Эстәлеккә күсергә

Һомай (аҡыллы колонка)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һомай
Нигеҙләү датаһы 2020[1]
Атамаһы Һомай һәм Homai
Һынауҙа баһаланды Балалар баҡсаһы[2]
Заказ биреүсе Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды[d]
Кем хөрмәтенә аталған Һомай
Дәүләт  Рәсәй
Нәшер ителеү ваҡыты 2023[3][4][2]
Әҫәрҙең теле башҡортса‎[5] һәм урыҫ теле[5]
Рәсми сайт homai.ru[6]
Хупланды Башҡортостан Республикаһының башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды[d], Хəбиров Радий Фəрит улы һәм Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды[d]

Һомай (Homai) — башҡорт телендә һөйләшкән аҡыллы колонка һәм виртуаль ассистент. Проект заманса технологиялар ҡулланып телде өйрәнеүҙең интерактив һәм ҡыҙыҡлы ысулын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Колонка кеше һөйләмен аңлай һәм төрлө командаларҙы үтәй ала. Программист Айгиз Кунафин һәм уның командаһының проекты. «Урал батыр» эпосындағы Һомай хөрмәтенә аталған[7].

Аҡыллы колонка булдырыу идеяһы программист Айгиз Ҡунафинға 2020 йылда килә, ул тәүҙә өйгә эштәрҙе тикшерер өсөн сайт эшләргә уйлай, әммә һуңыраҡ интерактивыраҡ хәл итеү ысулы – аҡыллы колонка булдырырға ҡарар итә. Артабан уны тормошҡа ашырыу энтузиастар тарафынан алып барыла[8][7]. Ҡулланыусыларға башҡортса ассистент хеҙмәте күрһәтеүсе яһалма интеллектлы беренсе 250 колонканы сығарыу өсөн 2023 йылда проект Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ була[9][10], беренсе партияһы 2024 йылдың 12 ғинуарында Өфөнөң башҡорт телле 6 балалар баҡсаһына тапшырыла[11].

Һомай колонкаһының нигеҙендә яһалма интеллект технологиялары ята . Ул башҡорт теленең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эшләнгән телмәрҙе таныу (speech recognition) һәм телмәр синтезы (speech synthesis) системаларын ҡуллана . Был технологиялар колонкаға башҡортса әйтелгән һүҙҙәрҙе аңларға һәм үҙенә яуапты башҡортса формалаштырып әйтергә мөмкинлек бирә. Колонканың белем базаһына телгә һәм мәҙәниәткә хас булған мәғлүмәттәр индерелә.

Һомай аҡыллы колонкаһы төрлө функцияларҙы үтәй ала, шул иҫәптән:[11]

Тел менән эшләү:

  • Башҡортса (башҡа телдәрҙә, әгәр өҫтәлһә) бирелгән командаларҙы аңлау
  • Һорауҙарға яуап биреү.

Көндәлек эштәр:

  • Һауа торошон, ваҡытты әйтеү
  • Яңылыҡтар менән таныштырыу
  • Уятҡыс һәм таймер ҡуйыу

Белем һәм Мәҙәниәт:

  • Телгә бәйле белем биреү функциялары (мәҫәлән, һүҙҙәрҙең тәржемәһе, грамматик ҡағиҙәләр)
  • Башҡортса музыка, әкиәттәр, аудиокитаптар ҡуйыу
  • Мәҙәниәткә бәйле мәғлүмәттәр менән таныштырыу [Homai тасуирламаһынан].

Мари телендә һөйләшкән виртуаль ярҙамсыны булдырыу буйынса эш алып барыусы лингвист һәм тел активисы Андрей Чемышев белдереүенсә, өлгөләре 2024 йылдың февраль-мартында сығарыласаҡ iВика (ялан мари Айвика) яһалма интеллекты шулай уҡ Һомай эшләгән колонкала йәшәйәсәк:

« Аҡыллы колонка тураһындамы? Мин уны эшләргә йыйынмағайным. Беҙ Айгиз менән аудио- һәм видеоконтентты автоматик тәржемә итеү системаһы кәрәк тип уйланыҡ, беҙҙең балалар мультфильмдарҙы үҙ туған телдәрендә ҡараһын өсөн: Айгиздең башҡортса, ә минең Эрвина — мариса. Улар үҙ планшеттарын ҡабыҙа, ә мультфильмдар автоматик рәүештә беҙ көйләүҙәрҙә ҡуйған телдәргә тәржемә ителә... Әммә Айгиз алды ла үҙенең башҡортса Һомай аҡыллы колонкаһын булдырҙы... Һәм беҙгә бер үк аппарат тәьминәтен һәм программа тәьминәтен ҡулланыу идеяһы килде, ә колонка күп телле буласаҡ: Һомай тиһәң — һиңә башҡортса, iВика тиһәң — мариса яуап бирә.[12]
Андрей Чемышев
»

Башҡорт теле өсөн әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һомай аҡыллы колонкаһы башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙә мөһим роль уйнай:[13].

  • Башҡорт теленең көнкүрештә һәм заманса технологияларҙа ҡулланылыуын киңәйтә.
  • Телде өйрәнеүселәр өсөн интерактив ҡорал булып хеҙмәт итә.
  • Башҡорт телле контентты таратыуға һәм уға инеүҙе еңелләштереүгә булышлыҡ итә.
  • Йәштәр араһында туған телгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға этәргес бирә ала.
  1. Миллиард.татар — 2021.
  2. 1 2 ТАСС (урыҫ) — 1904.
  3. Татар-информ (урыҫ) — 1990.
  4. Российская газета (урыҫ)Россия: 1990. — ISSN 1606-5484; 1560-0823
  5. 1 2 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
  6. Telegram-канал
  7. 1 2 Не Алиса, а Һомай: уфимец разрабатывает башкироязычный аналог умной колонки
  8. ЯҺАЛМА ИНТЕЛЛЕКТ ҺОМАЙ БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘ
  9. Приказ №213 от 14.07.2023 "Об утверждении перечня победителей конкурса на предоставление некоммерческим неправительственным организациям грантов Главы Республики Башкортостан в форме субсидий на сохранение и развитие государственных языков Республики Башкортостан и языков народов Республики Башкортостан в 2023 году". Фонд грантов главы Республики Башкортостан / Фонд содействия гражданскому обществу Республики Башкортостан. Дата обращения: 2024 йыл 18 ғинуар.
  10. Модуль «Начальная школа» для умной колонки «Əминə» на базе платформы «Һомай». Фонд грантов главы Республики Башкортостан. Дата обращения: 2024 йыл 18 ғинуар.
  11. 1 2 В детсадах Башкирии появились умные колонки, говорящие на башкирском языке. Башинформ. Дата обращения: 2024 йыл 17 ғинуар.
  12. София Костогрызова. «Умная колонка будет мультиязычной: говоришь Һомай - отвечает по-башкирски, говоришь iВика - отвечает по-марийски». Миллиард.татар. Дата обращения: 2024 елның 19 гыйнвар.
  13. Айгиз Кунафин "Һомай - как создавали умную колонку говорящую на башкирском языке". UfaDevConf2023 конференциялағы сығышынан. Дата обращения: 2024 йыл 17 ғинуар.