Һыу туризмы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Һыу туризмы

Һыу туризмы — һыу өҫтөнән һалынған маршрут буйлап үтеүгә бәйле спорт туризмы.Һыу туризмы бер нисә төр: йылға буйлап ағып төшөү, рафтинг, паруслы туризм йәки яхтинг, диңгеҙ кайыҡ спорты (каякинг).

5 категория ҡатмарлыҡлы коммерция маршруты. Чуя йылғаһының «Турклуб „Горизонт“» һикәлтәһе. Июль, 2009

Һыу туризмы суднолары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һыу туризмы менән шөғөлләнеү өсөн каркаслы, каркаслы-һауа тултырыулы, һауа тултырыулы спорт суднолары ҡулланыла. Коммерциялы йөҙөү маршруттары өсөн донъяла иң күп файҙаланылған судно - рафт

5 категория ҡатмарлыҡлы коммерция маршруты. Чуя йылғаһының «Турбинный» һикәлтәһе. Июль, 2009
Альтмюль йылғаһында ял көнө
  • Катамаран — ике корпуслы судно; судноның корпустары өҫ яҡтан рама менән ҡушып беркетелә:
    • йылға катамарандары [1].
    • паруслы катамаран  — (диңгеҙҙә һәм океанда ла ҡулланып була).
  • Байдарка һәм ҡайыҡ — палубаһыҙ еңел бәләкәй суднолар, уларҙы ғәҙәттә кешенең мускул көсө менән хәрәкәт иттерәләр.
  • Һалдар — башлыса һыу ыңғайына аға торған төрлө конструкциялы, тиҙлеге ҙур булмаған суднолар:
    • ағас һалдар;
    • һауа тултырылған элементтары булған суднолар;
      • честер — ишеү ысулы һәм ишкәкселәрҙең бер-береһенә ҡара-ҡаршы ултырыуҙары менән айырылып торған суднолар;
    • һауа тултырылған (рафт);
    • бубликтар — иң юғары ҡатмарлыҡлы йылғаларҙа ҡулланыла торған бик тотороҡло судно[2].

Ҡатмарлы булмаған маршруттарҙа һауа тултырылған резина кәмә менән йөҙөргә мөмкин.

Һыуҙа актив ял[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ял ваҡытын һыу буйлап сәйәхәттә үткәреү спорт туризмынан айырыла, ул төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу менән бәйле яҡшы кәйеф тыуҙыра. Шуға күрә был шөғөл менән мауығыусылар арта бара [3]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Папуш. История явления. «Вертикальный мир», июль 2001 г.
  2. Бублики
  3. Плечко. Водные маршруты.


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Григорьев В. Н. Водный туризм — М.: Профиздат, 1990. — 304 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]