Һинд-грек батшалығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һинд-грек батшалығы

б. э. т. 175 йылда Һинд-грек батшалығының максималь территорияһы
б. э. т. 175 йылда Һинд-грек батшалығының максималь территорияһы

 
 
 
б. э. т. 180 — б. э. 10
Баш ҡала

Чарикар (Аласандра), Сиркап, Сагала, Матхура

Халҡы

30 млн кеше

 Һинд-грек батшалығы Викимилектә

Һинд-грек батшалығы (юғиһә Һинд-Грек батшалығы)- беҙҙең эраға тиклем 180 йылдан беҙҙең эраның 10 йылына тиклемге осорҙа йәшәгән һәм Евтидем династияһын дауам итеүсе грек батшалары идара иткән Төньяҡ Һиндостандағы дәүләт. Һинд-грек батшалығы Грек-Бактрия батшалығын киңәйтеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һинд-грек батшалығына Деметрий, грек-бактрия батшаһы Евтидемдың улы, нигеҙ һалған.

Төньяҡ Һиндостанды яулау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һиндостанды буйһондороу символы — фил башынан эшләнгән таж кейгән Һинд-грек батшалығына нигеҙ һалыусы Деметрий
Кит (диңгеҙ монстры) өҫтөндә һыбай ултырған Нереида һүрәте, беҙҙең эраға тиклем II быуат, Сиркап

Деметрий Төньяҡ Һиндостанға баҫып инеүҙе б. э. т. 180 йылда, үҙенең Шунга династияһына (б. э. т. 185 — б. э. 78 йылдар) нигеҙ һалған полководец Пусьямита Шунга Муарья династияһын ҡолатҡандан һуң башлай. Гректар Көнсығыш Һиндостандағы баш ҡалаһы Паталипутраға (хәҙер Патна) тиклем күскән. Страбон (15.698) былай тип яҙған: «Александрҙы алырға килгәндәр Гангаға һәм Паталипутраға тиклем барып етте».

Шулай уҡ һинд йылъяҙмалары гректарҙың Матхур, Панчала, Сакет һәм Паталипутра ҡалаларында һөжүме хаҡында һөйләй, был турала б. э. т. 150 йыл тирәһендә Патанджали, шулай уҡ Юга Пурана (Гарги-Самхита) яҙа.

Көньяҡҡа гректар Синдх һәм Гуджарат өлкәләрен, һуңынан Страбон һәм башҡа авторҙар һөйләгән һәм Аполлодот I (Apollodotus_I) тәңкәләрендә сағылған Баригаза стратегик портын (Бхаруч) алған. Өлкәнең Пенджабтан көнсығышҡа табан ерҙәре һуңыраҡ, быуаттың икенсе яртыһында Менандр батшаһы осоронда, яуланғандыр, моғайын.

Хәҙерге Пакистандың төньяҡ-көнбайышындағы Сиркап ҡалаһын, күрәһең, Деметрий төҙөгәндер. Төҙөлөшө буйынса ҡала Грецияның ҡала төҙөлөшө стандарттарын файҙалана. Эллинистик мәҙәниәт предметтары, атап әйткәндә, грек-бактрий батшаларының тәңкәләре һәм грек мифологияһы күренештәренең таштарҙағы һүрәттәре табылған.

Мәнандр I батшалығының нығыныуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Птолемейҙың Донъя картаһында Ганганан Сингапурға тиклем Көнсығыш Азия фрагменттары

Беренсе поход б. э. т. 175 йылға тамамланған, һәм Шунга батшалығы көнсығышҡа ҡыҫырыҡланған, ләкин был ваҡытта узурпатор Евкратид Бактрияла түңкәрелеш яһаған, Евтидем династияһын властан мәхрүм иткән һәм Һинд йылғаһына тиклем территорияны биләгән, был б. э. т. 170 һәм 150 йылдар араһында булған. Гарги-самхита (Юга-пурана 7) гректар араһындағы ыҙғыш тураһында хәбәр итә һәм аяуһыҙ граждандар һуғышын көтә.

Ләкин державаның һинд өлөшөндә нигеҙләнгән һәм, көнсығышҡа экспансияһын дауам итеп, Бактрияла бер нисә еңеүгә өлгәшкән Менандр I Евкратидтың алға барыуын туҡтата. Был грек-бактрий стилендәге тәңкәләрҙә сағылған.

