Һиндостан
| |||||
Милли девиз: «Satyameva Jayate» | |||||
Гимн: Һиндостан гимны (тыңларға ) | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 15 август 1947 (Бөйөк Британия иленән) | ||||
Рәсми телдәр | Һинди, Инглиз теле | ||||
Баш ҡала | Нью-Дели | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Мумбаи | ||||
Идара итеү формаһы | Республика | ||||
Президент Премьер-министр |
Рам Натһ Ковинд (Ram Nath Kovind) Нарендра Моди (Narendra Modi) | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. |
7 урын 3 287 590 км² 9,5 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2007) • Тығыҙлыҡ |
2 урын 1 131 191 071 329 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2006) • Кеше башына |
4 урын 4 042 000 млн. $ 3737 $ | ||||
Валюта | Һинд рупиһы (INR, код 67) | ||||
Телефон коды | +91 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC +5:30 |
Һиндостан (һинд भारत (Bhārat); ингл. India), рәсми атамаһы Һиндостан Республикаһы (һинд भारत गणराज्य (Bhārat Gaṇarājya); ингл. Republic of India) — Көньяҡ Азиялағы дәүләт. Майҙаны буйынса донъяла етенсе, халыҡ һаны буйынса икенсе ил, шулай уҡ ул либераль демократия дәүләттәре араһында иң ҙуры. Һиндостандың диңгеҙ ярҙары ете мең саҡрымдан күберәк. Һиндостан көнбайышта Пакистан менән, төньяҡ-көнсығышта Ҡытай, Непал һәм Бутан менән, көнсығышта Бангладеш һәм Мьянма менән сиктәш.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Веды дәүере (беҙҙен эраға тиклем XIV—VI быуаттар)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арий тамырлы ырыуҙар халҡы менән һуғыша -?.
4 каста төҙөлә (варна) — брахмандар (дин хеҙмәтселәр); кшатрии (етәкселәр, һуғышсылар, яугирҙар); вайшьи (ер эшкәртеүселәр, һатыусылар); шудры (хеҙмәтселәр, ябай эшселәр)).
Хоҡуҡ сығанағы — Изге Ведалар — «Ригведа» (гимндар йыйылмағы); Атхарваведа" (өшкөрөү доғалар йыйылмаһы); упанишады (дин-фәлсәфә трактаттар).
Буддизм тыуыу. Сидхартха Гаутама (Шакья Муни) (беҙҙен эраға тиклем 563—483)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Индуизм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Индуизм — яңыртылған Буддизм. Индуизм власҡа оппозицияла булманы. Дәүләт идеалы — «Артхашастра» трактатта яҙыла .
Халҡы һәм теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һиндостан Ҡытайҙан ҡала иң күп кеше йәшәгән дәүләт. Халҡының ҙур өлөшө ауылда көн итә. Ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда ир-ат күберәк. Был иртә никахтарға (ҡыҙҙарҙы 15 — 17 йәштә үк кейәүгә бирәләр) һәм күп балалар тыуыуына (табыуына) бәйле ҡатын-ҡыҙ араһында үлем кимәленең юғары булыуы менән аңлатыла.
Майҙаны, халҡының һаны буйынса тәүге урындарҙа торһа ла, һиндтарҙың күбеһе ярлылыҡтан интегә һәм белемһеҙ. Хәҙерге көндә былар иң киҫкен мәсьәләләрҙән һанала. Белемле кешеләргә кемдәр инә, тиһегеҙме? Кем тексты уҡый һәм бер нисә һөйләмде аңлайышлы итеп яҙа белә — шулар.
Һиндостан — күп милләтле ил. Унда йәшәгән халыҡтар бер-береһенән тышҡы йөҙө, теле һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән дә айырыла. Һиндттарҙың 70 проценттан ашыуы һинд-арий телдәре төркөмөнә ингәнгә күрә, бында күпселек кеше һинд телендә аралаша. Уға дәүләт статусы ла бирелгән. Ярҙамсы рәсми тел булған инглиз теле башлыса эшҡыуарлыҡта һәм хакимиәттә киң ҡулланыла. Шулай уҡ мәғариф өлкәһендә, айырыуса урта һәм юғары белем биреүҙә ҙур урын алып тора.
