Әбделкәрим ауыл Советы (Йәрмәкәй районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Әбделкәрим ауыл Советы — Йәрмәкәй районы составында 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452190. ОКАТО коды — 80225801000.  Йәрмәкәй ауыл Советы менән берләштерелә

Рә йылғаһы аға.

Ауыл Советы составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбделкәрим ауылы— административ үҙәк,  2008 йылда Алғазы, Ҡыуат ауылдары инә[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Йәрмәкәй районы буйынса:


Йәрмәкәй ауылында административ үҙәге менән, «Йәрмәкәй» атамаһын һаҡлап, Йәрмәкәй, Семен-Маҡар һәм Әбделкәрим ауыл Советтарын берләштерергә. Семен-Маҡар ауыл Советының Семен-Маҡар ауылын, Әбделкәрим ауыл Советының Әбделкәрим ауылын Йәрмәкәй ауыл Советы составына индерергә.
Йәрмәкәй ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Семен-Маҡар һәм Әбделкәрим ауыл Советтарын алып ташларға

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылға Ҡыҙылъяр ауыл Советы, Иҫке Сүлле ауыл Советы, Йәрмәкәй ауыл Советы, Түбәнге Олойылға ауыл Советы,  Урта Ҡарамалы ауыл Советы, Рәтамаҡ ауыл Советы  муниципаль берәмектәре менән сиктәш  («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]