Һынташты мәҙәниәте
Һынташты мәҙәниәте бронза быуаты | ||
Мәҙәни берлек | ||
---|---|---|
Географик төбәк |
Көньяҡ Урал (Рәсәй, Ҡаҙағстан) | |
Дәүере |
б.э.т. III — II меңйыллыҡ | |
Дауамсылар: | ||
|
Һынташты мәҙәниәте — ҡула ( бронза быуаты) археологик мәҙәниәте (б.э.т. III меңйыллыҡ аҙағы — б.э.т. II меңйыллыҡ башы). Андрон мәҙәни-тарихи уртаҡлығының бер өлөшө булып тора.
Топонимика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҙәниәттең атамаһы Һынташты йылғаһы (Тубыл йылғаһының һул ҡушылдығы) буйындағы ултыраҡ исеменән алынған.
Характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һынташты мәҙәниәте төньяҡ киңлегенең 54 һәм 52 градустары араһында һәм көнсығыш оҙонлоғоноң 59 һәм 62 меридиандары араһында Көньяҡ Урал арты һәм Көньяҡ Уралдың төньяҡ далаларында таралған.
Хәҙерге заманда Силәбе һәм Ырымбур өлкәләрендә мәҙәниәттең 22 нығытылған ултырағы табылған. Һынташты мәҙәниәте ултыраҡ һәйкәлдәренең күпселеге Урал һәм Тубыл йылғалары бассейнында урынлашҡан.
Көньяҡ Уралда Арҡайым, Берсуат ултыраҡтары табылған[1], Таш Амбар, Ҡуйсаҡ, Һынташты, Тамаҡ, Степное, Кизильское, Аландское, Һынташты II һ.б.; Һынташты, Оло Ҡараған, Кәкрегүл, Буланово, Степное VII, Танабиргән II, Биштамаҡ ҡәберлектәре һ.б. Һынташты нығытылған ултыраҡтарының майҙаны, ҡағиҙә булараҡ, 2 гектар тәшкил итә, ҡайһы берҙә 3,4 гектарға етә.
Ултыраҡтарҙың үҙенсәлеге булып монументаль һаҡлағыс ҡорамалдарҙың сикләнгән комплексы формаһындағы фортификация системаһы тора. Ултыраҡтарҙың диуарҙары 5,5 метр ҡалынлыҡтағы һәм 3,5 метр бейеклектәге балсыҡ ҡатыш блоктарҙан һалынған. Майҙаны һәм үҙәгендә урамы булған түңәрәк, оҙонса һәм дүрткел планировкалы.
Торлаҡтарҙа усаҡтар, асыҡ мейестәр (каминдар), мөгәрәптәр, ҡоҙоҡтар, мәғдән иретеү мейестәре табылған.
Керамик һауыт-һаба — тулҡынлы һыҙыҡлы, фигуралар төшөрөлгән осло һәм түңәрәк ҡабырғалы (банка) формалы һауыт. Һынташты мәҙәниәте керамикаһы ямная мәҙәниәтенә барып тоташмаһа ла, һуңғы катакомба һәм абаш мәҙәниәттәренә йәнәш (параллель) тора[2].
В. А. Городцов катакомба мәҙәниәтен асыусы булған, ул 1901—1903 йылдарҙа Төньяҡ Донец боронғо ҡурғандарын тикшергәндә, катакомбаларға — вертикаль ҡоҙоҡтарҙан торған үҙенсәлекле ҡәберлектәргә (инеү соҡорҙарына), дромосҡа (коридор кеүек үткәлгә) һәм ерләү камераларына (ерләү урынына) иғтибар иткән. Ҡәберлек ҡорамалының конструктив үҙенсәлектәренән сығып, уны катакомба мәҙәниәте тип атағандар[3].
Мәйеттәрҙе ҡурған ҡәберлектәренә, күбеһенсә, ултыраҡтарға ҡаршы яҡта, йылға аръяғына, 3,5 метр тәрәнлектәге ерләү соҡор-төрбәләренә, һул яғына бөкөрәйтеп, устарын йөҙөнә яҡынайтып һалып, ерләгәндәр.