Дөйөм алғанда, ил конституцияһында халҡының күпселек өлөшө һөйләшкән 21 рәсми тел билдәләнгән.
Административ ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һиндостан — федератив республика, 28 штат, 6 союз биләмә һәм Дели баш ҡала милли округынан тора. Барлыҡ штаттарҙа, Джама һәм Кашмир, Пондичерри союз биләмәләрендә, Дели баш ҡала милли округында өлөшләтә дәүләтселек, үҙ аллы ҡанун ҡабул итеү һәм идара итеү мөмкинлеге бар. Башҡа биш союз биләмәһендә Һиндостан Президенты тәғәйенләнгән хакимиәт идара итә. Һиндостан штаттары 1956 йылда тел ҡулланыу буйынса төҙөлә. Шул ваҡыттан алып, Һиндостандың административ структураһы үҙгәрмәгән тиерлек.
Һиндостан штаттары: Андһра Прадейш, Аруначал Прадейш, Ассам, Биһар, Гоа, Гуджарат, Джамму һәм Кашмир, Джаркэнд, Көнбайыш Бенгал, Карнатака, Керала, Мадһья Прадейш, Манипур, Маһараштра, Мекһалия, Мизурәм, Нагалэнд, Орисса, Пенджаб, Раджестан, Сикким, Тамиладу, Телингана, Трипура, Уттаркэнд, Уттар Прадейш, Һарьяна, Һимачал Прадейш, Чһаттисгарһ.
Һиндостан союздаш биләмәләре: Андаман һәм Никобар утрауҙары, Дадра һәм Нагар Һәвели, Даман һәм Диу, Лакшадвип, Пондичерри, Чандигарһ.
Һиндостан милли округтары: Дели баш ҡала милли окгругы.
Штаттар, союз биләмәләре 642 округка, улар үҙ сиратында төрлө округтарҙа «талуҡ», «техсил», «мандал» тип аталған ваҡ административ берәмектәргә бүленә.
№ | Штат (башҡортса атамаһы) |
Штат (ерле атамаһы) |
Баш ҡалаһы | Майҙаны, кв. км |
Халыҡ һаны, кеше. (2011) |
Тығыҙлыҡ, кеше./кв. км |
Картала |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Штаттар | |||||||
1 | Андһра Прадейш | ингл. Andhra Pradesh һинд आन्ध्र प्रदेश телугу теле ఆంధ్ర ప్రదేశ్ урду آندھرا پردیش |
Хәйҙәрабад | 160 205 | 49 665 533 | 307,80 | |
2 | Аруначал Прадейш | ингл. Arunachal Pradesh һинд अरुणाचल प्रदेश |
Итанагар | 83 743 | 1 382 611 | 16,51 | |
3 | Ассам | ингл. Assam һинд असम ассам. অসম |
Диспур | 78 438 | 31 169 272 | 397,37 | |
4 | Биһар | ингл. Bihar һинд बिहार |
Патна | 94 163 | 103 804 637 | 1102,43 | |
5 | Гоа | ингл. Goa һинд गोवा Ҡалып:Lang-kok маратһи गोवा |
Панаджи | 3702 | 1 457 723 | 393,77 | |
6 | Гуджарат | ингл. Gujarat һинд गुजरात гудж. ગુજરાત |
Гандинагар | 196 024 | 60 383 628 | 308,04 | |
7 | Джамму һәм Кашмир | ингл. Jammu and Kashmir һинд जम्मू और कश्मीर урду جموں و کشمیر Ҡалып:Lang-ks |
Сринагар | 222 236 | 12 548 926 | 56,47 | |
8 | Джаркэнд | ингл. Jharkhand һинд झारखंड |
Ранчи | 79 714 | 32 966 238 | 413,56 | |
9 | Көнбайыш Бенгал | ингл. West Bengal һинд पश्चिम बंगाल бенг. পশ্চিমবঙ্গ |
Колката | 88 752 | 91 347 736 | 1029,25 | |
