Һыу ҡандалаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һыу ҡандалаһы
Һыу ҡандалаһы Gerris
Һыу ҡандалаһы Gerris
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Gerridae Leach, 1815

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Һыу ҡандалаһы (лат. Gerridae) — ҡандалалар (Heteroptera) аҫ отрядындағы ярым ҡаты ҡанатлы бөжәктәр ғаиләһе. 700-гә яҡын төрө иҫәпләнә.

Һыу өҫтөндә конькиҙағы һымаҡ шыуып йөрөйҙәр. Уларға аяҡ осонда май тамсыһы булышлыҡ итә. Аҙыҡты һыу өҫтөндә эҙләп табалар. Һыу өҫтөнә төшкән бөжәк һәм ҡорттарҙы ашайҙар. Һурырға һәм имергә яраҡлашҡан ауыҙ аппараты бар.

Һыуыҡтар еткәс, һыу өҫтөн ташлап ҡоро ерҙә ағас төптәрендә, мүк араһында ҡышлайҙар.

Amenbo 06f5520sx.jpg

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лоскутова О. А. Веснянки. (Фауна Европейского Северо-Востока России. Т. 9). СПб. : Наука, 2006. — 224 c. — ISBN 5-02-026263-3.
  • Латюшин В. В. Хайуандар. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. — Өфө.: Китап. 2011. ISBN 978-5-295-05368-9