Һыу ҡыуҙырғыс башня (Винница)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һыу ҡыуҙырғыс башня
Нигеҙләү датаһы 1912
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Винница
Архитектор Артынов, Григорий Григорьевич[d]
Архитектура стиле кирпичный стиль[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия Украины[d] һәм памятник архитектуры местного значения[d]
Бейеклеге/буйы 28 метр
Адрес вулиця Оводова, 20 , Вінниця, Україна[1]
Вид в ночное время
Карта
 Һыу ҡыуҙырғыс башня (Винница) Викимилектә

Һыу ҡыуҙырғыс башняВинница ҡалаһының Европа майҙанында тарихи ҡоролма, 1912 йылда төҙөлгән. Күҙәтеү башняһы һәм каланча кеүек ҡулланылған[2]. 1985 йылда тергеҙелгән һәм музей функцияһын үтәй. 1983 йылдың 17 февраленән урындағы әһәмиәткә эйә булған ҡомартҡы статусына эйә. 2000 йылдан ҡала Советы ҡарарына ярашлы, башня ҡала символикаһы исемлегенә индерелгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1912 йылда Григорий Артынов проекты буйынса ҡала үҙәгендә һыу ҡыуҙырғыс башня төҙөлә, ул янғын һүндереү каланчаһы функцияһын да башҡара, уның өсөн өҫкө ҡаты ҡулайлаштырыла.

Винницала беренсе һыу үткәргес (уларҙың эшен ошо башня тәьмин итә) оҙонлонғо 1,3 км һәм тәүлегенә 600 м3 һыуҙы етештереүгә һәләтле була. Көньяҡ Буг һыуҙары менән туҡланып, ул тимер торбалар буйлап насостар аша ҡаланы тәьмин итә, һыу системала фильтрлана һәм ҡала билмәһенә өс һыу колонкаһы аша ебәрелә.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ул Винницаның иң бейек бинаһы булараҡ, төп функцияларынан тыш, күҙәтеү пункты булып та хеҙмәт итә.

Һуғыштан һуң башня үҙенең тәүге тәғәйенләнешен юғалта һәм торлаҡ йорт итеп йыһазландырыла. Унда ҡала һыу каналы хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләре йәшәй, был 1980 йылға тиклем дауам итә.

1983 йылдың 17 февралендә урындағы әһәмиәткә эйә булған башня ҡомартҡы статусын ала. Евгений Пантелеймонов проекты буйынса реконструкциялана. 1985 йылда уны, архитектура объекты булараҡ, Өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡарамағына тапшыралар. Ошо мәлдән башня - каланча залдарында революцион һәм хәрби дан Мемориалы музейы экспозицияларының бер өлөшө урынлаштырыла.

Ә 1993 йылдан музей экспозицияһы 19791989 йылдарҙа Афған һуғышында һәләк булған яугирҙарҙың Мемориаль иҫтәлектәре менән тулыландырыла, уларҙың хаттары, шәхси әйберҙәре, фотоһүрәттәре һәм обмундированиеларының өлөштәре ҡуйыла.

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта башня үҙенең тәүге күренешен һаҡлап ҡалған тиерлек. Был ете ҡатлы һигеҙмөйөшлө, периметрында һуҙылған башня ҡоролмаһы (минималь күсәре — 4 м, максималь — 7 м); беренсе ҡаты постамент эффектын булдыра, ҡыҙыл кирбестән торған ҡалған биш ҡаты бер-береһе менән пилястралар һәм ялған аркалар менән бүленгән, бинаны өҫкө ҡоролма-башня менән көмбәҙ тамамлай. Ҡоролманың дөйөм бейеклеге — 28 метр.

Урта быуат башняларының һыҙаттарын каланчаларҙың тар тәҙрәләре, минималь биҙәүҙәр һәм кирбес стеналарҙың ҡеүәте күрһәтеп тора.

Башняның баштағы проекты менән һәм реконструкциянан һуң булған ҡиәфәте араһында төп айырма — ике метрлы циферблат менән сәғәттең урынлашыуы: элек ул башняның көмбәҙле өҫкө ҡоролмаларының дүрт яғында булған, ә реконструкциянан һуң бер ҡатҡа аҫта урынлаштырыла һәм сәғәт һайын ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы матур сың менән сәләмләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]