Һыу тирмәне (Поставы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һыу тирмәне
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Поставы[d]
Архитектура стиле Классицизм
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Страница на сайте Глобус Беларуси globus.tut.by/postavy/in…
Карта
 Һыу тирмәне Викимилектә

Һыу тирмәне — Поставы ҡалаһында XIX быуаттың икенсе яртыһындағы тарихи бина, архитектура ҡомартҡыһы (номеры 212Г000572). Ҡыҙыл Армия урамы, 10-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыу тирмәне бинаһы Мяделки йылға буйында, күпер эргәһендә, XIX быуаттың икенсе яртыһында, янғындан юҡҡа сыҡҡан иҫке ағас тирмән урынында төҙөлгән. Башта был бер ҡатлы булған, XIX быуат аҙағында өс ҡатҡа тиклем өҫтәп төҙөлгән. Бинаның беренсе ҡатында турбина һәм күп баҫҡыслы трансмиссия, икенсе ҡатында таш тирмән, өсөнсө ҡатында ярҙамсы бүлмәләр, атап әйткәндә, игенде таҙартыу, ваҡлау машиналары урынлашҡан[1]. 1994 йылда бина реставрациялана. 1998 йылдан бинала Поставы һөнәрҙәр йорто эшләй[2][3][4]

Архитектура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бина һуңғы классицизм стилендәге сәнәғәт архитектураһы ҡомартҡыһы булып тора. Өс ҡатлы кирбес бина үҙенең төҙөлөшөндә тура мөйөшлө форманан ғибәрәт. Урам яғына ҡараған төп фасадтың үҙәгендә— ҙур ризалит, унда бинаға төп инеү урыны урынлашҡан. Инеү урыны ике ҙур булмаған колонна менән арка уйымы менән башҡарылған. Тәҙрә уйымдары бинала ҙур түгел, тура мөйөшлө формала. Бинаның ауыр стеналары ҡаттар араһы сығынтылары һәм кәрниз менән бүленгән. Бинаның ҡыйығы ике яҡлы. [1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 С. В. Марцелеў (гал. рэд). Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі. Віцебская вобласць. — Мінск: Беларуская савецкая энцыклапедыя, 1985. — С. 318. — 496 с. — (Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі). — 8000 экз.
  2. Старая мельница в Поставах. Всё о Поставах (3 ғинуар 2018). Дата обращения: 25 февраль 2019.
  3. Поставы — «Стары млын» Дом ремесел. Всё о Поставах (27 май 2017). Дата обращения: 25 февраль 2019.
  4. Млын вадзяны. Паставы (белор.). radzima.org. Дата обращения: 25 февраль 2019.