10 | Карнатака | ингл. Karnataka һинд कर्नाटक Ошибка Lua в Модуль:Unicode_data на строке 469: attempt to index field 'scripts' (a boolean value). |
Бангалор | 191 791 | 61 130 704 | 318,74 | |
11 | Керала | ингл. Kerala һинд केरल Ҡалып:Lang-ml |
Тируванантапурам | 38 863 | 33 387 677 | 859,11 | |
12 | Мадһья Прадейш | ингл. Madhya Pradesh һинд मध्य प्रदेश |
Бхопал | 308 000 | 72 597 565 | 235,71 | |
13 | Манипур | ингл. Manipur һинд मणिपुर Ҡалып:Lang-mni |
Импхал | 22 327 | 2 721 756 | 121,90 | |
14 | Маһараштра | ингл. Maharashtra һинд महाराष्ट्र маратһи महाराष्ट्र |
Мумбаи | 307 713 | 112 372 972 | 365,19 | |
15 | Мекһалия | ингл. Meghalaya һинд मेघालय |
Шиллонг | 22 429 | 2 964 007 | 132,15 | |
16 | Мизурәм | ингл. Mizoram һинд मिज़ोरम |
Аиджал | 21 081 | 1 091 014 | 51,75 | |
17 | Нагалэнд | ингл. Nagaland һинд नागालैंड |
Кохима | 16 579 | 1 980 602 | 119,46 | |
18 | Орисса | ингл. Orissa һинд उड़ीसा Ҡалып:Lang-or |
Бхубанешвар | 155 707 | 41 947 358 | 269,40 | |
19 | Пенджаб | ингл. Punjab һинд पंजाब кб.-пандж. ਪੰਜਾਬ |
Чандигарх | 50 362 | 27 704 236 | 550,10 | |
20 | Раджестан | ингл. Rajasthan һинд राजस्थान |
Джайпур | 342 239 | 68 621 012 | 200,51 | |
21 | Сикким | ингл. Sikkim һинд सिक्किम непал सिक्किम |
Гангток | 7096 | 607 688 | 85,64 | |
22 | Тамиладу | ингл. Tamil Nadu һинд तमिलनाडु там. தமிழ்நாடு |
Ченнаи | 130 058 | 72 138 958 | 554,67 | |
23 | Телингана | ингл. Telangana һинд तेलंगाना телугу теле తెలంగాణ |
Хайдарабад | 114 840 | 35 286 757 | 310 | |
24 | Трипура | ингл. Tripura һинд त्रिपुरा бенг. ত্রিপুরা |
Агартала | 10 492 | 3 671 032 | 349,89 | |
25 | Уттаркэнд | ингл. Uttarakhand һинд उत्तराखंड |
Дехрадун | 53 484 | 10 116 752 | 189,15 | |
26 | Уттар Прадейш | ингл. Uttar Pradesh һинд उत्तर प्रदेश урду اتر پردیش |
Лакхнау | 240 928 | 199 581 477 | 828,14 | |
27 | Һарьяна | ингл. Haryana һинд हरियाणा кб.-пандж. ਹਰਿਆਣਾ |
Чандигарх | 44 212 | 25 353 081 | 573,44 | |
28 | Һимачал Прадейш | ингл. Himachal Pradesh һинд हिमाचल प्रदेश |
Шимла | 55 673 | 6 856 509 | 123,16 | |
29 | Чһаттисгарһ | ингл. Chhattisgarh һинд छत्तीसगढ |
Райпур | 136 034 | 25 540 196 | 187,75 | |
Союз биләмәләре | |||||||
1 | Андаман һәм Никобар утрауҙары | ингл. Andaman and Nicobar Islands һинд अंडमान और निकोबार द्वीप समूह |
Порт-Блэр | 8249 | 379 944 | 46,06 | |
2 | Дадра һәм Нагар Һәвели | ингл. Dadra and Nagar Haveli һинд दादरा और नगर हवेली гудж. દાદરા અને નગર હવેલી |
Силвасса | 491 | 342 853 | 698,27 | |
3 | Даман һәм Диу | ингл. Daman and Diu һинд दमन और दीव гудж. દમણ અને દિય |
Даман | 112 | 242 911 | 2168,85 | |
4 | Лакшадвип | ингл. Lakshadweep һинд लक्षद्वीप Ҡалып:Lang-ml |
