ти.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]