Эстәлеккә күсергә

Һөнәрселәр синагогаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Һөнәрселәр синагогаһы
Файл:Һөнәрселәр синагогаһы. Дондағы Ростов.jpg
Ил Россия
Ҡала Дондағы Ростов, Станиславский урамы, 106
Конфессия Иудаизм
Бина тибы синагога
Архитектура стиле готика
Төҙөлөшө ???—1901 йылдар
Бөгөнгө хәле һүтелгән

1901

Һөнәрселәр сиркәүе — Дондағы Ростов ҡалаһы синагогаһы. 1901 йылда төҙөлгән, 1942 йылда янған.

Дондың түбәнге ағымында йәһүдтәр XIX быуаттың тәүге тиҫтәһендә күренә башлаған. 1836 йылда Дондағы Ростовта яҡынса 8100 кеше йәшәгән, шулар араһында 73 йәһүд булһа, 10 йылдан һуң улар 289 кеше булған. Йәһүд йәмғиәте уларҙың Көнбайыш Украинанан, Белоруссиянан һәм Литванан Рәсәйгә күсеп килеүе араһында барлыҡҡа килгән[1]. Рәсәй империяһы ҡанундары буйынса йәһүдтәрҙең йәмғиәте йәһүд йорттарының һаны утыҙға тулһа, ғибәҙәт ҡылыу йорто , әгәр һикһәнгә етһә, сиркәү (синагога) төҙөргә хоҡуҡлы булған .

1891 йылда Дондағы Ростовта йәһүд һөнәрселәренең Хоҙайға табыныу йәмғите барлыҡҡа килгән. Үҙҙәренең дини ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн был йәмғиәт 18941901 йылдарҙа Ҡазан тыҡырығындағы бер ҡатлы 24-се һанлы (хәҙерге Гәзит тыҡырығындағы 28-се) Я. К. Башмакова вариҫтарының йортон ҡуртымға алып), ғибәҙәт ҡылғандар.

1894 йылда төҙөлөш подрядсыһы Абрам Моисеевич Геронимус Ростовта Почта урамы (хәҙер Станиславский урамы, 106-сы йорт) менән Ҡазан тыҡырығы (хәҙерге Гәзит тыҡырығы, 28-сейорт) киҫешкән урында утар һатып алған. 1901 йылда ул бында йәһүд һөнәрселәр йәмғиәте өсөн кирбестән ғибәҙәт ҡылыу йорто төҙөгән. Йорттоң үлсәме — 16,75 х 16,25 x 3,35. метр. Биналарҙың дөйөм майҙаны — яҡынса 323 кв. метр. Бина ике ҡатлы, ослайып торған ҡыйыҡлы итеп, готика стилендә һалынған. 1904 йылда А. М. Геронимус был йортто йәһүд һөнәрселәр йәмғиәтенә бүләк иткән. 1905 йылғы йәһүдтәр болаһы ваҡытында йорт янған. Ремонттан һуң йортта ғибәҙәт ҡылыуҙар дауам иткән. 1913 йылда Дон ғәскәре өлкәһенең дини эштәр буйынса Департаменты Һөнәрселәр йәмғиәтенә А. М. Геронимустан был дин йортон хәйергә алырға рөхсәт биргән.

Йорт граждандар һуғышы йылдарында снаряд төшөүҙән зыян күргән, шулай ҙа бирешмә, һаҡланып ҡалған. 1936 йылда был ғибәҙәтхана Дондағы Ростовта берҙән-бер эш итеүсе йәһүдтәр сиркәүе булған. 1942 йылдың июлендә йорт тулыһынса тиерлек янған, бары тик көнсығыштағы стенаһы ғына янмай ҡалған. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң йорт тергеҙелмәгән. Хәҙер уның урынында Добрыня аҙыҡ магазины тора.

Йорттоң бары тик революцияға тиклем төшөрөлгән фотографияһы ғына һаҡланып ҡалған.

Дин башлыҡтары һәм дин ҡатнашты әһелдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылдарҙа Һөнәрселәр ғибәҙәт ҡылыу хәсидтәр йәмғиәтенең раввины Иошуа-Эшель Авраам Хаимович Земский булған. Төрлө ваҡытта йәһүд йәмғиәтенең рәйестәре — Я. М. Лельчук, Угольников, һ. б.

  • Главная хоральная синагога (Ростов-на-Дону)
  1. История общины 2009 йыл 18 сентябрь архивланған.