Менандрҙы иң ҙур биләмәләрҙе яулап алған иң уңышлы һинд-грек батшаһы тип иҫәпләргә мөмкин. Уның тәңкәләре ҙур территорияларҙа йыш осрай һәм таралған. Б. э. т. I быуатта «Менандр тауҙары» (Menander Mons) тигән термин, Клавдий Птоломей картаһында күрһәтелгәнсә, Нагов һәм Аракан Ҡалҡыулыҡтары урынлашҡан Һиндостандың ситке көнсығышында тау һырты тигәнде аңлата. Менандр I будда әҙәбиәтендә (Милиндапаньха — Менандр батша Һорауҙары) буддизмға мөрәжәғәт иткән Милинда батша булараҡ телгә алына: ул архатҡа әүерелгән, һәм уның изге мәйете, Будданың ҡәберлектәре кеүек, ҡәҙерләп һаҡланған.

Б. э. т. 125 йылда һинд-грек территорияһына Евкратид улы батша Гелиокл етәкселегендә грек-бактрийҙар баҫып ингән, ләкин был ваҡытта юэчжи төньяҡтан грек-бактрийҙарға һөжүм итә башлай һәм Бактрияны баҫып ала. Был батшалыҡ ике өлөшкә — Менандр династияһы Джхелум йылғаһынан көнсығышҡа табан Матхураға тиклем үҙ территорияһында ҡалған, ә башҡа батшалар ҙурыраҡ территория (Паропамисадтар, көнбайыш Пенджаб һәм Арахозия) менән идара иткән. Һинд-грек батшалығының баш ҡалаһы Сиалкот була[1].

Көнсығыш территориялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡынса б. э. 10 йыллығында идараһын тамамлаған һуңғы һинд-грек батшаһы Стратон II

Менандрҙан һуң егермегә яҡын батша хакимлыҡ иткән. Минандр үлгәндән һуң, уның тол ҡатыны Агафоклея хакимлыҡ иткән, ул аҙаҡ бер ни тиклем ваҡыт улы Стратон I (Strato_I) хаҡында ҡайғыртып торған

Б. э. т. 100 йыл тирәһе Һиндостан батшалары Рави йылғаһынан көнсығышҡа табан урынлашҡан Матхура һәм Көнсығыш Пенджаб биләмәләрен кире ҡайтара алған, һуңынан улар үҙҙәренең тәңкәһен һуға башлаған. Тәңкәләрҙә Арджунайан һәм Яудхей хаҡында иҫкә алыуҙар Матхураның тейешле райондарында гректарҙы еңеүҙәре менән бәйле. Б. э. т. I быуаттарҙа Һиндостан батшалары, һинд — грек стиленә оҡшатып, үҙҙәренең тәңкәләрен сүкей башлаған (Марк 13: 43).

Көнбайыш Филоксен (Philoxenus Anicetus) урыҫ батшаһы б. э. т. 100 һәм 95 йылдар араһында Паропамисадтан алып Көнбайыш Пенджабҡа тиклем ҡалған бөтә грек территорияһын ҡыҫҡа ваҡытҡа биләй алған, һуңынан батшалыҡ йәнә тарҡалған. Көнсығыш батшалары территорияны Арахозияға тиклем кире ҡайтара алған.

Б. э. т. 80 йыл тирәһе һинд-скифтар батшаһы Меус (Maues) ә, бәлки, һинд-гректар хеҙмәтендәге хәрби начальник, бер нисә йыл төньяҡ-көнбайыш Һиндостан менән идара иткәндер, ләкин һуңынан һинд-гректар власты яңынан ҡайтара алған. Гиппострат батша (Hippostratos) (б. э. т. 65 — 55 йылдар) артабанғы батшаларҙың иң уңышлыһы булғандыр, моғайын, ләкин һуңынан ул еңелгәндер, һәм һинд-скиф батшаһы Азес I (Аzes_I) яңы династияһын барлыҡҡа килтергән.

Бөтә б. э. т. I быуат дауамында, һуңғы һинд-грек батшаһы Стратон II (Strato_II) һинд-скифтарҙан еңелгәнгә һәм б. э. 10 йылда власҡа Раджувула (Rajuvula) килгәнгә тиклем, һинд-скифтар баҫып инеүҙәре сәбәпле, көнсығыш Пенджабта ҡалған һинд-гректар яйлап биләмәләрен юғалта, ләкин б. э. 10 йылында Раджувул идара итә башлай.