Каваратти | 32 | 64 429 | 2013,41 | |
5 | Пондичерри | ингл. Pondicherry һинд पांडिचेरी франц. Pondichéry Ҡалып:Lang-ml там. புதுச்சேரி телугу теле పుదుచ్చేర |
Пондичерри | 492 | 1 244 464 | 2529,40 | |
6 | Чандигарһ | ингл. Chandigarh һинд चंडीगढ़ кб.-пандж. ਚੰਡੀਗੜ੍ਹ |
Чандигарһ | 114 | 1 054 686 | 9251,63 | |
Баш ҡала милли округы | |||||||
1 | Дели баш ҡала милли окгругы | ингл. Delhi һинд दिल्ली урду دلی кб.-пандж. ਦਿੱਲੀ |
Дели | 1483 | 16 753 235 | 11296,85 | |
Барлығы | 3 287 882 | 1 210 193 422 | 368,07 |
Мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һиндостанда мәктәп тормошо бик иртә башлана. 3 йәш ярымда уҡ бала форма кейеп, сумка аҫып, әсәһе менән тәүге дәрескә килә. Унда беҙҙәге кеүек балалар баҡсаһы юҡ. Бер мәктәп ҡыйығы аҫтында кескәйҙәр ҙә, бәләкәй һәм өлкән төркөм уҡыусылары ла белем ала. Иң бәләкәстәр 2-4 сәғәт уҡый: инглиз алфавитын, иҫәп-хисапты һәм яҙырға өйрәнәләр, шиғыр ятлайҙар.
Беренсе синыфҡа 6-7 йәштә баралар. Мәктәпкә йөрөүселәрҙең күптәре был ваҡытта инде уҡый белә. Һинд балаһы X синыф белемле булырға тейеш. XI һәм XII синыфтарҙы йә мәктәптә, йә колледжда тамамлай ала. Колледжда тәүге ике йылда дөйөм фәндәрҙе өйрәнәләр, шунан ғына йәштәр белгеслеген билдәләй ала.
Һәр мәктәптең — үҙ формаһы: уға күлдәк, юбка, жакет һәм салбар ғына түгел, шулай уҡ ойоҡ, галстук, ботинка ла инә. Иң бәләкәйҙәр мотлаҡ исеме һәм йәшәгән адресы яҙылған бейджик йөрөтә. Бындай һаҡлыҡ сараһы күреү уҡыусы мәктәп ихатаһынан сығып тайғанда йә ул аҙашҡанда табыуҙа ныҡ ярҙам итә.
Шулай уҡ үҙен ихтирам иткән һәр белем усағының үҙ транспорты бар — билдәле бер хаҡҡа уҡыусы уның менән файҙалана ала. Автобустар ҙурлығы, сыҡҡан йылы буйынса айырылырға мөмкин, әммә мотлаҡ һары төҫтә булырға тейеш. Уларҙы шулай ҡала маршруттарындағы ҡыҙыл автобустарҙан айырырға була.
Мәктәптә ниндәй дәреслектәр өйрәнәләрме? Рәсәйҙәге уҡыусылар кеүек тарихты, географияны, хоҡуҡ нигеҙҙәрен, химияны, физиканы, биологияны, математиканы һәм информатиканы. Шулай уҡ инглиз, һинд һәм шул штаттың урындағы теле, рәсем инә уҡытыу программаһына. Әҙәбиәтте айырым дәреслек булараҡ түгел, ә инглиз телен өйрәнгәндә генә үтәләр. Беҙҙәге кеүек физкультура ла дәрестәр теҙмәһендә юҡ, ләкин «быуындарҙы яҙып алырға», форманы спорт кейеменә алыштырып, йүгереү, күнекмәләр яһау, яратҡан крикет уйынын уйнау өсөн махсус ваҡыт бүленә. Сәйер тойолһа ла, хеҙмәт дәресе лә ҡаралмаған. Был да һинд йәмғиәтенең үҙенсәлеге: касталарға бүлеп ҡарау әллә ҡасан ҡанун менән тыйылһа ла, әле булһа күптәр ҡулына эш ҡоралы алыуҙы дәрәжәһен кәмһетеү тип ҡарай.
