Һилейә (ҡасаба)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Һилейә
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1889
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәге Сулеинское городское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Сулеинское городское поселение[d][1]
Халыҡ һаны 3059 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 381 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+5:00[d]
Почта индексы 456920
Commons-logo.svg Һилейә Викимилектә

Һилейә (рус. Сулея) — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһе Һатҡы районында урынлашҡан ҡала тибындағы ҡасаба, Һилейә ҡала биләмәһенең административ үҙәге. Һилейә һырты атамаһынан алған.

Халҡы 3183 кеше (2010 йылғы халыҡ иҫәбе)[3].

Өлкәнең көнбайышында Һатҡынан 19 км йыраҡлыҡта. Өфө — Силәбе тимер юлы һыҙатында шул исемле станцияһы бар.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атама буйынса бер нисә фараз бар. П. С. Паллас һыртты Силиас тип яҙып алған. Геолог Г. Розела — Силия һырты, икенсе варианттар — Сулия, Сулея. Был атамаларҙың тамыры башҡорт теленән: «hилейә», «hил» — тымыҡ, «уя, уяҙ» — үҙән. Тын үҙән[4]. Һилейә Башҡортостан яғынан килеп сығып Әйгә ҡойған Һилеяҙ тигән йылға атамаһынан алынған булыуы ихтимал тип фараз итә Фонотов Михаил Саввич — Көньяҡ Уралдың танылған журналисы, яҙыусы[5]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тимер юлдың Һилейә — Күкшик араһы

Ҡасаба 18891890 йылдарҙа Өфө-Златоуст тимер юлы һалына башлау сәбәпле барлыҡҡа килә.

Ҡала тибындағы ҡасаба статусы — 1950 йылдан.

Һилейә, Үрге Ҡыйғы ауылдарында сәйәси золом ҡорбаны — күренекле башҡорт яҙыусыһы Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы һөргөндә йәшәй. Ул был төбәктең ауыҙ-тел ижадын өйрәнә, ат ҡараҡтарының төрлө мажаралары тураһындағы хикәйәттәр ишетә. Һәм «Мораҙым» повесын яҙа.

Салауат районы Сүрәкәй ауылында, мәҫәлән, Сәйфелмөлөк исемле, Урмансыла ла, мажараларын әкиәт итеп һөйләрлек ат ҡараҡтары булған, тип һөйләп ҡалдырған ата-бабалар.

Тарихи урындар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һилейә ҡасабаһының Киров урамы ситендә, тимер юл вокзалынан төньяҡ-көнсығыышҡараҡ бик ныҡ итеп һалынған мөһабәт стена ҡалҡып күренә. Стенала аҡланған ярымтүңәрәк арҡа формаһындағы уйым ҡалдыҡтары күренә. Хәҙерге көндә уға терәп һарай һалынған. Урындағы халыҡ был Һилейә күсереү төрмәһенән ҡалған бер фрагмент тип һөйләй. Революцияға тиклем унда этап буйлап оҙатылыусы каторжандарҙы ябып тотҡандар. Бәғзеләре төрмә Беренсе Май урамында торған һәм уның эҙе лә ҡалмаған тип һөйләй, ә стена – ул боронғо икмәк бешереү бинаһы ҡомартҡыһы ти.

Һилейәнең тағы бер иҫтәлекле урыны — революцияға тиклем төҙөлгән тоҙ келәте бинаһы. Келәт тимер юл вокзалы ҡаршыһында Ленин урамында урынлашҡан[6].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
1959[8]1970[9]1979[10]1989[11]2002[12]2005[13]2006[13]
11 98510 32736843095294128673164
2007[13]2008[13]2009[14]2010[15]2011[16]2012[17]2013[18]
3166301532193183319132233260
2014[19]2015[20]2016[13]
323131823154

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Элеваторы булған, ҡатнаш мал аҙығы заводы бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. Ҡалып:Итоги переписи 2010
  4. Матвеев А. К. Географические названия Урала.: Топономический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008, −352 с., — 27-28 биттәр
  5. Под именем Сулея надо иметь в виду, прежде всего, хребет
  6. http://satrab74.ru/news/sport-turizm/3809-putevoditel-starinnyj-most-i-berjozovaya-gora
  7. Башҡорт энциклопедияһы — Арыҫланов Исмәғил Ғәни улы 2016 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2019)
  8. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (билдәһеҙ). Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  9. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (билдәһеҙ). Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  10. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (билдәһеҙ). Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  11. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  12. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  13. 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 Численность постоянного населения по городским округам и муниципальным районам Челябинской области на 1 января 2005-2016 гг. (численность населения 2004-2010 гг. пересчитана от итогов ВПН-2010). Дата обращения: 8 апрель 2016. Архивировано 8 апрель 2016 года.
  14. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  15. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  16. Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года. Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  19. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  20. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]