Көнбайыш территориялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Паропамисадтағы (Кабул эргәһендә) Һинд-грек батшалығының көнбайыш өлөшөндә Гелиокл хакимлыҡ иткән, ләкин юэчждарҙың Бактрияға баҫып инеүе сәбәпле бәреп төшөрөлгән. Ул, Агафоклея батшабикәһе һүрәтләнгән тәңкәләрҙән, уның биләмәһенең бер өлөшөн биләгәнен күрһәтеп, үҙенең бер нисә тәңкәһен сүкеткән. Уның тарафдашы Зоил I Геракл һәм еңеү символдары менән тәңкәләр һуҡҡан, күрәһең, ул юэчждар менән альянсҡа ингән.

Б. э. т. 70 йыл тирәһе, Бактриянан юэчждар килгәнгә тиклем, хакимлыҡ иткән Гермей һуңғы батшаһы булған яҡынса һигеҙ көнбайыш Һинд-грек батшаһы билдәле. Һуңғы Хань Династияһының ҡытай хроникаларында ҡытай генералы Вэнь Чжун Гермей менән юэчждар араһында һинд-скифтарға ҡаршы союз ойошторорға ярҙам итте, тиелә.

Б. э. т. 70 йылдан һуң, юэчждар Паропамисад менән идара итә башлаған, әммә тағы утыҙ йыл Гермей тәңкәләрен сығарған, ә һуңынан улар ҡушан тәңкәләре менән алмашынған.

Юэчждар Гермейҙан һуң Паропамисадты биләгән, тип фаразлана. Документтарҙа телгә алыныуынса, б. э. т. 20 йыл тирәһе юэчждарҙың беренсе шаһзаты хакимлыҡ иткән, уның тураһында грекса, әүәлге грек батшалары кеүек үк, телгә алына. Юэчждар б. э. I быуатында көнсығышҡа табан таралған һәм Ҡушан батшалығын барлыҡҡа килтерә. Кушандың беренсе батшаһы Куджула Кадфиз тәңкәләрендә, күрәһең, күсәгилешлелеген һыҙыҡ өҫтөнә алып йәки тәхеткә хоҡуғын нигеҙләп, үҙен Гермей менән тиңләштергән.

Һинд-грек бәйләнештәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грек һәм пали телдәрендә яҙылған батша Менандрҙың ике телле көмөш тәңкәһе: «Котҡарыусы батша Менандрҙыҡы»

Селевк I, туғанлыҡ бәйләнештәре менән нығытып, Чандрагупта Маурья менән союз төҙөгәндән алып, гректар үҙҙәрен Маурья династияһының союздашы тип иҫәпләй алғандар, тип яҙған Юниан Юстин. Ашока исемлегенең береһендә (ҡаяға яҙылған эдикт 13) Селевкиҙар империяһын — дхарманың еңеүен яулаған урындарҙа, ә үҙ империяһының грек халҡы буддизм йондоҙҙары рәтендә телгә ала.

Билдәле булыуынса, Һинд-грек батшалығында буддизм сәскә атҡан. Икенсенән, бактрий гректарының Һиндостанға үтеп инеүе грек халҡын яҡлауҙан тыш, элекке Маурья империяһы халҡын Шунганың брахмансылар династияһы яғынан дини эҙәрләүҙәрҙән һаҡлауға ла бәйле, тигән фекер йөрөй.

Походҡа сыҡҡан Деметрий Дхармамита («дхарманың дуҫы») һинд пурандарында телгә алына. Деметрий нигеҙләнгән Сиркап ҡалаһы күҙгә күренмәгән сегрегация эҙҙәренән тыш грек һәм һинд мәҙәниәтен берләштерә.

Һинд-грек батшаларына арналған тәүге тәңкәләр составында түбәндәге эпитет βασιλευς σωτηρ (ҡотҡарыусы батша) бар.

Һиндостан әҙәбиәтендә һинд гректары өсөн явана (ионийҙар һүҙенең транслитерацияһы) исеме ҡулланыла. Харивамста һинд-гректар сака, камбоджа, пахлава һәм парава төркөмдәре менән берлектә кшатрияларға (яугирҙар кастаһына) ҡарай. Мадджхима-никая әйтеүенсә, явана, камбоджа — һинд булмаған яугирҙәрҙең кастаһы, ә һинд халҡы араһында ике категория кешеләре — бер категориянан икенсеһенә күсә алған арья (хужалар) һәм даса (ҡолдар) ғына бар.

