Һыу

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һыу
Һыу: химик формула
Һыу: вид молекулы
Һыу: структура
Дөйөм үҙенсәлектәре
Систематик исемеВодород оксиды
Һыу[1] =
Ғәҙәти исемеһыу
Химик формулаН2O
Физик үҙенсәлектәре
Агрегат хәле (Стандарт шарттарҙа)шыйыҡлыҡ
Моляр масса18,01528 г/моль
Тығыҙлығы0,9982 г/см³
Динамик үҙлелек (Стандарт шарттарҙа)0,00101 Па·с
(20 °C-та)
Кинематик үҙлелек (Стандарт шарттарҙа)0,01012 см²/с
(20 °C-та)
Матдәлә тауыш тиҙлеге1348 м/с (дистиллирланған һыу) м/с
Термик үҙенсәлектәре
Иреү температураһы0 °C
Ҡайныу температураһы99,974 °C
Критик нөктә374 °C, 22,064 МПа
Моляр йылы һыйҙыралышлылыҡ (Стандарт шарттарҙа)75,37 Дж/(моль·К)
Йылы үткәреүсәнлек (Стандарт шарттарҙа)0,56 Вт/(м·K)
Хәүефһеҙлеге
Ағыулылығы
Һыу

Һыу (водород оксиды) — тәүторош хәлендә төҫө, тәме һәм еҫе булмаған үтә күренмәле шыйыҡса. Химик формулаһы: H2O. Температураһы Цельсий буйынса 0 градустан түбән төшһә, ҡаты рәүешкә инә, туңа. Һыу туң хәлдә боҙ, ҡар, бәҫ тәшкил итә. Температураһы Цельсий буйынса 100 градусҡа күтәрелһә, ҡайнап сыға һәм быуға әйләнә. Ер йөҙөнең 71 % тирәһе һыу ятҡылыктары менән ҡапланған. Улар океан, диңгеҙ, йылға, күл, боҙлоҡтарҙан тора.

Һыу — көслө иреткес. Тәбиғи хәлдә унда һәр ваҡыт ирегән матдәләр бар.

Ер йөҙөндә һыу төп йәшәү сығанағы булып тора. Һәр бер тере йәндең һәм үҫемлектең химик төҙөлөшөнә инә, тирә-яҡ мөхиттең торошон билдәләй.

Тере кешенең тәненең 55—78%-ы һыуҙан тора, уның күләме кешенең йәше һәм ауырлығына бәйле. Кеше организмында 10 % һыу юғалтыу үлем осрағына килтереүе мөмкин. Тәндә уның күләмен бер кимәлдә тотоу өсөн, кешегә көнөнә яҡынса 3 литр һыу эсергә кәрәк.

22 март — Бөтә донъя һыу көнө. Һыу ресурстары көнөн билдәләү тураһындағы тәүге тәҡдим 1992 йылда Рио-де-Жанейрола үткән БДБ-ның тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналған конференцияла тыуа[2][3].

Һыу төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыу Ер йөҙөндә өс агрегат хәлдә — шыйыҡса, газ рәүешендә һәм ҡаты булыуы мөмкин. Улар барыһы ла йәнәш була ала, мәҫәлән: һауала һыу быуы һәм болот, диңгеҙҙә һыу һәм айсберг, ерҙә боҙлоҡ һәм йылға. Ул бик күп матдәләрҙең тәмен ала, үҙендә иретә ала. Һыуҙы, «йәшәү сығанағы» булараҡ мөһимлеген иҫәпкә алып, өс типҡа бүлеп йөрөтәләр.

Барлыҡҡа килеү, составы, ҡулланышы һәм башҡа үҙенсәлеген иҫәпкә алып:

  • Кальций һәм калий катиондар нисбәте буйынса — йомшаҡ һәм ҡаты һыу.
  • Молекула изотобы буйынса:
    • Еңел һыу (составы буйынса ғәҙәти һыуға яҡын).
    • Ауыр һыу (дейтерийлы һыу)
    • Үтә ауыр һыу (тритийлы һыу)
  • Сөсө һыу
  • Ямғыр һыуы
  • Диңгеҙ һыуы
  • Ер аҫтындағы һыу
  • Минераль һыу
  • Тоҙло һыу
  • Эсәр һыу, һыу үткәргестәге һыу
  • Дистиллирләнгән һыу, ионһыҙландырылған һыу
  • Тотонолған һыуҙар
  • Ямғыр һыуҙары һәм ер өҫтө һыуҙары
  • Үле һыу һәм Тере һыу — сифаты буйынса әкиәттәге һыу төрҙәре
  • Изге һыу — дини тәғлимәт буйынса махсус һыу
  • Поли-һыу (күплек мәғәнәһендә)
  • Структураланған һыу — академик булмаған теорияларҙағы термин.

