Һыйышлыҡ

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «ёмкость» мәҡәләһе бар

Һыйышлыҡ — күп мәғәнәле һүҙ.

Электротехника, радиотехника, электроника, физика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Электр һыйышлығы — үткәргестең электр заряды туплау һәләтен күрһәтеүсе баһалама.
  • Һыйышлыҡ — шулай уҡ камил йәки һыйҙырышлы элемент конденсатор — электр сылбырының электр ҡыры энергияһын туплау үҙенсәлегенә камил эйә һаналған элементы. Һыйышлыҡ — һыйҙырышлыҡ элементының берҙән-бер параметры һәм конденсаторҙың төп параметры.

Аккумуляторҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Һыйышлыҡ (зарядтыҡы) — заряд биргән ваҡытта аккумуляторға ебәрелгән электр күләме.
  • Һыйышлыҡ (номиналь) — яңы аккумулятор тулыһынса зарядланған килеш нормаль шарттарҙа файҙаланғанда рөхсәт ителгән иң бәләкәй көсөргәнешкә төшкәнсе биргән энергия күләме (заряд).
  • Һыйышлыҡ (энергетик) — тулыһынса зарядланған аккумулятор рөхсәт ителгән иң бәләкәй көсөргәнешкә төшкәнсе биргән энергия күләме.

Математикала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Математикала һыйышлыҡ тип үлсәм менән оҡшаш баһаламалар һанала. Мәҫәлән:

  • Гармониялы һыйышлыҡ — билдәле бер формалағы әйберҙең электр зарядын тота алыу һәләтен үлсәй торған күплек баһаламаһы.
  • Минковский һыйышлығы — ирекле үлсәүле күплектәрҙең периметрын дөйөмләштереү.

Компьютер техникаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Һыйышлыҡ (информатика) — компьютер, шулай уҡ уның ҡушымтаһында, тыштан мәғлүмәт туплағыстар хәтерендә максималь күләмдә һаҡларға мөмкин булған мәғлүмәт.


  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 620, 621-се биттәр