Индуизм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грек батшалары яһаған тәңкәләрҙән индуизм дине булғанын билдәләп була. Иң тәүге осорҙа тәңкәләрҙә һинд аллаларының грек образдары һүрәттәре берләшкән, шулай уҡ ике телле яҙмалар осраған.

Артабан индуист аллаларын һүрәтләү туҡтатылды, эллинистик стилдәге будда һүрәттәре урын алған. Был гректарҙың Һиндостанды яулағандан һуң, тәүҙә һинд ойошмалары араһында популяр булырға ынтылыуын, һуңынан буддизмды әүҙем индерә башлауын фараз итергә мөмкинлек бирә.

Һуңыраҡ, бәлки, вариҫлыҡ хоҡуғын раҫлау өсөн, һинд батшалары тәңкәләре грек һәм индус мотивтары менән һуғыла башлаған.

Буддизм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Менандр батшаның буддизмды ҡабул итеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гандхара буддаһы

Батша Менандр I (Милинда) Деметрийҙың иң уңышлы һәм билдәле вариҫтарының береһе булған, әммә б. э. т. 150—135 йылдарҙа хакимлыҡ иткән. Грек авторҙары уны ҡайһы берҙә Александр Македонский менән сағыштыра, Страбон да уның бөйөклөгө һәм ҡаҙаныштары тураһында яҙа (XI.II.I).

Ҡотҡарыусы тип аталған Менандр буддизм динен ҡабул иткән, һәм буддизмдың таралыуында уның роле, батша Ашок менән Ҡушан батшаһы Канишка I роле кеүек үк, будда әҙәбиәтендә юғары баһаланған. Уның будда монахы Нагасина менән диалогтары «Милинда мәсьәләләре» яҙмаһы буйынса билдәле — был диалогтарҙа будда архатына әйләнеү аңлатыла.

Плутарх, үҙе үлгәндән һуң ерләү усағынан көл күп ҡалалар араһында бүленде һәм Будда баҫҡыстары (ступы) кеүек монументтар төҙөлдө, тип яҙған.

Буддизмдың таралыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Махавамса шаһитлығы буйынса, Александриянан (фаразлағанса, Ҡабул эргәһендәге Кавказ Александрияһы) килгән грек монахы Махадхармараксита 30 мең монахы менән Шри-Ланкалағы Анурадхапура Бөйөк Ступа асыу тантанаһына Александрия ҡалаһына килгән.

Шулай уҡ грек губернаторҙарынан буддизм характерындағы яҙмалар һәм бағышлауҙар бар.

Буддизмдың Үҙәк һәм Төньяҡ Азиялағы таралыуының төп тулҡыны ҡушандар менән бәйле булһа ла, уның Грек-бактрий һәм Һинд-грек батшалыҡтарына ингән Гандхара батшалығы аша таралыу ихтималлығы бар. Был гректарҙың будда общинаһында ҙур роль уйнағанын иҫбатлай.

Былддизмдың Үҙәк һәм Төньяҡ Азиялағы таралыуының төп тулҡыны кушандар менән бәйле булһа ла, былдизмдың унда элек, Грек-бактрий һәм Һиндостан-Грек батшалыҡтарына ингән Гандхара батшалығы аша таралыу ихтималлығы бар.

Грек-будда сәнғәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һинд-грек осоро сәнғәте, тәңкәләр һәм таш палеттарҙан тыш, насар раҫланған. Йыш ҡына Гандхарҙың хеҙмәттәре Һинд-Скиф батшалығының, Һинд-парфян батшалығының йәки Кушан батшалыҡтарының һуңыраҡ осорона ҡараталар.

Был хәлдең датаһын билдәләү ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Бер нисә күҙаллауҙар буйынса, һинд һәм грек символикалы эштәр беҙҙең эраның тәүге быуаттарында сәйәхәт иткән грек рәссамдарыныҡы.

Шулай уҡ һинд-грек осоронда грек традицияһындағы будда скульптура һындары таралған булған, тип күҙаллана, әммә аныҡ датаны билдәләп булмай.

Зороастризм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гандхара сәнғәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Скиф һәм ҡушан һөжүмдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туника кейгән ҡушан дәүләтне кешеһе, б. э. II быуаты, Гандхара.