Ҡәберлектәргә яу ҡоралы (уҡ башаҡтары, баулы һөңгөләр (гарпундар), балталар, һөңгө башаҡтары), хеҙмәт ҡоралдары (бысаҡтар, энәләр, ураҡтар, уймырҙар, ҡасауҙар, ҡармаҡтар), биҙәүестәр (муйынсаҡтар, беләҙектәр, сулпылар), көнкүреш һәм йола предметтары һ.б. һалынған. Бик күп ҡәберлектәргә, башы, аяҡтары йүгереү торошонда урынлаштырылған, ҡорбан ителгән ат һалғандар; ике тәгәрмәсле яу арбалары ла осрай[4]. Хайуандар (аттар, эре мөгөҙлө мал, ваҡ мал, эттәр), ерләү йолаһының бер өлөшө булараҡ, ҡорбан ителгән[5].
Ерләү йолалары кешенең йәмғиәттәге урынына бәйле булмаған, ә уның енси-йәш градацияларын сағылдырған.
Ул дәүерҙә йәшәү сығанағы булып малсылыҡ торған. Һынташты мәҙәниәте вәкилдәре мәғдәнселек, мейестә яндырылған балсыҡтан әйберҙәр яһау (керамика), тире эшкәртеү, туҡыу һ.б. менән шөғөлләнгән.
Фән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һынташты мәҙәниәтен тикшереү менән ғалимдар И. М. Батанина, Н. Б. Виноградов,В. Ф. Генинг, А. В. Епимахов, Г. Б. Зданович, Т. С. Малютина, Д. Г. Зданович, Е. В. Куприянова һ.б. шөғөлләнгән.
Килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге моментта археологияла һынташты мәҙәниәтенең килеп сығыуы һәм формалашыуы буйынсе уртаҡ фекергә килешеү (консенсус) юҡ[6].
Төрлө фекер һәм сығанаҡ мәҙәниәттәр атала: абаш (Т. М. Потёмкина, В. С. Горбунов, О. В. Кузьмин, А. Д. Пряхин), катакомба (Н. М. Малов, В. В. Филипченко, А. В. Епимахов, Е. Е. Ткачёв),[2], күп валиклы керамика мәҙәниәте, донец катакомба, вольск-лбищен, полтавкин(Н. Б. Виноградов) мәҙәниәттәре[7], ямная[8], яҡын көнсығыш мәҙәниәттәре[9].
Һынташты мәҙәниәтенең формалашыуына (ямная мәҙәниәте) боронғо ямная һәм катакомба ҡәбиләләре тәьҫир иткән, шулай уҡ урындағы халыҡ сәбәпсе булған тигән фараз йәшәй[4]. Хәҙерге ваҡытта археологтарҙың күпселеге ямная һәм һынташты мәҙәниәттәренең туранан-тура бәйләнгәнлеген кире ҡаға[2][10][11][12]. Был мәҙәниәттең һинд-иран характерлы булыуын ғына барыһы ла таный[13][14][15].
Генетик тикшеренеүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Палеогенетика өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә ярашлы, һынташты мәҙәниәте кешеләренең баулы (шнурлы) керамика мәҙәниәте халҡы менән генетик яҡтан шаҡтай оҡшаш булыуы раҫлана. Баулы (шнурлы) керамика мәҙәниәте популяцияларының көнсығышҡа миграцияһы, моғайын, һынташты мәҙәниәте формалашыуға килтергәндер[16][17]. Һынташты мәҙәниәте вәкилдәренең ҡаҙылып алынған ДНК-аларын тикшергәндә, уларҙың Y-хромосомалы R1a гаплотөркөмгә[16] (R1a1a1b2a2-Z2124 һәм R1a1a1b2a2a-Z2123[18]) һәм митохондриаль гаплотөркөмгә J1-гә, J2-гә, N1-гә һәм U2-гә ҡарағанлығы асыҡлана[16].
RISE386 Bulanovo Sintashta б.э.т. 2298-2045 йылдар менән билдәләнгән, Z2121 һәм Z2124 сниптары буйынса ыңғай һөҙөмтә бирә. YP1460 снибы өсөн дә ыңғай һөҙөмтә күҙәтелә.
YP1460 снибы ҡырғыҙ тармағы өсөн позитив булған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Берсуат
- ↑ 2,0 2,1 2,2 В. В. Ткачев, А. И. Хаванский. Һынташты мәҙәниәте керамикаһы. Орск — Самара, 2006 г.
- ↑ Городцов В. А. Результаты археологических исследований в Изюмском уезде Харьковской губернии, 1901 года // Труды XII АС. — М., 1905. — Т. 1. — С. 174—341.