Һыуҙың химик атамалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыуҙың бер нисә химик атамаһы бар:

  • Водород оксиды
  • Водород гидрооксиды
  • Дигидроген монооксиды
  • Гидроксиль кислота
  • Оксидан
  • Дигидромонооксид

Үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Физик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыу нормаль шарттарҙа шыйыҡ агрегат хәлдә, башҡа водород ҡушылмалары киреһенсә газ хәлендә була. Был молекулаларҙың үҙенсәлекле характеристикаһы менән һәм улар араһындағы бәйләнеш менән аңлатыла.

Водород атомдары кислород атомына 104,45° мөйөш яһап ҡушыла, һәм был конфигурация ҡәтғи һаҡлана.

Водород атомы һәм кислород атомы араһындағы электро тиҫкәрелек айырмаһы ҙур булыу сәбәпле, электрон болото кислород яғына күскән. Шул сәбәпле һыу молекулаһы актив диполь булып тора, кислород яғы тиҫкәре, ә водород яғы ыңғай.

Һөҙөмтәлә, молекулалар поляр бәйләнеш барлыҡҡа килтереп, ҡапма-ҡаршы полюстары менән бер-береһенә тартылалар.

Уларҙы айырыу өсөн, күп энергия сарыф ителә. Водород ионы — протондың тышҡы электрон ҡатламы юҡ һәм ул бик бәләкәй. Шуға күрә тиҫкәре поляризацияланған күрше кислород электрон тышсаһына башҡа молекула менән водород бәйләнеше барлыҡҡа килтерә.

Һәр молекула күршеләре менән дүрт водород бәйләнеше менән бәйләнгән — кислород атомы ике бәйләнеш барлыҡҡа килтерә һәм водород атомы — ике бәйләнеш.

Молекулалар араһындағы поляр һәм водород бәйләнеше һыуҙың юғары ҡайнау температураһын һәм сағыштырмаса парға әйләнеү йылылығын билдәләй.

Ошо бәйләнештәр булыу сәбәпле, һыу мөхитендә 15—20 мең атмосфераға тиклем баҫым барлыҡҡа килә, был һыуҙың ҡыйын ҡыҫылыусанлығын аңлата, һыу бары 0,00005 күләмгә ҡыҫыла.

Һыуҙың һәм боҙҙоң структураһы оҡшаш. Һыу һәм боҙҙа структура барлыҡҡа килтереп молекулалар билдәле бер тәртиптә урынлашырға тырыша, тик йылылыҡ хәрәкәте ҡамасаулай.

Ҡаты хәлгә күскән ваҡытта йылылыҡ хәрәкәте кәмей һәм башҡа төр структура барлыҡҡа килтереүгә ҡамасауламай, һыу молекулалары билдәле тәртиптә урынлаша.

Был процеста молекулалар араһындағы бушлыҡ арта, һәм дөйөм тығыҙлыҡ түбән төшә. Был боҙ фазаһында һыуҙың тығыҙлығы кәмерәк булыуын аңлата.

Парға әйләнгәндә, киреһенсә, бәйләнештәр өҙөлә. Бәйләштәрҙе өҙөү өсөн, бик ҙур энергия кәрәк. Шуға һыу башҡа шыйыҡсалар араһында һәм ҡаты матдәләр араһында сығыштырмаса иң ҙүр йылы һыйҙырыусанлыҡҡа эйә.

Бер литр һыуҙы бер градусҡа йылытыу өсөн 4,1868 кДж энергия кәрәк. Ошо үҙенсәлеге булғанға күрә, һыу йыш ҡына йылылыҡ биргес итеп файҙаланыла.

Температура
°С
Һыуҙың сағыштырма
йылылыҡ һыйымы
кДж/(кг*К)
-60 (боҙ) 1,64
-20 (боҙ) 2,01
-10 (боҙ) 2,22
0 (боҙ) 2,11
0 (таҙа һыу) 4,218
10 4,192
20 4,182
40 4,178
60 4,184
80 4,196
100 4,216

Агрегат хәлдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡар бөртөктәре төрҙәре.