Б. э. т. 130 йылдан алып бында төньяҡтан Баҡтрияға һинд-европа күскенселәре (скифтар һәм юэчжиҙар) һөжүм итә башлай. Б. э. т. 125 йылда грек — бактрий батшаһы Гелиокл, Бактрияны ҡалдырып, баш ҡалаһын Ҡәбул йылғаһы үҙәненә күсергән, унан Һиндостан биләмәләре менән идара иткән.

Юэчжиҙар Бактрияла тағы йөҙ йыл дауамында ҡалғанлыҡтан, скифтар көньяҡ-көнсығышҡа табан төньяҡ Пакистанға юл тота һәм, һинд-грек батшаларының баш булыуын танып, һинд-скиф батшалығын ойоштора.

Һинд-кипр батшаһы Май б. э. т. яҡынса 80 йыл самаһы Гандхар менән Таксиланы биләгән, ләкин уның вафатынан һуң батшалығы тотороҡло булып ҡала алмаған һәм һинд-гректар яңынан династияларын уңышлы үҫтерә башлаған, был Аполлодот II һәм Гиппострат батшалығының тәңкәләрен күпләп сығарыуҙа күренә. Азес I б. э. т. 55 йылда төньяҡ-көнсығышта скиф хакимлығын урынлаштырғанға тиклем. Һинд-скиф тәңкәләрендә грек мифологияһы персонаждарының һүрәттәре төшөрөлгән.

Һуңғы осорҙа һинд-грек батшаларына Ҡытай империяһы ярҙам иткән. Хань һуң династияһы хроникаһы б. э. т. 50 йыл тирәһе, Ки-пинь (Ҡабул үҙәне) буйынса көнбайыш Ганьсуҙа сик буйы өлкәһе идарасыһы булған ҡытай генералы Вэнь Чун менән «Юн-Кюй короленең улы» (йонака, грек) Инь Мофу (Гермей) араһындағы альянсты һүрәтләй. Берләшкән ғәскәрҙәр Һинд-скифтар контроле аҫтында булған Ки-пингә һәм Инь Мофуға һөжүм итә. Гермей, Хан империяһының вассалы булараҡ, ҡытай власть атрибуттарын һәм мисәт алып, Ки-пинь батшаһы тип иғлан ителә. Һуңғараҡ ҡытайҙар алыҫтағы ерҙәр менән ҡыҙыҡһынмай башлаған, һәм альянс тарҡалған.

Көнбайыштағы һинд-грек биләмәһенең һуңғы батшаһы Гермей, күрәһең, б. э. т. 70 йыл тирәһе эллинлаштырылған юэчждар тарафынан ҡолатылған, һәм ул б. э. т. 40 йылдарына тиклем уның тәңкәләрен сығарыуын дауам иткән. Үҙәк өлкәләге һуңғы батша Гиппостратты б. э. т. 50 йыл тирәһе һинд-скифтары тәхеттән төшөргән, ләкин көнсығышта һинд-грек батшалары б. э. 10 йылға тиклем һаҡланып ҡалған, Стратон II һуңғы батша була. Әммә тәңкәләр сығарыу хоҡуғы булмаған ҙур булмаған грек общиналары менән идара итеүсе бәләкәй һинд-грек батшасыҡтары I быуатта ла ҡалған, улар араһында Гандхараның төньяғында Теодам билдәле.

Артабан Ҡушан империяһына нигеҙ һалған юэчжиҙар мәҙәни һәм сәйәси йәһәттән һинд-грек динен тотоусы булған, улар яҙманы, буддизм сәнғәтен ҡабул иткән, үҙҙәренең күсәгилешлеген нигеҙләп, Гермей тәңкәләрен һуғыуын дауам иткән.

Батшалыҡ ҡыйратылғандан һуң[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәнғәте һәм дине[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Астрономия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тел үҙләштермәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Генетика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хадда портреттары, III быуат

Һиндостан субконтинентында үткәрелгән ДНК- митохондрияларҙың генетик тикшеренеүҙәре гректарҙың генетик ролен баһаларға тырышҡан. Бөгөнгө гректарға хас булған ҡайһы бер мөһим маркерҙар табылманы, шуға күрә Пенджаб районында гректарҙың һәм европалыларҙың генетик йоғонтоһон 0-15 % интервалында баһалайҙар. Ентекле: Кивисилд һ. б. «Һинд касталарының һәм ҡәбиләләренең килеп сығышы» (Kivisild et al. «Origins of Indian Casts and Tribes»).