Өйгә эштәрҙе башҡарыу өсөн ата-әсә репетитор яллай. Берҙән, балаға үҙаллы эшләргә ауыр, икенсенән, тел ҡаршылығы арҡаһында уға ғаилә лә ярҙам итә алмайҙар. Мәктәптә бит күберәк инглиз телендә уҡыталар, ә өйҙәгеләр башҡа телдәрҙә һөйләшә. Уҡыусының белемен баһалау иһә беҙҙекенән айырыла. Телдән яуаптарға билдә ҡуйылмай, бер уҡытыусы 60 — 70 баланан нисек һорап өлгөрһөн инде. Иң абруйлы мәктәптәрҙә лә һәр синыфта шунсама уҡыусы булыуы ғәҙәти хәл һанала. Шуға күрә һәр теманан һуң үткәрелгән яҙма контроль эштәргә генә билдә ҡуйыла. Семестр аҙағында имтихандар ҙа тапшыралар. Шуныһы ла ҡыҙыҡ: иң юғары балл йыйған сығарылыш синыфы уҡыусыларының портреттарын махсус реклама таҡталарына, метро туҡталыштарына, шулай уҡ ҡала транспортына эләләр[1].
Илдең бөгөнгө тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан менән бәйләнештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һиндостандың республика тышҡы сауҙа тауар әйләнешендәге өлөшө 3 процент (етенсе урын) тәшкил итә. 2014 йылдың 11 айында сауҙа итеү күләме 397,6 миллион доллар тәшкил итте, шуның менән бергә ошо сумманың 95 проценттан ашыуы экспортҡа тура килә. Башҡортостандан Һиндостанға ебәрелгән төп тауарҙар иҫәбендә машиналар һәм ҡорамалдар, шул иҫәптән авиация двигателдәре һәм уларҙың өлөштәре, химия һәм металлургия сәнәғәте продукцияһы бар. Республикаға машиналар төҙөү продукцияһы, органик булмаған химия продукттары, металл изделиелары һәм фармацевтика продукттары индерелә. Башҡортостан биләмәһендә Һиндостан капиталы ҡатнашлығында 10 берлектәге предприятие эшләй.
- Советтар Союзы осоронда илебеҙҙең һәр республикаһы, крайы һәм өлкәһендә «Совет — һинд дуҫлығы» Бөтөн союз ирекле йәмғиәтенең бүлексәләре эшләп килә. Ул 1973 йылда Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә лә ойошторола. Был йәмғиәткә айырым шәхестәр менән бер рәттән төрлө предприятие, ойошма һәм учреждениелар ҙа коллектив ағза булып инә. 1973—1985 йылдарҙа "Совет — һинд дуҫлығы йәмғиәте"нең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе вазифаһын күренекле тарихсы-ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәил Кузеев (1929—2005) башҡара.
- СССР тарҡалғандан һуң, Рәсәй территорияһында барлығы ете филиал тороп ҡала, уларҙың алтыһы Һиндостандың Рәсәйҙәге илселеге тарафынан финанслана. Тик беҙҙең республикала ғына ул, «Башҡортостан — Һиндостан» дуҫлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр йәмғиәте тип үҙгәртелеп, үҙ аллы эшләүен дауам итә. Уның президенты — академик Әсғәт Ғәлимйән улы Ғүмәров.
- 2015 йылдың 1-3 февралендә Өфөлә Һиндостандың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Пунди Шринивасан Рагхаван етәкселегендәге Һиндостан Республикаһы делегацияһы булып китте. Илсе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Һөйләшеү барышында яҡтар сәнәғәт һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшерҙе. 2015 йылдың июлендә Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттары Башҡортостан менән Һиндостан араһындағы партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыуға булышлыҡ итәсәк тип билдәләнде. Пунди Шринивасан Рагхаван иҡтисади хеҙмәттәшлекте ил кимәлендә генә түгел, төбәктәргә ҡағылышлы ла киңәйтергә кәрәк, тине. — Башҡортостан Республикаһының Һиндостандағы Харьяна штаты менән туғандарса мөнәсәбәт ойошотороға теләүен беләм. Беҙ ошо бәйләнештәрҙе булдырыу һәм нығытыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тип айырып әйтте илсе.