Агрегат хәл буйынса өс төрө бар:

  • Ҡаты — боҙ
  • Шыйыҡ — һыу
  • Газ хәлендә — һыу пары йәки быу

Баҫым артыу менән һыуҙың ҡайнау температураһы күтәрелә[4]:

Баҫым, атм. Ткип, Цельсий гр.
0,987 (105 Па — нормаль шарттар) +99.63°
1 +100°
2 +120°
6 +158°
218,5 +374,1°

Тәбиғәттә һыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғәттә һыу әйленеше
Тәбиғәттә һыу әйленеше

Ер (планета) йөҙөнөң 3/4 өлөшөн һыу тәшкил итә. Ерҙең гидросфераһы Донъя океанын, ҡоро ер һыуҙарын һәм атмосфералағы һыуҙы үҙ эсенә ала. Гидросферала һыу тәбиғәттәге үҙ-ара һыу әйләнеше процесы менән бәйләнгән.

Донъя океаны һыуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъя океанына планеталағы бөтә һыуҙың 96%-тан ашыуы тура килә. Планеталағы һыуҙы материктар һәм утрауҙар айырым океандарға — Тымыҡ, Атлантик, Һинд һәм Төньяҡ Боҙло океанына бүлә. Антарктиданы уратып алған Көньяҡ океан айырым күрһәтелә. Майҙаны буйынса иң ҙуры — Тымыҡ океан, иң бәләкәйе — Төньяҡ Боҙло океан. Океандарҙың ҡоро ергә инеп торған өлөшө диңгеҙҙәр тип атала. Иң ҙур диңгеҙҙәр: Филлипин,Ғәрәп, Мәрйен диңгеҙҙәре.

Диңгеҙ һәм океан һыуы составында ирегән төрлө матдәләр бар. 1 литр океан һыуында яҡынса 35 г тоҙ (күберәге аш тоҙо) бар. Бындай һыу сәнәғәттә, ауыл хужалығында ҡулланыуға яраҡһыҙ.

Ҡоро ер һыуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға, күл, һаҙлыҡ, боҙлоҡ һәм ер аҫты һыуҙары ҡоро ер һыуҙары тип атала. Уларҙын күп өлөшө сөсө, әммә тоҙлолары ла осрай. Йылға, күл, һаҙлыҡтарҙа һыуҙың 0,02 % тупланған.

Боҙлоҡтағы һыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боҙлоҡтарҙы һыу туңғанда барлыҡҡа килгән боҙ менән бутарға ярамай. Боҙлоҡтар ҡарҙан барлыҡҡа килә. Ҡар яуып иреп өлгөрмәй, ҡар ҡатламы тығыҙлана һәм боҙға әйләнә. Антарктида материгы ҡалын боҙ менән ҡапланған. Һималай, Памир, Тянь-Шань тау түбәләре боҙлоҡ аҫтында. Боҙлоҡтарҙа барлыҡ һыуҙың 2 % тирәһе тупланған.

Ер аҫты һыуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер аҫты һыуҙары Ер ҡабығының өҫкө өлөшөндә урынлашҡан. Улар сөсө, тоҙло, һыуыҡ, йылы, ҡайнар ҙа булыуы мөмкин. Ҡайһы бер урындарҙа, шишмә булып, ер өҫтөнә сыға. Ер аҫты һыуҙары бөтә һыуҙың 2 % тәшкил итә.

Атмосфералағы һыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беҙҙең планета атмосфераһындағы һыу ваҡ тамсылар, болот, томан һәм боҫ хәлендә була. Конденсат барлыҡҡа килгәндә, ул атмосферанан яуым-төшөм, ямғыр, ҡар, боҙлауыҡ, ысыҡ рәүешендә ергә төшә. Дөйөм алғанда Ерҙең һыу өлөшө гидросфера, ә ҡоро өлөшө криосфера тип атала. Һыу Ерҙәге бөтә организмдар өсөн иң мөһим матдә булып тора. Ерҙәге тормош һыу мөхитендә барлыҡҡа килгән тигән фараз бар.

Һыуҙы ғилми өйрәнеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гидрология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гидрология — ер гидросфераһын, уның үҙенсәлектәрен, унда барған процестарҙы күренештәрҙе өйрәнеүсе фән. Дөйөм, ҡоро ер, диңгеҙ гидрологияһына бүленә. Гидрологияның төп өйрәнеү объекты булып тәбиғәттә һыу әйләнеше, һыу ресурстары, уларҙың барлыҡҡа килеү шарттары һәм үҙенсәлектәрен өйрәнеү, һан һәм сифат яғынан баһалау тора.