Әммә, митохондриаль ДНК-ла ҡатын-ҡыҙҙар яғынан ғына мираҫ ҡалған, шул уҡ ваҡытта Александр Македонский армияһы, урындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙан ҡалған тоҡомдары байтаҡ булыуға ҡарамаҫтан, башлыса митохондриаль ДНК-ға өлөш индерә алмаған ир-егеттәрҙән тора.

Шул уҡ ваҡытта төбәктә гректарҙың генетик үҙенсәлектәре һаҡланыр тип көтөлдө, унан да бигерәк Гиндукуштағы һәм Тажикстандың Таулы Бадахшан ҡалаһындағы ҡайһы бер общиналар (атап әйткәндә, Пакистандың Калаша һәм Хунза, Афғанстандағы нуристан халҡы) үҙҙәрен гректарҙың тоҡомо тип иҫәпләй.

Әммә Искәндәр Зөлҡәрнәй Александр Македонский армияһында гректар күп булмаған, ә һалдаттарҙың күбеһе фарсы, скиф һәм фракций сығышлы булған, тигән фараз да бар.

Һиндостан менән Рим һәм грек бәйләнештәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Быяла һауытта грек-рим гладиаторы, Беграм, 100-сө йылдар

Батшалар һәм территориялар хронологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Деметрий I Бактриялы, Һинд-грек батшалығына нигеҙ һалыусы

Грек-бактрий батшаһы Евтидем I-ң вариҫтары, б. э. т. 180 йыл тирәһе Төньяҡ Һиндостанға баҫып ингән, Көнсығыш Һиндостандың баш ҡалаһы Паталипутраға тиклем барып еткән, Гиндукуш һәм Матхура араһындағы өлкәне яулап алып, төньяҡ Һиндостандың күпселек өлөшөн контролгә алған.

Деметрийҙың Бактриянан Паталипутраға тиклемге территорияһы көнсығыш һәм көнбайышҡа бүленгән, удел батшалары һәм уларҙың вариҫтары тарафынан идара ителгән.

Көнбайыш өлөшөндә, Гелиоклға тиклем, артабан Грек-бактрий батшалығы батшалары идара иткән (б. э. т. 130).

Паропамисадалар, Арахозия, Гандхара һәм Пенджабҙән алып Матхураға тиклемге Көнсығыш өлөшө менән һинд-грек династияһы идара иткән.

Көнсығыштағы ерҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Территориялары: Матхураға тиклем Паропамисадтар (Евтидем I династияһы)

  • Баҡтрий Агафоклы (б. э. т. 190—180) Тәңкәләр
  • Панталеонт (Pantaleon) (б. э. т. 190—185)
  • Аполлодот I (б. э. т. 180—160)
  • Антимах II (б. э. т. 160—155) Тәңкәләр
  • Деметрий II (һинд-грек батшаһы) (б. э. т. 55 — 150)

Узурпатор Евкратид Евтидем I династияһын ҡолата һәм б. э. т. 170—145 йылдар араһында Һинд йылғаһына тиклемге территорияны биләй ала. Евкратидты һуңынан улы үлтерә, унан һуң батша Менандр I Гиндукуштан көнбайышҡа табан бөтә территорияларҙы контроль аҫтына ала.

Гиндукуштан Матхураға тиклем биләмә (б. э. т. 150—125 йыл):

  • Менандр I (б. э. т. 150—130 йыл), Аполлодот вариҫы. Батшалыҡ территорияһын ҙурайта һәм буддизмды әүҙем яҡлай.Тәңкәләр
  • Агафоклея (б. э. т. 130—125 йыл), Менандрҙың тол ҡатыны, батшабикә әсә һәм улы Стратон I регенты.

Тәңкәләр

Менандр үлгәндән һуң уның вариҫтары, Көнбайыш Һинд-грек батшалығына күскән Паропамисаданы һәм Арахосийҙы юғалтып, кире Гандхараға табан ҡыҫырыҡлана. Һуңыраҡ көнсығыш батшалары көнбайыш Пенджабҡа тиклем тағы ла йырағыраҡ ҡыҫырыҡланған.