- Ике республика араһында хеҙмәттәшлек итеү сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры XXVIII «Сурадж Кунд Мела» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты. Халыҡ кәсептәре һәм фольклоры фестивале 2015 йылдың 1 февралдән 15-нә тиклем Дели ҡалаһында үтте. Гастролдәрҙә 14 артист һәм 30-ҙан ашыу ҡурсаҡ ҡатнашты. Ике аҙна дауамында өфөләр тамашасыларҙы «Һинд легендаһы», «Панчатантра» һәм «Урал батыр» спектаклдәре менән ҡыуандырҙы.
- Төбәктә Һиндостан менән хеҙмәттәшлекте һәм сауҙа әйләнешен үҫтерергә ниәтләйҙәр. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы Нью-Дели ҡалаһында үткән Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының күсмә сессияһында төбәктең инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы, хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәрен билдәләне. Был — фармацевтика, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә нанотехнологиялар, күн тауарҙар етештереү, мәғлүмәт технологиялары. 2015 йылдың туғыҙ айында Һиндостан менән Башҡортостан араһындағы тауар әйләнеше 194 миллион долларҙан ашыу тәшкил иткән. Быйыл был күрһәткесте арттырыу планлаштырыла[2].
-
Мумбаи ҡалаһындағы Бомбей фонд биржаһы бинаһы
-
Тауис — Һиндостандың милли ҡошо
-
Һиндостандың Керала штатында, яр буйында
-
Ладакхтағы тауҙар
-
Һиндостан Парламенты бинаһы
-
Һиндостан рельефы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Йәншишмә. 12.09.2014(недоступная ссылка)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 1 февраль (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2016)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт Офис-группы «ШОС БРИКС» Уфа 2015(недоступная ссылка);
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кузеев Раил Гумерович 2016 йыл 4 март архивланған.;
- СОТРУДНИЧЕСТВО Башкортостан — Индия Дружеские связи прошли проверку временем 2016 йыл 4 март архивланған.;
- Марат Назиров. ОБИ — Общество Башкортостан — Индия(недоступная ссылка);
- II Всероссийский СЕМИНАР индийского танца. Уфа;
- Башҡортостанға Һиндостандың Рәсәйҙәге дипломатик миссия башлығы килә;
- Рөстәм Хәмитов Һиндостандың Рәсәйҙәге илсеһе Пунди Шринивасан Рагхаван менән осрашты.
- Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Һиндостандағы халыҡ-ара фестивалдә өс спектакль күрһәтте.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дөйөм мәғлүмәт
- Ивашенцов Г. А. Индия. — М.: Мысль, 1989. — 160 с. — (У карты мира). — 100 000 экз. — ISBN 5-244-00318-6.
- Неру Дж. Открытие Индии / Джавахарлал Неру / Пер. с англ.; Переводчики: В.В. Исакович, Д.Э. Кунина, И.С. Кливанская, В.Ч. Павлов; Ред. перевода В.Н. Мачавариани.. — М.: Издательство иностранной литературы, 1955. — 652, [24] с.
- Тарих
- Антонова К. А., Бонгард-Левин Г. М., Котовский Г. Г. — История Индии. М.: Изд. центр А3, МСК, 1999
- Бонгард-Левин Г. М. Индия эпохи Маурьев /Бонгард-Левин Г. М.; АН СССР. Ин-т востоковедения. — М.: Наука, 1973.
- Гусева Н. Р. Индия в зеркале веков. — М.: Вече, 2002
- Дьяков А. М. Индия во время и после Второй мировой войны: (1939—1949 гг.) / Дьяков А. М.; Ред. И. М. Рейснер; АН СССР. Ин-т востоковедения. М.: Издательство АН СССР, 1952
- Индия в древности: Сборник статей / АН СССР. Ин-т народов Азии. — М.: Наука, 1964
- Сафронова А. Л. Глава 4. Государства Южной Азии во второй половине XX в. // Новейшая история стран Азии и Африки, XX век: Учебник для студентов высших учебных заведений: В 3 ч. Часть 2: 1945—2000 / Под ред. А. М. Родригеса. — М.: Гуманитарный издательский центр Владос, 2001. — С. 221—315. — 320 с. — ISBN 5-691-00644-4, ISBN 5-691-00820-X(II).
