Һыулы (утрау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һыулы
Характеристики
Халҡы0 чел.
Урынлашыуы
46°28′36″ с. ш. 42°30′09″ в. д.HGЯO
АкваторияМаныч-Гудило
Рәсәй
Красная точка
Һыулы

Ҡалып:Необитаемые острова по странам

Водный — Маныч-Гудило тоҙло күл уртаһында урынлашҡан утрау, Ростов өлкәһе.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрау ярым ай формаһында. Үлсәмдәре: оҙонлоғо 12 километр һәм киңлеге 4 километр, кеше йәшәмәй. Утрауҙа «Ростовский» дала ҡурсаулығы эшселәре төҙөгән ҙур булмаған кирбес бина, ҡом менән тулған артезиан ҡоҙоғо һәм металл һыу эсергес конструкция бар. Утрауҙа ҡыуаҡлыҡ һәм ағас үҫемлектәр юҡ, тик тәпәш ҡанүлән, әрем һәм бүтәгә генә үҫә. Бөтә утрау буйлап аттың һөйәктәре һәм баш һөйәктәре туҙып ята.

Водный утрауы тик 1948 йылда барлыҡҡа килгән. 1936 йылда хөкүмәт ҡарары буйынса «бәхет йылғаһы» төҙөлөшө башланып китә. Кубань һәм Егорлык йылғаларын тоташтырырға тейеш булған Невинномысск каналын төҙөү өсөн халыҡты төҙөлөшкә ҡушылырға саҡырған агитация материалдарында был каналды шулай атайҙар. 12 йылдан проектты тормошҡа ашырғандан һуң, һыу баҫыуҙарҙың ҙур территорияһын баҫып, күрше эргә-тирәгә йәйелә. Ер өҫтөндә тик ике утрау ғына тороп ҡала, Һыулы -иң ҙуры[1]. Утрау 1954 йылда, был ерҙәрҙең ҡоро климатын бер аҙ йомшартыу маҡсатында, күрше Пролетар һыуһаҡлағысынан һыу ебәргәс утрау барлыҡҡа килгән тигән версия бар[2].

Фауна[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Водный утрауының ҡырағай аттары

Аттарҙың ҡалдыҡтары утрауҙа Батый хан осоронда уҡ барлыҡҡа килгән тигән легенда бар. Йәнәһе Батый хан талап алған байлығын Көнбайыш Маныч йылғаһы үҙәнендә урынлаштырған, ә иң ҡиммәтле хазиналарын утрауҙа ергә күмгән һәм аттарҙы һаҡҡа ҡуйған. Икенсе юрау буйынса, был аттар Ҡыҙыл Армия сигенгән ваҡытта ҡалдырған хайуандарҙан таралған. Ҡыҙыл Армия башлыса, көслө һәм талымһыҙ булғанға күрә, аттарҙың Дон тоҡомон ҡулланған[3]. Әммә, был ике тарих та уйҙырма булып тора.

Шаһиттарҙың күрһәтеүе буйынса, һыу шул тиклем көтмәгәндә килә, төп көтөүҙән ике йөҙләп һарыҡты һәм тиҫтәләгән атты айыра. Башта көтөүселәр һарыҡтарҙы кәмәләрҙә алып сығырға уйлайҙар. Ләкин аҙаҡ ҡалған мал артынан һуңғараҡ, һыу боҙ менән ҡапланғас килергә булалар. Ләкин һарыҡтарҙан айырмалы рәүештә аттар ныҡ ҡырағайланалар.

1950-се йылдарҙа совхоз утрауҙы көтөүлек итеп ҡулланырға ҡарар итә[4]. Биш мең һарыҡ һәм ике тиҫтә ат утрауҙа яҙҙан көҙгә тиклем булалар, бүреләр уларға тейә алмайҙар, аҙыҡ өсөн түләргә кәрәкмәй. Малды күсереү өсөн борам менән аша сығыуҙы ойошторалар, борам малдарҙы көн һайын ике тапҡыр сығара. Ләкин һуңғараҡ проблема килеп тыуа: һыу әйләнеше режимына ҡыҫылыу арҡаһында һыуҙың тоҙлолоғо тиҙ арта башлай. Урындағы халыҡтың күрһәтеүе буйынса, 1950-се йылдар уртаһына ул эсәр һыу сифатын юғалта. Һөҙөмтәлә совхоз малды эсереү өсөн үҙенән-үҙе урғылып торған артезиан ҡоҙоғо ҡаҙа.

Водный утрауында 1980-се йылдар аҙағында малдарҙы көтөүҙән туҡтайҙар. Шул ваҡыттан алып унда тик аттар ғына ҡала. Сөсө һыулы скважиналарҙы ваҡыт үтеү менән сүп-сар баҫа, борам эшләмәй башлай. Шул саҡ властар иҫке шифахана урынында мең урынлыҡ ҙур ҡымыҙ менән дауалау шифаханаһы ойошторорға ҡарар итәләр. Бының өсөн аттарҙы утрауҙан алырға маташалар. Ләкин аттар ныҡ ҡырағайланалар, уларҙы күсереү килеп сыҡмай. Һөҙөмтәлә шифахана төҙөүҙән дә баш тарталар[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]