Һунарҙағы фажиғә (фильм, 1968)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һунарҙағы фажиғә
Атамаһы Tragödie auf der Jagd
Жанр фильм-драма[d]
Ил  Германия
Әҫәр яҙылған тел Немец теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1968
Режиссёр Gerhard Klingenberg[d]
Ролдәрҙә Эрих Шеллов[d]
Оҙайлылыҡ 95 Минут
Төҫ төҫлө[d]

Һунарҙағы фажиғә (нем. Tragödie auf der Jagd) ― 1968 йылғы немец телефильмы. Режиссёры ― Герхард Клингенберг, сценарист ― Лев Леманн. Фильмдың сюжеты рус яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың шул исемдәге повесына нигеҙләнгән. Төп ролдәрҙә ― Эрих Шеллов, Аннализа Штокль-Эберхард, Генрих Швайгер һәм Вальтер Когут. 1968 йылдың 28 майында ARD телеканалында фильмдың премьераһы үтте.

Сюжеты [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүфиҡһыҙ суд тәфтишсеһе Иван Петрович Камышев үҙенең бала саҡ дуҫы, граф Кареев менән уның  усадьбаһында осраша. Унда ул усадьба идарасыһы Урбенин, шулай уҡ, Урбенинға ҡарағанда күпкә йәш, тамсы һөйөү хисе булмаған көйө ошо кешегә кейәүгә сығырға тейеш булған матур һәм халыҡтан сыҡҡан  ябай ҡыҙ Оленька менән таныша. Камышев Оленькаға иғтибар күрһәтә башлай, һәм ҡыҙ илтифатлыҡ менән яуап бирә. Әммә бер аҙҙан ул ҡыҙҙың граф менән дә ғишыҡ бәйләнешендә булғанын белеп ҡала. Йәне көйгән Камышев һунар ваҡытында Оленьканы граф бүләк иткән бысаҡ менән сәнсеп үлтерә. Әммә шик көнсөл Урбенинға төшә, ул ҡулға алына, хөкөм ителә һәм төрмәгә ябыла. Камышев, шул уҡ ваҡытта, был ваҡиға тураһында повесть ижад итә.

Тәнҡит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Немец киножурналы Film epd фильмға түбәндәге ҡылыҡһырлама характеристика биргән: «Антон Чеховтың уголовный енәйәт миҫалында ун туғыҙынсы быуат аҙағында буржуаз йәмғиәттең тарҡалыуын һүрәтләгән повесы буйынса шул уҡ исемле драматик постановка. Уйын сюжетын ентекле әҙәби эшкәртеү һәм актёрҙарҙың бик матур уйнауы әҙәби нөсхәгә лайыҡлы"Өҙөмтә хатаһы: <ref> асыу тамғаһы дөрөҫ түгел йәки мәғәнәһеҙ исем йөрөтә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]