- Спейт О. Х. К. Индия и Пакистан: Пер. с англ./ Ред. А. М. Рябчиков. М.: Иностранная литература, 1957
- План похода в Индию в том виде, как он был договорен между Бонапартом и Павлом I / Сообщ. Ю. В. Толстой // Русская старина, 1876. — Т. 15. — № 1. — С. 216—217.
- Проект русско-французской экспедиции в Индию. 1800 г. // Русская старина, 1872. — Т. 7. — №. 9. — С. 401—409.
- Brown, Judith M. (1994), «Modern India: The Origins of an Asian Democracy», Oxford and New York: Oxford University Press. Pp. xiii, 474, ISBN 0198731132, <http://www.oup.com/uk/catalogue/?ci=9780198731139> 2008 йыл 3 октябрь архивланған.
- Kulke, Hermann & Rothermund, Dietmar (2004), «A History of India», 4th edition. Routledge, Pp. xii, 448, ISBN 0415329205, <https://www.amazon.com/History-India-Hermann-Kulke/dp/0415329205/>
- Metcalf, Barbara & Metcalf, Thomas R. (2006), «A Concise History of Modern India (Cambridge Concise Histories)», Cambridge and New York: Cambridge University Press. Pp. xxxiii, 372, ISBN 0521682258, <https://www.amazon.com/Concise-History-Modern-Cambridge-Histories/dp/0521682258/>
- Spear, Percival (1990), «A History of India, Volume 2», New Delhi and London: Penguin Books. Pp. 298, ISBN 0140138366, <https://www.amazon.com/History-India-Vol-2/dp/0140138366/ref=pd_ybh_a_6/104-7029728-9591925>
- Stein, Burton (2001), «A History of India», New Delhi and Oxford: Oxford University Press. Pp. xiv, 432, ISBN 0195654463, <https://www.amazon.com/History-India-World/dp/0631205462/ref=pd_ybh_a_7/104-7029728-9591925>
- Thapar, Romila (1990), «A History of India, Volume 1», New Delhi and London: Penguin Books. Pp. 384, ISBN 0140138358, <https://www.amazon.com/History-India-Penguin/dp/0140138358/>
- Wolpert, Stanley (2003), «A New History of India», Oxford and New York: Oxford University Press. Pp. 544, ISBN 0195166787, <https://www.amazon.com/New-History-India-Stanley-Wolpert/dp/0195166787/>
- География
- Ali, Jason R. & Aitchison, Jonathan C. (2005), "«Greater India»", Earth-Science Reviews Т. 72 (3—4): 169—188, DOI 10.1016/j.earscirev.2005.07.005
- Dikshit, K.R.; Joseph E. Schwartzberg. India: The Land // Encyclopædia Britannica. — 2007. — С. 1—29.
- Government of India. India Yearbook 2007. — Publications Division, Ministry of Information & Broadcasting, 2007. — ISBN 81-230-1423-6.
- Government of India (2007), «India Yearbook 2007», Publications Division, Ministry of Information & Broadcasting, ISBN 81-230-1423-6.
- Heitzman, J & Worden, RL (1996), «India: A Country Study», Library of Congress (Area Handbook Series), ISBN 0-8444-0833-6.
- Kumar, V. Sanil; Pathak, K. C.; Pednekar, P. & Raju, N. S. N. (2006), "«Coastal processes along the Indian coastline»", Current Science Т. 91 (4): 530—536, <http://drs.nio.org/drs/bitstream/2264/350/1/Curr_Sci_91_530.pdf>. Проверено 29 июль 2008. 2009 йыл 8 сентябрь архивланған.
- Posey, CA (1994), «The Living Earth Book of Wind and Weather», Reader's Digest Association, ISBN 0-8957-7625-1.
