Сәйетов Һөйөндөк Сәхи улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Һөйөндөк Сәйетов битенән йүнәлтелде)
Сәйетов Һөйөндөк Сәхи улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 декабрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 26 март 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө журналист, яҙыусы, тәнҡитсе, драматург
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә сәнғәт фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сәйетов Һөйөндөк Сәхи улы (10 декабрь 1934 йыл26 март 2020 йыл) — башҡорт театр белгесе, тәнҡитсе, драматург. Сәнғәт фәндәре кандидаты (1981). 1958 йылдан СССР Журналистар союзы, 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1987), Башҡорт АССР-ының (1979) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөйөндөк Сәхи улы Сәйетов 1934 йылдың 10 декабрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ эшселәр ҡасабаһында тыуған. Атаһы — Сәйетов Сәхи Ниғмәт улы.

1958 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай. Университеттың йәштәр театрында режиссёр булараҡ, 1955 йылда Юлиус Фучиктың «Репортаж с петлей на шее» пьесаһын сәхнәгә ҡуя.

19581966 йылдарҙа «Советская Башкирия» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, бүлек мөдире, хәбәрсеһе була.

19661974 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәте институтында кесе хеҙмәткәр булып эшләй. Бер үк ваҡытта «Театр сәғәте», «Театр меридианы» телетапшырыуҙарының авторы һәм алып барыусыһы була. Режиссерлыҡ хеҙмәтен дә онотмай алып бара: 1968 йылда Башҡортостан телевидениеһында «Мы старше своей смерти», 1973 йылда «Яраланған бүре күҙҙәре», 1981 йылда Республика Рус драма театрында «Вороний праздник» спектаклдәрен ҡуя.

Һөйөндөк Сәйетов 19711992 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Театр сәнғәте союзында һәм Башҡорт дәүләт университетында театр белгесе булараҡ семинарҙар алып бара, театр тәнҡите һәм театр белеме буйынса сығыштар яһай.

1994 йылда «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәтенә эшкә килә һәм был учреждениеның әйҙәүсе ғилми мөхәррире була. Бер үк ваҡытта театр ғилеме буйынса фәнни эштәр яҙа, ул бер нисә монография авторы.

Һөйөндөк Сәхи улы Сәйетов 2020 йылдың 26 мартында Өфө ҡалаһында вафат була[2].

Ул вафат булыу менән Башҡортостан театр тәнҡите менән етди шөғөлләнгән белгесһеҙ тороп ҡала.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мы старше своей смерти. Уфа, 1990 (соавт).
  • Фронт за фронтом. Уфа, 1980 (соавт).
  • Танец ликующий. Уфа, 1968.
  • Театральный спектакль — лауреат Государственной премии Республики Башкортостан имени Салавата Юлаева, Уфа, 1995.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]