Һыуһар өйө (скульптура)
Һыуһар өйө | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Һыуһар өйө — XVII быуаттың уртаһынан алып Өфө ҡалаһының символы булған һыуһарға — арналған бронза скульптура композицияһы. Скульптура Каруанһарай эргәһендә ҡуйылған.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Скульптура 2010 йылдың 8 июлендә тантаналы шарттарҙа, ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ Көнөндә, күп итеп йыйылған ҡала халҡы ҡатнашлығында асыла. Композицияның авторы Башҡортостан Республикаһы рәссамдар союзы ағзаһы, Халыҡ-ара скульпторҙар конкурстары лауреаты Хәлит Галиуллин, ул Өфөлә элек асылған урам һепереүсе һәйкәленең дә авторы.
Һәйкәл «МегаФон легенда бүләк итә»[1]проекты сиктәрендә ҡуйыла һәм шунда уҡ халыҡ телендә рәсми булмаған: «Ҡайҙа эш хаҡы?» исеме ала[2].
Каруанһарайҙа ремонт эштәре үткәреү сәбәпле скульптура 2014 йылда Яҡутов исемендәге парктың көнсығыш инеү урынына күсерелә, һәм уны шунда ҡалдыралар.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ «Домик куницы» (рус.). «Мегафон». Тәүге сығанаҡтан архивланған 7 июнь 2013. 7 июнь 2013 тикшерелгән.(рус.). «Мегафон». Тәүге сығанаҡтан архивланған 7 июнь 2013. 7 июнь 2013 тикшерелгән.
- ↑ Дмитрий Колпаков Новую скульптуру двум куницам в Уфе окрестили «Где зарплата?» (рус.). Медиакорсеть (2010-07-13). Тәүге сығанаҡтан архивланған 7 июнь 2013. 7 июнь 2013 тикшерелгән.(рус.). Медиакорсеть (2010-07-13). Тәүге сығанаҡтан архивланған 7 июнь 2013. 7 июнь 2013 тикшерелгән.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- В Уфе появилась новая скульптура — «Дом куницы» (рус.). «Мегафон». Тәүге сығанаҡтан архивланған 7 июнь 2013. 7 июнь 2013 тикшерелгән.(рус.). «Мегафон». Тәүге сығанаҡтан архивланған 7 июнь 2013. 7 июнь 2013 тикшерелгән.