- ↑ 4,0 4,1 Г. Б. Зданович. Синташтинская культура. Башкирская энциклопедия. 2017 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Зданович Д. Г. Жертвоприношения животных в погребальном обряде населения степного Зауралья эпохи средней бронзы. Автореферат дисс. на соискание уч. степени канд. ист. наук. Екатеринбург, 2005
- ↑ Происхождение и хронология синташтинской культуры (материалы заседания круглого стола) // Аркаим — Синташта: древнее наследие Южного Урала, ч.2 (сбор. под. ред. Г. Б. Здановича). Челябинск. 2010 г.
- ↑ П. Ф. Кузнецов. Очерк к происхождению синташтинской культуры. // Аркаим — Синташта: древнее наследие Южного Урала, ч.2 (сбор. под. ред. Г. Б. Здановича). Челябинск. 2010 г.
- ↑ Н. Б. Виноградов. Проблема происхождения памятников синташтинского типа в Южном Зауралье. (перспективы взаимопонимания) // Аркаим — Синташта: древнее наследие Южного Урала, ч.2 (сбор. под. ред. Г. Б. Здановича). Челябинск. 2010 г.
- ↑ С. А. Ближневосточные компоненты в формировании синташтинской культуры и её хронология. // Аркаим — Синташта: древнее наследие Южного Урала, ч.2 (сбор. под. ред. Г. Б. Здановича). Челябинск. 2010 г.
- ↑ Богданов С. В. Проблема участия древнеямной традиции в генезисе синташтинских памятников. // Аркаим — Синташта: древнее наследие Южного Урала, ч.2 (сбор. под. ред. Г. Б. Здановича). Челябинск. 2010 г.
- ↑ О. Д. Молчанов. Дискуссионные вопросы происхождения керамических традиций синташтинских памятников. // Аркаим — Синташта: древнее наследие Южного Урала, ч.2 (сбор. под. ред. Г. Б. Здановича). Челябинск. 2010 г.
- ↑ В. В. Ткачев. К проблеме синташтинского культурогенеза. // Аркаим — Синташта: древнее наследие Южного Урала, ч.2 (сбор. под. ред. Г. Б. Здановича). Челябинск. 2010 г.
- ↑ Пьянков И. В. Аркаим и индоранская вара. // Аркаим — Синташта: древнее наследие Южного Урала, ч.1 (сбор. под. ред. Г. Б. Здановича). Челябинск. 2010 г.
- ↑ Джоунс-Блей К. Индоевропейский погребальный обряд, Ригведа и Авеста. // Аркаим - Синташта: древнее наследие Южного Урала, ч.1 (сбор. под. ред. Г. Б. Здановича). Челябинск. 2010г.
- ↑ Зданович Д. Г., Куприянова Е. В. Лошади и Близнецы: к археологии ритуала Центральной Евразии эпохи бронзы. // Аркаим — Синташта: древнее наследие Южного Урала, ч.1 (сбор. под. ред. Г. Б. Здановича). Челябинск. 2010 г.
- ↑ 16,0 16,1 16,2 Morten E. Allentoft et al. Population genomics of Bronze Age Eurasia // Nature. — 2015. — Vol. 522. — С. 167–172. — DOI:10.1038/nature14507.
- ↑ John Novembre. Human evolution: Ancient DNA steps into the language debate // Nature. — 2015. — Vol. 522. — С. 164–165. — DOI:10.1038/522164a.
- ↑ Ancient Eurasian DNA of the Copper and Bronze Ages 2017 йыл 22 ғинуар архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История башкирского народа : в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов ; Институт истории, языка и литературы УНЦ РАН. Уфа.: изд. Гилем, 2012. — 400 с.: ил. — ISBN 978-5-02-037008-1. т. 2. — 2012. — ISBN 978-5-91608-100-8
- Генинг В. Ф., Зданович Г. Б., Генинг В. В.
- Синташта. Археологический памятник арийских племен Урало-Казахстанских степей. Челябинск, 1992. Т. 1. С. 10-15.
- Генинг В. Ф. Могильник Синташта и проблема ранних индоиранских племен // СА. 1977. № 4. С. 53-73.
- Смирнов К. Ф., Кузьмина Е. Е. Происхождение индоиранцев в светеновейших археологических открытий. М., 1977
- Онищенко М. В. Проблема изучения Синташтинской культуры // Историко-культурное наследие Северной Азии: Итоги и перспективы изучения на рубеже тысячелетий (Материалы XLI Региональной археолого-этнографической студенческой конференции. Барнаул, 25-30 марта 2001 г.) / Под ред. А. А. Тишкина. — Барнаул: Изд-во Алт. ун-та, 2001. — С. 220-223. — 600 с. — 400 экз. — ISBN Ҡалып:ISBN с опечаткой.