Гандхара/Көнбайыш Пенджабтан Матхураға тиклемге биләмә (б. э. т. 125—100 йылдар):

  • Стратон I (б.э.т. 125—110 йыл) Тәңкәләр, Менандр I һәм Агафоклеяның улы
  • Гелиокл II (б. э. т. 125—100 йыл) Тәңкәләр

Киләһе батшалар батшалыҡтың өлөштәре менән идара иткән:

  • Поликсен Эпифан Сотер (б.э.т. 100 йыл) — күҙалланғанса — Гандхарала.
  • Деметрий III Аникет (б. э. т. 100 йыл)

Б. э. т. 100 йыл үткәндән һуң, Һиндостан батшалары Рави йылғаһы аръяғында урынлашҡан Матхур һәм Көнсығыш Пенджаб территорияларына эйә булған һәм үҙ тәңкәләрен сүкей башлаған. Б. э. т. 100 һәм 95 йыл араһында көнбайыш батша Филоксен Паропамисадтан алып көнбайыш Пенджабҡа тиклемге ҡалған грек биләмәһенә ҡыҫҡа ваҡытҡа эйә була, ләкин һуңынан көнсығыш батшалары Арахозияның көнбайышына тиклем яңынан был биләмәлә аяҡҡа баҫа.

Б. э. т. I быуат дауамында, Һинд-скиф батшалығы һөжүм иткәнлектән, һинд-гректар яйлап биләмәне юғалта барған, б. э. 10 ййылдарына тиклем көнсығыш Пенджабта һуңғц һинд-скиф батшаһы Стратон II хакимлыҡ иткән.

Арахосия һәм Гандхара территорияялары (б. э. т. 95-70):

  • Аминта Никатор (б. э. т. 95-90) Тәңкәләр
  • Певколай Дикайос Сотер (б. э. т. 90 йылдар).
  • Менандр II (б. э. т. 90 — 85 йй.) Тәңкәләр
  • Архебий (б. э. т. 90 — 80-се йй.) (Көнбайыш Пенджаб менән) Тәңкәләр
  • (Мауэс), Һинд-киф батшаһы
  • Артемидор Аникет (б. э. т. 80 йылдар) Тәңкәләр.
  • Телеф Эвергет (б. э. т. 75 йыл) Тәңкәләр

Көнбайыш Пенджаб биләмәһе (б. э. т. 95 — 55)

  • Эпандер (б. э. т. 95 — 90) arch=Epander&Thumb=1 Тәңкәләр
  • Архебий (б. э. т. 90 — 80). Тәңкәләр
  • (Мауэс), Һинд-скиф батшаһы.
  • Трасон (Фрасон) (б. э. т. 80 йылдар йәки алдараҡ
  • Аполлодот II (б. э. т. 80 — 65) (Көнсығыш Пенджаб менән идара иткән) Тәңкәләр
  • Гиппострат (б. э. т. 65 — 55) Монеты, һинд-скиф батшаһы Азес I тарафынан ҡолатылған
  • (Азес I) Һинд-скиф батшаһы.

Б. э. т. 80-се йылдарында көнсығыш Пенджабтың бер өлөшө ҡайтанан контролгә алына:

Көнсығыш Пенджаб территоириялары (б. э. т. 80 й. — б. э. 10 б.)

  • Аполлодот II (б. э. т. 80 — 65). Тәңкәләр
  • Дионисий Сотер (б. э. т. 65-55)
  • Зоил II (б. э. т. 55-35)
  • Аполлофан Сотер (б. э. т. 35-25)
  • Стратон II (б. э. т. 25 — б. э. 10 йылдары) Монеты
  • (Раджувула), Һинд-скиф батшаһы' .

Көнбайыштағы ерҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грек-бактрий һәм һинд-грек киңлегенең көнбайыш өлөшөндә көнбайыш батшалары идара итә башлаған инде. Менандр I үлгәндән һуң, Паропамисада менән Арахозия юғала, һәм көнбайыш батшалары Гандхараға баҫып инә. Был батшаларҙың ҡайһы берҙәре Эвкратид I династияһына ҡарай.

Паропамисада, Арахозия, Гандхара территориялары (б. э. т. 130 — 95):

  • Зоил I (б. э. т. 130—120) Менандр династияһына ҡаршы баш күтәрә Тәңкәләр
  • Лисий Аникет (б. э. т. 120—110), Гандхараны яулап алған, тип фараз ителә. Тәңкәләр
  • Антиалкид (б. э. т. 115 — 95) Тәңкәләр
  • Филоксен (һинд-грек батшаһы) (б. э. т. 100 — 95) Тәңкәләр. Көнбайыш Пенджабта ла идара иткән.

