Һыулаҡ (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һыулаҡ
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дағстан
Ҡайҙа ҡоя Каспий диңгеҙе
Ҡушылдыҡ Акташ[d], Авар Ҡуйһыуы, Ғанди Ҡуйһыуы һәм Тлар
Йылғалағы һыу ятҡылығы Чирюртское водохранилище[d]
Һыу сығымы 176 м³/с
Бассейн майҙаны 15 200 км²
Алыштырған Сулак (йылға)
Оҙонлоҡ 169 km
Урынлашыу картаһы
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Сулака[d]
Карта
 Һыулаҡ Викимилектә

Һыулаҡ (ХХ быуатҡа тиклем ҡум. Къой су — «Ҡуй Һыуы»[1], авар. Сулахъ, дарг. Кьас — «шаршы»[2], рут. Сулак мыри, чеч. Гӏой-хи[3][4][5]; рус. Сулак) — Дағстандағы йылға.

Топонимияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫса «Койсу» атамаһы төрки (ҡумыҡ) «къой сув» — ҡуй һыуы тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан, башҡортса ла аңлашылып тора[1].

XX быуатҡа тиклем «Сулаҡ» тип йылғаның тамағы ғына аталған. Был гидроним ҡумыҡ сығышлы: һүҙ тамыры ҡумыҡ һүҙе сув — һыу, ә гидроформант «лакъ» (төрки телдәргә хас һүҙ яһаусы ялғау) һүҙгә шулай уҡ башҡортса аңлашылып торған «һыулыҡ» мәғәнәһен бирә[6] .

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыулаҡ бассейны

Оҙонлоғо — 169 км (336 км Ғәнди Ҡуйһыуы менән), бассейн майҙаны-15200 км2[7]. Авар Ҡуйһыуы менән Ғәнди Ҡуйһыуы йылғаларының ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Башта Төп Һыулаҡ тарлауығында (тәрәнлеге 700—1500 м), артабан Ахетли тарлауығында, Чиркей киңләнеүендә һәм Кесе Һыулаҡ тарлауығында, һуңынан киң үҙәндә аға, унда Һыулаҡ икегә бүленә: Һыулаҡ үҙе һәм Кесе Һыулаҡ барлыҡҡа килә. XIX быуат башына тиклем Ҡуйһыу йылғаһы Ҡазыййорт ауылы эргәһендә тармаҡланған: Аграхан йылғаһы (Аграхан ҡултығына) һәм Һыулаҡ (хәҙерге йылға тамағы урыны) хасил булған.

Гидрологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы менән туйына. Ташҡын апрель — сентябрь айҙарында, иң юғары кимәл — июнь-июлдә. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы — тамағынан 123 км алыҫлыҡта 176 м³/с. Үтәҙеклеге уртаса 450 г/м³, иң ҙуры — 45 000 г/м³.

Ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иң ҙур ҡушылдығы — Аҡһыу, бынан тыш Чвахунбак, Тлар ҡушыла. 1963 йылдан «Аҡташ тракты» каналы буйлап Аҡташ һәм Аҡсай йылғаларының һыуҙары ағып төшә .

Тораҡ пункттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыулаҡ буйында Ҡыҙылйорт ҡалаһы, Дубки ҡала тибындағы ҡасаба, тамағында — Һыулаҡ ҡала тибындағы ҡасаба тора.

Хужалыҡта ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға һыуы Махачҡала һәм Каспийск ҡалаларын һыу менән тәьмин итеү өсөн ҡулланыла. Йылға үҙәнендә шулай уҡ климатҡа яраҡлаштырылған янут йәшәй[8].

Һыулакта ГЭС каскады: Миатлинская ГЭС, Чирюртские ГЭС, Чиркейская ГЭС шулай уҡ бәләкәй Баутуғай ГЭС-ы урынлашҡан, уларҙың дөйөм билдәләнгән ҡеүәте — 1345,6 МВт, өҫтәмә 46,2 МВт дөйөм ҡеүәтле бәләкәй ГЭС-тар төҙөү планлаштырыла, был гидроэлектростанциялар Һыулаҡ ГЭС каскады составына инә.

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Көнбайыш Каспий бассейны округыны инә. Йылға бассейны — Терек[7].

Дәүләт һыу реестрында объекттың коды-07030000112109300000254[7].

Реестрҙа Һыулактың иҫке үҙәне айырым иҫәпләнә[9]

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Бамматов Б. Г., Гаджиахмедов Н. Э. Кумыкско-русский словарь (Къумукъча-орусча сёзлюк). — 2013.
  2. Даргинско-Русский словарь (© Х. А. Юсупов). www.tsumada.ru. Дата обращения: 18 октябрь 2019. Архивировано 27 июль 2018 года. 2018 йыл 27 июль архивланған.
  3. Сулейманов, 1997
  4. «Чеченцы: история и современность» / Составление и общая редакция Ю. А. Айдаева. — Москва: Мир дому твоему, 1996. — 352 с. — ISBN 5-87553-005-7.
  5. Антология. «Чеченская Республика и чеченцы. История и современность». — Москва: Наука, 2006. — 576 с. — ISBN 5-02-034016-2.
  6. Идрисов Ю. М. Очерки истории северных кумыков. — Махачкала: Лотос, 2014. — С. 80.
  7. 7,0 7,1 7,2 «Сулак» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  8. Чужеродные виды на территории России: Вторжение чужеродных видов: Млекопитающие: Procyon lotor — Енот-полоскун. www.sevin.ru. Дата обращения: 18 октябрь 2019. Архивировано 31 ғинуар 2016 года. 2016 йыл 31 ғинуар архивланған.
  9. «Сулак, старое русло» — информация об объекте в Государственном водном реестре

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сулейманов А. С. Топонимия Чечни. — [1-е переизд. работы 1976—1985 гг., изменённое и дополн.]. — Нальчик: «Эль-Фа», 1997. — 685 с. — 1000 экз. — ISBN 5-88195-263-4.
  • Сулак (река) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Сулак // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.