Гидрогеология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гидргеология — ер аҫты һыуҙарын, уларҙың физик үҙенсәлектәрен һәм химик составын, сығышын, таралыу һәм хәрәкәт итеү үҙенсәлектәрен, ер өҫтө һыуҙары, тау тоҡомдары менән үҙ-ара тәьҫирен өйрәнеүсе фән.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хайуандар һәм үҫемлектәр организмында уртасы 50 % һыу бар[5].
  • Ер мантияһында һыу миҡдары, Донъя океаны менән сағыштырғанда, 10—12 тапҡыр күберәк[6]..
  • Донъя океаны уртаса 3,6 км тәрәнлектә, Ер өҫтөнөң 71 % ҡаплай һәм билдәле булған һыу запастарының 97,6 % туплаған.
  • Әгәр Ерҙә уйһыулыҡтар һәм ҡалҡыулыҡтар булмаһа һыу бөтә Ер өҫтөн 3 км тәрәнлектә ҡаплар ине[7].
  • Әгәр бөтә боҙлоҡтар иреп бөтһә, Ерҙә һыу кимәле 64 м-ға күтәрелер ине һәм ҡоро ерҙен 1/8 өлөшө һыу аҫтында ҡалыр ине.
  • Диңгеҙ һыуы ғәҙәти 35 ‰ тоҙлолоҡта − 1,91 °C-та туңа[8].
  • Һыу ыңғай температурала ла туңа[9].
  • Билдәле бер шарттарҙа (нанотрубка эсендә) һыу яңы хәлгә күсә, аблосют нулгә яҡын температураларҙа ағыу һәләтеп һаҡлай[10].
  • Һыү ҡояш яҡтыһының 5 % кире сағылдыра, ә ҡар 85 %. Боҙ аша океанға тик 2 % ҡояш яҡтыһы үтә.
  • Океандың зәңгәр төҫө һыуҙа яҡтылыҡтың һайланып йотолоуы һәм тарҡалыуы менән аңлатыла.
  • Һыу Ерҙә шыйыҡ фазанан ҡаты фазаға күскәндә киңәйә торған күп булмаған матдәләр араһына керә, бынан тыш висмут һәм галлийҙын ошондай үҙенсәлеге бар.
  • Һыу фтор булған атмосферала янырға мөмкин, ҡайһы саҡта шартлау менән. Был осраҡта кислород бүленеп сыға.

Һыу темаһы халыҡ ижадында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йомаҡ

  • Утта янмай, һыуҙа батмай. Яуап: Боҙ.

Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр

  • Ағас башын ел алыр, күпер башын һыу алыр
  • Ағыр һыуҙың ҡәҙере юҡ
  • Аҡҡан һыу кире ҡайтмай
  • Аҡҡан һыу юлын табыр
  • Аҡҡош күлдә булыр, аҡсарлаҡ һыуҙа булыр
  • Аҡсаны берәү ҙә һыуға атмай
  • Аҡмаған һыуҙы үлән баҫа
  • Алйотҡа әйткән кәңәшең ағып киткән һыуға тиң
  • Алтынды тут алмаҫ, һыуҙы ут алмаҫ.


Башҡорт телендә һыуға бәйле һүҙҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ уҡығыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ингл. International Union of Pure and Applied Chemistry. Nomenclature of Inorganic Chemistry. IUPAC RECOMMENDATIONS 2005. RSC Publishing, 2005. — p. 306.
  2. Бөгөн — Бөтә донъя һыу көнө
  3. Бөгөн — Бөтә донъя һыу көнө
  4. П. И. Воскресенский Техника лабораторных работ. 9-е изд. Л.: «Химия», 1970. С. 696—697
  5. Наука и техника. Книги. Загадки простой воды. 2009 йыл 22 ғинуар архивланған.
  6. Состав и природа минтии Земли 2011 йыл 2 ноябрь архивланған.
  7. Биосфера Земли
  8. Дайвинг: статьи, каталог снаряжения, обучение, магазины, клубы и центры
  9. Всеволод Арабаджи. Загадки простой воды. 2009 йыл 22 ғинуар архивланған. 2001
  10. Science Daily (англ.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Вода // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Лосев К. С. Вода. — Л.: Гидрометеоиздат, 1989. — 272 с.
  • Лосев К. С. Вода. — Л.: Гидрометеоиздат, 1989. — 272 с.
  • Гидробионты в самоочищении вод и биогенной миграции элементов. — М.: МАКС-Пресс. 2008. 200 с. Предисловие члена-корр. РАН В. В. Малахова. (Серия: Наука. Образование. Инновации. Выпуск 9). ISBN 978-5-317-02625-7.
  • О некоторых вопросах поддержания качества воды и её самоочищения // Водные ресурсы. 2005. т. 32. № 3. С. 337—347.
  • Андреев В. Г. Влияние протонного обменного взаимодействия на строение молекулы воды и прочность водородной связи. Материалы V Международной конференции «Актуальные проблемы науки в России». — Кузнецк 2008, т.3 С. 58-62.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]