Һинд-Ганг тигеҙлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Һинд-Ганг тигеҙлеге
Рәсем
Дәүләт Flag of India.svg Һиндостан

Һинд-Ганг тигеҙлегенең схематик картаһы

Һинд-Ганг тигеҙлеге (Һинд-Ганг уйһылығы; бенг. সিন্ধু-গাঙ্গেয় সমভূমি) — Һиндостан, Пакистан һәм Бангладеш дәүләттәренең территорияларында, төньяҡта Гималай тауҙары һәм көньяҡта Декан яҫы таулығы араһында урынлашҡан тигеҙлек. Һинд-Ганг уйһылығының оҙонлоғо яҡынса 3 мең километр тәшкил итә, ә уның киңлеге — яҡынса 250-350 километр. Был тигеҙлек донъя цивилизацияһының иң боронғо үҙәктәренең береһе булып тора.

Рельефы һәм гидрографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һинд-Ганг тигеҙлегенең өҫтө яҫы, 270 метр бейеклектә урынлашҡан һыу айырғыс һыртынан көнбайышҡа — Һинд йылғаһы дельтаһына табан һәм көнсығышҡа — Ганг йылғаһы дельтаһына табан әкренләп түбәнәйә бара. Тигеҙлек рельефында кристаллик тоҡомдарҙың сығып торған урындарыһәм 60 метр бейеклеккә тиклемге йылға террасалар упҡындары менән йырғыланған инеп торған урындар күҙәтелә.

Һинд-Ганг тигеҙлеге буйлап аҡҡан йылғалар бигерәк тә көнсығыш өлөшөндә күп һанлы һәм тулы һыулы булып тора. Тигеҙлектә һыу сығымының миҙгелдәр буйынса ҙур тирбәлеүҙәре күҙәтелә. Муссондар һәм тау ҡарҙарының иреүе йәйен һыу ағымы күләмен күпкә арттыра, был үҙ сиратында йыш ҡына емергес һыу баҫыҙарына килтерә. Һинд-Ганг тигеҙлеге буйлап көнсығыштан көнбайышҡа табан барғанда климат ҡорораҡ булып китә.

Һинд-Ганг тигеҙлегенең иң ҙур йылғалары — Панджнад ҡушылдығы (уға үҙ һыуҙарын Джелам, Чинаб, Биас һәм Рави йылғалары ҡоя) менән Һинд йылғаһы, һәм шулай уҡ Брахмапутра һәм Ганг Джамна һәм уларҙың иң ҙур ҡушылдыҡтары — Гомати, Гхагхра һәм Гандак йылғалары менән бергә.

Климаты һәм үҫемлектәр донъяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һинд-Ганг тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә — Брахмапутра һәм Ганг йылғаларының бассейнында субэкваториаль муссон клмат өҫтөнлөк итә, ә уның көнбайыш өлөшөндә — Һинд йылғаһы бассейнында тропик климаты өҫтөнлөк итә. Тигеҙлектең күп өлөшөндә июль айының уртаса температураһы 30°C-тан 36 °C-ҡа тиклем барып етә, ғинуарҙы уртаса температраһы — яҡынса 20 °C, төньяҡ-көнбайы өлөшөндә ул 12 °C-ҡа тиклем түбәнәйә. Бик һирәк осраҡта ғына температура 0 °C градусҡа барып етә.

Һинд-Ганг тигеҙлеге сиктәрендә 2 тәбиғи район айырымлана — ҡоро Һинд йылғаһы үҙәне һәм уға ҡарағанда күпкә нығыраҡ дымлы булған Ганг тигеҙлеге. Тигеҙлеккә борондан хас булған тәбиғи үҫемлектәр, бигерәк тә уның үҙәк һәм көнсығыш өлөштәрендә бөтөнләй һаҡланмаған тиерлек тип әйтеп була. Ганг һәм Брахмапутра йылғаларының дельтаһы ҡуйы мангр һәм мәңге йәшел урмандары менән ҡапланып киткән, шул уҡ ваҡытта көнбайыш өлөшө солончактар менән сүлдәр менән ҡапланған. Һинд-Ганг тигеҙлегендә кульуралы саванна ландшафты өҫтөнлөк итә — айырым торған пальма һәм емеш-еләк ағастары сауҡаулыҡтары менән бергә дөгө, бойҙай, тары, кукуруз, мамыҡ һәм башҡа култураларҙың баҫыуҙары.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • [ Индо-Гангская равнина] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Индо-Гангская равнина // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.