Һөлөклө
| Ауыл | |
| Һөлөклө | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Ауыл биләмәһе | |
| Координаталар | |
| Халҡы | |
| Почта индексы |
641094 |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
45 |
| ОКАТО коды | |
| ОКТМО коды | |
|
| |
Һөлөклө (рус. Сулюклино) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Һөлөклө ауыл советы составына керә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың исеме Һөлөклө күле атамаһынан килеп сыҡҡан. Революцияға тиклем Һөлөклө ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе составында була. Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1924 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Һөлөклө ауылы Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Һөлөклө ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| 1866 | 1900 | 1916 |
|---|---|---|
| 535 | 807 | 870 |
| Халыҡ иҫәбе |
|---|
| 2010[1] |
| 600 |
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса татарҙар (79,5 %), башҡорттар (20,5 %) йәшәй.
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ Сулюклинский сельский совет 2016 йыл 3 сентябрь архивланған.// Официальный сайт администрации Сафакулевского района.
| Был Ҡурған өлкәһе географияһы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |