Һыу торбаһына һәйкәл (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйкәл
Һыу торбаһына һәйкәл (Дондағы Ростов)
Һыу торбаһына һәйкәл
Файл:РНД-Памятник Ростовскому водопроводу.jpg
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Покров скверы
Скульптор Сергей Олешня
Бейеклеге 2,2 метр
Материал бронза

Һыу торбаһына һәйкәл — бронза монумент асылған Дондағы Ростовта ҡала Музыка театры ҡаршыһында, Покров скверында ҡуйылған бронза монумент[1].

Һүрәтләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәйкәл эшләү өсөн материал бронзанан һайлана. Уның бейеклеге 2,2 метрға етә. Авторҙарың уйынса, монумент ҡаланың XIX быуат ҡатын-ҡыҙы кеүек кейенгән гүзәл заттан ғибәрәт. Ул һыу колонкаһынан биҙрәләренә һыу тултырып тора[2]. Бындай символдың һайланыуы осраҡлы түгел — ул ваҡытта, урынлаштырылған тәртип-ҡағиҙәләргә ярашлы, тап ҡатын-ҡыҙ ине ғаиләне эсәр һыу менән тәьмин итеү өсөн яуаплы була, шуға күрә ҡалала һыу торбалары һалыныуы ҡатын-ҡыҙҙың көнкүреш бурыстарын һиҙелерлек еңеләйтә. Һәйкәл ҡалала 1865 йылда эшләй башлаған беренсе һыу үткәргесе хөрмәтенә ҡуйыла. Уны эшләү инициативаһы Ростов водоканалынан сыға. Скульптура авторҙарының береһе Сергей Олешня була[3].

Ростов мэры Михаил Чернышевтың күрһәтмәләренә ярашлы, ҡалала беренсе һыу үткәргескә ҡуйылған һәйкәлде асыу тантанаһы 2007 йылдың авгусында уҙа. Сара тетарлаштырылған сағыу тамаша менән башлана, Ростовтың беренсе һыу үткәргесе тарихын сағылдырған костюмдар күрһәтелә. Ҡалала һыу торбалары эшләй башлаған осорҙағы ҡала башлығы Андрей Байковты кәүҙәләндергән актёр сығышы була. Тантанала Ростов ҡала мәҙәниәте идаралығы етәксеһе Людмила Лисицина, Рәсәйҙең һыу менән тәьмин итеү һәм һыу үткәреү ассоциацияһының директор вазифаһын башҡарыусы Алексей Головачев ҡатнаша.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]