Һынлы сәнғәт һәм скульптура дәүләт музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һынлы сәнғәт һәм скульптура дәүләт музейы
Музей бинаһы
Музей бинаһы
Асылған ваҡыты 1930
Урынлашыуы Анкара, Төркиә Төркиә
Логотип Викисклада Һынлы сәнғәт һәм скульптура дәүләт музейы Викимилектә

Һынлы сәнғәт һәм скульптура дәүләт музейы(төр. Resim ve Heykel Müzesi) — Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала урынлашҡан һынлы сәнғәт һәм скульптура музейы.

Этнография музейынан йыраҡ булмаған урында урынлашҡан.

Бында XIX быуат аҙағынан хәҙерге заманға тиклемге төрөк сәнғәте коллекцияһы һаҡлана. Музейҙа шулай уҡ күргәҙмәләр уҙғарыу өсөн һынлы сәнғәт галереяһы бар.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1927 йылда архитектор Ариф Хикмет Коюноглу тарафынан Һынлы сәнғәт һәм скульптура дәүләт музейы бинаһының проекты эшләнә һәм Төркиә Республикаһының нигеҙләүсеһе һәм беренсе президенты Мостафа Кемал Ататөрк фарманы буйынса 1927 йылдан 1930 йылға тиклем төҙөлә[1].

Музейҙың бинаһы Анкараның Халыҡ йорто өсөн тәғәйенләнгән. Бина төрөк милли мотивтары менән биҙәлгән, йыһаздары алһыу ағастан яһалған. Төҙөлгән бинаның 500 урынға тәғәйенләнгән залында 1934 йылда тәүге төрөк операһы ҡуйыла, ә артабан ошо бинала Төрөк теле һәм тарихының беренсе съезы һәм башҡа ҙур саралар уҙғарыла. 1975 йылда бина Төркиә Республикаһының Мәҙәниәт министрлығына тапшырыла.

Башта Һынлы сәнғәт һәм скульптура музейы шәхси музей булараҡ эшләй, әммә әкренләп Төркиә Республикаһы хөкүмәте уны үҙ балансына ала һәм Мәҙәниәт министрлығы милкенә тапшырыла һәм Анкараның элекке Халыҡ йорто бинаһына күсә.

Һынлы сәнғәт һәм скульптура артабанғы картиналар музейы коллекцияһының тәүге әҫәрҙәре була: Осман Хәмди-бейҙең «Ҡорал һатыусы», Василий Васильевич Верещагиндың «Тимур Тамерландың ишектәре», Фаусто Зонароның «Тамерлан ҡәбере», Эмель Корутюрктың «Йәш ҡыҙҙың портреты» һәм башҡалар. Артабан музей коллекцияһы Эшреф Урен, Туран Эрол, Ариф Каптан, Орхан Пекер, Рефик Эпикман, Осман Зеки Эрол, Шефик Бурсалы һәм башҡа төрөк рәссамдарының әҫәрҙәре менән тулылана бара.

Хәҙерге заманда Һынлы сәнғәт һәм скульптура дәүләт музейы 1980 йылда яңыртылған бинала эшләй. 1980 йылғы бинаны реставрациялау барышында унда өҫтөлмә ҡаралтылар төҙөлә, уларҙа хәҙерге ваҡытта һынлы сәнғәт, скульптура һәм керамика оҫтаханалары эшләйҙәр. 2011 йылда Һынлы сәнғәт һәм скульптура дәүләт музейы йәнә яңыртыла.

Экспозицияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытта Һынлы сәнғәт һәм скульптура дәүләт музейы төрөк сәнғәтенең үҙәге булып тора. Бында билдәле төрөк рәссамдарының, скульпторҙарының һәм башҡа ижад шәхестәренең әҫәрҙәре тупланған. Төрөк нәфис сәнғәтенең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеш дәүерҙәрен һәм классификацияһын сағылдырған һынлы сәнғәт әҫәрҙәре коллекцияларына өҫтәмә итеп, музейҙа нәфис сәнғәт китапханаһы ла эшләй. Был китапханала төрөк рәссамдарының архивтары тупланған.

Мостафа Кемал Ататөрк музейҙы асыу тантанаһында

Һынлы сәнғәт һәм скульптура дәүләт музейында лекциялар уҡыла, төрөк декоратив сәнғәте, керамикаһы, скульптураһы мәсьәләләре буйынса махсус семинарҙар уҙғарыла.

Һынлы сәнғәт һәм скульптура дәүләт музейының өс күргәҙмә залында халыҡ-ара мәҙәни килешеүҙәр сиктәрендә сит ил һынлы сәнғәте, скульптураһы, керамикаһы, полиграфияһы һәм фотографияларының күргәҙмәләре уҙғарыла. Музейҙа һаҡланған төрөк сәнғәт әҫәрҙәре коллекцияларының күргәҙмәләре шулай уҡ сит илдәрҙә лә уҙғарыла.

Һынлы сәнғәт һәм скульптура дәүләт музейының тарихи залында концерттар, театраль сәхнәләштереүҙәр һәм фильмдарҙы күрһәтеү ойошторола.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]