Һөйәрембәтов Йыһангир

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һөйәрембәтов Йыһангир
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1912
Тыуған урыны Стәрлебаш районы
Вафат булған көнө 18 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Вафат булған урыны Лоев районы[d], Гомель өлкәһе, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Һөйәрембәтов Йыһангир (рус. Суярембетов Яганги(е)р) (1912 йыл — 18 ноябрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөйәрембәтов Йыһангир 1912 йылда хәҙерге Башҡортостандың Стәрлебаш районында тыуа. 1941 йылда Стәрлебаш район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының 3-сө эскадронында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1]. 1943 йылдың 24 октябренә ҡарай төндә дошман оборонаһының алғы һыҙығын билдәләү буйынса разведкала булып, немец автоматсылары төркөмө засадаһына юлыға. Һөйәрембәтов Йыһангир ҡыйыу рәүештә улар менән алышҡа инә, һәм үҙ автоматы менән дошмандың алты һалдатын юҡ итә. Дошмандың ике көбәкле пулеметтарының урынын билдәләй, улар Һөйәрембәтов мәғлүмәттәре буйынса беҙҙең батареяларҙың уты менән юҡ ителә. Был ҡаһарманлығы өсөн гвардия рядовойы Һөйәрембәтов Йыһангир Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[2].

1943 йылдың 18 ноябрендә Һөйәрембәтов Йыһангир яуҙа алған яраларынан һәләк була. Белоруссияның Гомель өлкәһе Лоевский районының Прогресс ауылында ерләнә[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]