Филоксен идара иткәндән һуң Көнбайыш батшалыҡ тарҡалған һәм ҡаҡшаған, киләһе батшалар башлыса Паропамисада өлкәһендә идара иткән.

'Паропамисада территориялары (б. э. т. 95 — 70)

  • Диомед Сотер ((б. э. т. 95 — 90) Тәңкәләр
  • Теофил (Бактрия батшаһы (б. э. т. 90) Монеты
  • Никий (һинд-грек батшаһы) (б. э. т. 90 — 85)
  • Гермей (б. э. т. 90 — 70)
  • (Юэчжи хөкөмдарҙары)

Юэчжи Гермейҙан һуң Паропамисаданы биләгән тип фаразлайҙар. Документтарҙа телгә алынған Юэчжиның беренсе шаһзаты Сападбиз б. э. т. 20-се йылдар тирәһе хакимлыҡ иткән. Юэчжи б. э. I быуатында көнсығышына табан таралған һәм Ҡушан империяһын барлыҡҡа килтерә. Беренсе ҡушан батшаһы Куджула Кадфиз, күрәһең, күсәгилешлелеген һыҙыҡ өҫтөнә алған йәки тәхеткә хоҡуғын нигеҙләптер, тәңкәләрендә үҙен Гермай менән тиңләштергән.

Көнбайышта айырым һуңғы грек батшалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төньяҡ Һиндостанды һинд-кифтар биләп алғас та, ҡайһы бер грек общиналары, күрәһең, тәңкәләрҙә телгә алынмайынса, Парапомисада һәм Гандхара өлкәләрендә бәләкәй батшалар менән идара ителеүен дауам иткәндер.

  • Теодам (б. э. т. I быуат) Төньяҡ Гандхарала Баджаур өлкәһенең һинд-грек хакимы.

Сатавахана батшаларының яҙмаларынан күренеүенсә, һинд — гректарҙың хәрби отрядтары б. э. II быуатта һуғышында төбәк сәйәсәтендә мөһим роль уйнауын дауам иткән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Monnaies Gréco-Bactriennes et Indo-Grecques, Catalogue Raisonné», Osmund Bopearachchi, 1991, Bibliothèque Nationale de France, ISBN 2-7177-1825-7.
  • «The Shape of Ancient Thought. Comparative studies in Greek and Indian Philosophies» by Thomas McEvilley (Allworth Press and the School of Visual Arts, 2002) ISBN 1-58115-203-5
  • «Buddhism in Central Asia» by B.N. Puri (Motilal Banarsidass Pub, January 1, 2000) ISBN 81-208-0372-8
  • «The Greeks in Bactria and India», W.W. Tarn, Cambridge University Press.
  • «Dictionary of Buddhism» Damien Keown, Oxford University Press ISBN 0-19-860560-9
  • «De l’Indus à l’Oxus, Archéologie de l’Asie Centrale», Osmund Bopearachchi, Christine Sachs, ISBN 2-9516679-2-2
  • «The Diffusion of Classical Art in Antiquity» by John Boardman (Princeton University Press, 1994) ISBN 0-691-03680-2
  • «The Crossroads of Asia. Transformation in Image and symbol», 1992, ISBN 0-9518399-1-8
  • «Indo-Greek, Indo-Scythian and Indo-Parthian coins in the Smithsonian institution», Smithsonian Institution, Bopearachchi, 1993
  • Милиндапаньха. Пер. с пали А. Парибка. Изд-во «Наука». М.1989

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо Һиндостан дәүләттәре (урта тарихи осор)
Период: Төньяҡ Ҡөньяҡ Пятиречье

 Б.Э.Т VI быуат
 Б.Э.Т V быуат
 Б.Э.Т IV быуат

 Б.Э.Т III быуат
 II быуат до н. э.

 Б.Э.Т I быуат
 I быуат


 II быуат
 III быуат
 IV быуат
 V быуат
 VI быуат
 VII быуат
 VIII быуат
 IX быуат
X быуат
XI быуат


















(Әһәмәниҙәр дәүләте)
(Македония империяһы)






(Һиндостанда ислам дәүләте)

Ҡалып:Племена и царства в Махабхарате