Әбделкәрим (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Әбделкәрим
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°25′20″ с. ш. 57°52′04″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 804 001

ОКТМО коды

80 606 404 101

ГКГН номеры

0524816

Әбделкәрим (Рәсәй)
Әбделкәрим
Әбделкәрим
Әбделкәрим (Баймаҡ районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Әбделкәрим

Әбделкәрим (рус. Абдулкаримово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. Әбделкәрим ауыл Советы үҙәге. 1786 йылда утар булараҡ нигеҙләнгән[1]. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 450 кеше[2]. Почта индексы — 453679, ОКАТО коды — 80206804001.

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл исеме ауылға нигеҙ һалыусы Әбделкәрим антропонимынан алынған[1].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район үҙәгенән көнбайыш-көнсығышҡа табан — 43 км һәм Сибай тимер юлы станцияһына тиклем 83 км алыҫлыҡта Һаҡмар (йылға)|Һаҡмар]] йылғаһы буйында урынлаш­ҡан[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға Ырымбур өйәҙе Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 йылдан алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған (уның улы Әбүбәкер Әбделкәримов билдәле). 1866 йылда 49 йортта 332 кеше йәшәгән. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ 7 һыу тирмәне теркәлгән. Ауыл Советының үҙәге (1956 йылға тиклем Матрай районы составында була)[3]. Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында, Оло Мағаш һәм Кесе Мағаш (Юлыҡ) йылғалары ҡойған ерҙә, урынлашҡан. Халҡы — башҡорт. 1786 йылда — утар, 1816 йылда 20 йортта 140 кеше йәшәй[1]. Халҡы малсылыҡ, ҙур булмаған майҙандарҙа — игенселек, солоҡсолоҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгән.

Совет осоро

1930 йылда крәҫтиәндәр «Ҡыҙыл Октябрь» колхозына берләшәләр[3]. 1956 йылда КПСС-тың XX съезы имесе тип үҙгәртелә. 1960 йылда колхоз тарҡатыла, уның базаһында Баймаҡ совхозының бүлексәһе ойошторола, һуңынан — ПСК «Баймакский»[4].

Бөгөнгө көнө

Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, ике фельд­шер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, ветеринария пункты, биш шәхси магазин, ике крәҫтиән (фермер) хужалығы, мәсет бар. Алғаҙы һәм Ҡыуат ауылдарынан балалар Әбделкәрим урта мәктәбенә уҡырға йөрөйҙәр, уларҙы дәрестәргә автобус менән алып киләләр. Балалар өсөн спорт майҙансығы төҙөлдө[5]. «Түңгәүер» фольклор ансамбле ойошторолған (етәкселәре — Кәримова Зәйнәб Сәхи ҡыҙы, Күҙәшева Фәриҙә Fилметдин ҡыҙы)[6].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 473 481 954
1920 йыл 26 август 374
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 240
1959 йыл 15 ғинуар 305
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 465
2002 йыл 9 октябрь 465
2010 йыл 14 октябрь 425 211 214 49,6 50,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Халҡы: 1900 йылда — 218 кеше; 1920—374; 1939—240; 1959—305; 1989—465; 2002—465; 2010—425 кеше. ; Милли составы Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, түңгәүер ырыуы башҡорттары (100 %) йәшәй[7].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 43 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 83 км

Әбделкәрим ауылы топонимдары[8][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— Һаҡмар йылғаһы; Суҡташ тауы; Ҡабраҡай тауы; Һарытүбә тауы; Гәрәкәй тауы; Үркә үҙәге; Үркә үҙәге йылғаһы; Оло Юлыҡ йылғаһы; Сәғит тауы; Сәғит баҡсаһы; Сәғит тирәклеге; Ҡыҙылташ тауы; Сәүкәташ (ферма ятҡан урын); Мағаш тауы; Ысмаҡай тауы; Күспей тауы; Баҙар тауы; Үгеҙ үлгән ялан; Кәмәһалған тауы; Өйташ тауы; Өйташ мәмерйәһе; Питкүлгән; Өс тирәк (информаторы Ләлә Рафиҡова); Ҡалмаҡ ятҡан ер[9].

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • М.Булатов урамы (рус. М.Булатова улица)
  • Тау аҫты урамы (рус.  Подгорная улица)
  • Һаҡмар урамы (рус.  Сакмарская улица)
  • Х. Ғәбитов урамы (рус.  Х. Габитова улица)
  • Суҡташ урамы (рус.  Сукташа улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира улица)
  • Мағаш урамы (рус.  Магаша улица)

[10]

Билдәле шәхестәр[3][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түңгәүер ырыуы йыйынында

Әбделкәрим ауыл клубы. Янчурина Фәриғә йырлай.

«Орнамент» Талкан Тунгаура (д. Абдулкарим Баймакский р-н). 2015г.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  4. Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8. 55-56 стр.
  5. Иңдәрендә — халыҡ хәстәре
  6. С. Сурина. Түңгәүер моңо
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  8. Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы топонимдары
  9. 10 класс уҡыусыһы Моратова Лиза Етәксеһе: Мостаева В. А. Презентация на тему «Әбделкәрим ауылы һөйләше»
  10. Улицы

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— 2021 йылдың 3 декабрендә Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағир, драматург, ғалим, Башҡорт Совет автономияһын төҙөүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе Хәбибулла Ғәбитовтың яҡты иҫтәлегенә арнап мәктәп бинаһына таҡтаташ ҡуйылды[1].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Даны ҡайтты таҡтаташ булып