Һәйтәк мәсете (Балтас районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйтәк мәсете
Нигеҙләү датаһы 1994
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Һәйтәк мәсетеБашҡортостандың Балтас районы Һәйтәк ауылы мәсете. Һәйтәк ауылы XVII быуаттан уҡ билдәле башҡорт ауылы[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорттарҙың Таҙлар ырыуы XIII быуатта монголдар менән һуғыш башланғансы Яйыҡ менән Эмба йылғаһы араһында йәшәгән. Таҙлар ырыуы ул ваҡытта Табын ҡәбилә берләшмәһенә ингән. Туҡта хан (Сыңғыҙхан нәҫеле) менән Нуғай бәкләрбәк араһындағы һуғышта ҡатнашҡан таҙлар ырыуы Нуғай бәкләрбәк еңелгәндән һуң Урал тауы яғына күсенә. Улар таралып, бер өлөшө табын, үҫәргән (биләмәләрендә таҙлар атамалары осрай), бөрйән ҡәбиләләре составына инә. Әйле һәм табын берләшмәләре менән бәйләнешен таҙ ырыуы халҡы өҙмәй. XVI быуатта Ҡазан ханлығы еңелгәс, «ҡәлғә һаҡсылары»— ирәктеләр (табын ҡәбиләһенең бер өлөшө) таҙлар ырыуы ерҙәрендә урынлаша.

Һәйтәк ауылы— таҙлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған ауыл. XVIII быуат аҙағында ауылға Иманғол Тәнәкәйев етәкселегендәге ирәкте башҡорттарын ҡабул итеү тураһында килешеү төҙөлгән (1792). 1746, 1751 йылдарҙа бында керҙәшлек тураһында килешеү нигеҙендә яһаҡлы татарҙар килә. Улар документтар буйынса Йәүмәт (хәҙерге Иҫке Яҡшый) ауылында теркәлә, ә Һәйтәк башҡорттарына яһаҡ түләшергә ярҙам итергә тейеш була, ләкин был килешеүҙе үтмәй (Ә.Әсфәндиәров, 132 б.)

Революцияға тиклем ауыл башҡорт һәм типтәр осона бүлеп йөрөтөлә, улар ҡушылмай (Беренсе Һәйтәк, Икенсе Һәйтәк). Ике оста ла мәсет, мәҙрәсә була.

XIX быуат аҙағында Һәйтәктә земство мәктәбен астырыу планлаштырыла, тик урындағы руханиҙар урыҫса белем алған балалар урыҫлашыр, динен, әҙәпте онотор тип халыҡ араһында мәктәп астырыуға ҡаршы эш алып бара. Шуға күрә был мәктәп бер нисә саҡрым ары, көнбайыштараҡ ятҡан Дүртекәй исемле мари ауылында булдырыла.

Беренсе Һәйтәк мәсете имамдарынан Шакир хәҙрәт исеме һаҡланып ҡалған. Бындағы мәсет уның улы имам «Хөсәйен» исемен йөрөтә. Ул ике ҡатлы, ағастан төҙөлгән бинала ике зал була. Совет власы урынлаштырылғас, ул ябыла һәм мәсеттең манараһын киҫеп төшөрәләр. 1933 йылдан мәсет бинаһында мәктәп урынлаша, 1988 йылда был урында балалар баҡсаһы төҙөлө, ләкин бер нисә йылдан ул янып, юҡҡа сыға.

Икенсе Һөйтәк мәсете «Ғилмишәрип» мәсете тип атала. Бында Ҡазанда уҡып ҡайтҡан Ғилмийәр исемле имам эшләгәне билдәле. Ул башта Нөркә ауылында, һуңыраҡ Һәйтәктә эшләй. 1930 йылдарҙа Ғилмийәр һәм Ғәбделәхәт исемле муллалар ҡулға алынып, хөкүм ителә, ике ҡатлы мәсет емерелә.

Өсөнсө мәхәллә мәсете бик ҙур булмай. Ул «Ғабдулхаҡ» мәсете тип йөрөтөлә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында мәсеттә Дилми мулла, Ғәйнеғлим , Мулланур, Ғәйниахмәт исемле муллалар дини хеҙмәт үтәй. Һуңыраҡ бында Кашфулла мулла хеҙмәт итә. 1969 йылда Һәйтәк ауылындағы һуңғы мәсет янып, көл була.

1994 йылда Һәйтәктә яңы мәсет асыла, унда Кашфулла хәҙрәт имам була. Ул вафат булғандан һуң Фоат Фәтхлисламов, унан һуң республикала билдәле рәссам, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Илдар Ихсан улы Ғаянов имам вазифаларын башҡара[2].

2016 йылда мәсеткә Ғ.Муллахмәтов һәм М.Хөсәйенов ярҙамы менән ремонт үткәрелгән. Мәшүҙә Фәтих ҡыҙы Нуриева балалар һәм ололарға ислам нигеҙҙәре һәм ғәрәп яҙмаһы буйынса дәрестәр бирә.

Тағы ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәйтәк

Таҙлар

Башҡортостанда ислам

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

-100 лет Духовному управлению мусульман Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2018. — С. 204. — 432 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-07003-7.

-История башкирских родов. Тазлар. Том 14 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — 208 с. — ISBN 978-5-85051-651-2.

-Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Культурно-историческое наследие села. Сейтяково(недоступная ссылка)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]