- Prakash, B.; Kumar, Sudhir; Rao, M. Someshwar & Giri, S. C. (2000), "«Holocene tectonic movements and stress field in the western Gangetic plains»", Current Science Т. 79 (4): 438—449, <http://www.ias.ac.in/currsci/aug252000/prakash.pdf>
- Флора һәм фауна
- Ali, Salim & Ripley, S. Dillon (1995), «A Pictorial Guide to the Birds of the Indian Subcontinent», Mumbai: Bombay Natural History Society and Oxford University Press. Pp. 183, 106 colour plates by John Henry Dick, ISBN 0195637321
- Blatter, E. & Millard, Walter S. (1997), «Some Beautiful Indian Trees», Mumbai: Bombay Natural History Society and Oxford University Press. Pp. xvii, 165, 30 colour plates, ISBN 019562162X
- Israel, Samuel & Sinclair (editors), Toby (2001), «Indian Wildlife», Discovery Channel and APA Publications., ISBN 9812345558
- Prater, S. H. (1971), «The book of Indian Animals», Mumbai: Bombay Natural History Society and Oxford University Press. Pp. xxiii, 324, 28 colour plates by Paul Barruel., ISBN 0195621697.
- Rangarajan, Mahesh (editor) (1999), «Oxford Anthology of Indian Wildlife: Volume 1, Hunting and Shooting», New Delhi: Oxford University Press. Pp. xi, 439, ISBN 0195645928
- Rangarajan, Mahesh (editor) (1999), «Oxford Anthology of Indian Wildlife: Volume 2, Watching and Conserving», New Delhi: Oxford University Press. Pp. xi, 303, ISBN 0195645936
- Tritsch, Mark F. (2001), «Wildlife of India», London: Harper Collins Publishers. Pp. 192, ISBN 0007110626
- Культура
- Железнова Н. А. Глобализация: индийский ответ на мировой вызов (рус.) // Вопросы философии. — 2009. — № 7. — С. 54—67. — ISSN 0042-8744.
- Dissanayake, Wimal K. & Gokulsing, Moti (2004), «Indian Popular Cinema: A Narrative of Cultural Change», Trentham Books, Pp. 161, ISBN 1858563291, <https://books.google.com/books?id=_plssuFIar8C&dq>
- Johnson, W. J. (translator and editor) (1998), «The Sauptikaparvan of the Mahabharata: The Massacre at Night», Oxford and New York: Oxford University Press (Oxford World's Classics). Pp. 192, ISBN 0192823618, <https://books.google.com/books?id=d8sYSPhSBEAC>
- Kalidasa & Johnson (editor), W. J. (2001), «The Recognition of Śakuntalā: A Play in Seven Acts», Oxford and New York: Oxford University Press (Oxford World's Classics). Pp. 192, ISBN 0192839114, <https://books.google.com/books?id=zLvwoEiIpJ4C>
- Karanth, K. Shivarama (1997), «Yakṣagāna», (Forward by H. Y. Sharada Prasad). Abhinav Publications. Pp. 252, ISBN 8170173574, <https://books.google.com/books?id=PjNLdY-UOq8C>
- Kiple, Kenneth F. & Ornelas, Kriemhild Coneè, eds. (2000), «The Cambridge World History of Food», Cambridge: Cambridge University Press, ISBN 0521402166
- Lal, Ananda (1998), «Oxford Companion to Indian Theatre», Oxford and New York: Oxford University Press. Pp. 600, ISBN 0195644468, <https://books.google.com/books?id=DftkAAAAMAAJ>
- MacDonell, Arthur Anthony (2004), «A History Of Sanskrit Literature», Kessinger Publishing, ISBN 1417906197.
- Majumdar, Boria & Bandyopadhyay, Kausik (2006), «A Social History Of Indian Football: Striving To Score», Routledge, ISBN 0415348358
- Massey, Reginald (2006), «India's Dances», Abhinav Publications, ISBN 8170174341
- Rajadhyaksha, Ashish & Willemen (editors), Paul (1999), «Encyclopedia of Indian Cinema, 2nd revised edition», University of California Press and British Film Institute, Pp. 652, ISBN 0851706696 ., <https://www.ucpress.edu/books/bfi/pages/PROD0008.html>. Проверено 27 октябрь 2008. 2007 йыл 6 август архивланған.
- Vilanilam, John V. (2005), «Mass Communication in India: A Sociological Perspective», Sage Publications, ISBN 0761933727
- Zvelebil, Kamil V. (1992), «Companion Studies to the History of Tamil Literature», Brill Academic Publishers, ISBN 9004093656