Әбделмәмбәт мәктәбе (Бөрйән районы)
Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы Ҡ.Нәркәс мөхәррирләй. |
Әбделмәмбәт мәктәбе | |
Ҡыҫҡаса исеме |
Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе |
---|---|
Директор | |
Адресы |
Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Бөрйән районы, Әбделмәмбәт ауылы |
Әбделмәмбәт мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Ҡыпсаҡ ауыл советы биләмәһендәге уҡыу йорто[1]. Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930 йылда Әбделмәмбәт ауылында башланғыс мәктәп булараҡ асыла. Беренсе уҡытыусы — Сабирйән Мөхәмәтҡолов балаларҙы үҙ өйөндә уҡыта. 1931 йылдан уҡыу элекке мәсет бинаһында алып барыла башлай.
1938—1956 йылдарҙа һәм 1965 йылдан (уҡытыу 5-се кластан алып барыла) тулы булмаған урта мәктәп. 1956 йылдан 1965 йылға тиклем башланғыс мәктәп.
1978 йылдан алып урта мәктәп.
Тәүге уҡытыусылар: Н. Бикмәтов, Н. Ғәббәсова, Ишмәтов, С. Зарипов, К.Хөснитдинов, В. Ямғурсина һ.б.
1935 йылдан алып мәктәп элек мулла С. Сөләймәновтың өйө булған ағас бинала урынлаша. 1937 йылда мәктәптең 3 бүлмәле бинаһы төҙөлә, унда 1960—1970 йылдарҙа мәктәп яны интернаты урынлаша. 1997 йылда яңы типтағы мәктәп төҙөлә.
Мәктәптә китапхана, музей, компьютер класы, спорт залы, мәктәп яны интернаты бар.
Хәҙерге көндә 2 филиалы бар:
Етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уҡытыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡарамышева(Мөхәмәтғәлина) Нәркәс Миңнеғәле ҡыҙы 1985 йылдың 21 майында Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында тыуған.
- Ғәликәев Шәфҡәт Юлай улы 1985 йылда Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында тыуған. 2003 йылда Әбделмәмбәт урта мәктәбен тамамлағас, 2008 йылда Сибай институтының "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте" бүлеген тамамлай. Шул йылда уҡ тыуған ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башлай. 2009-2010 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Артабан әлеге көнгә тиклем Әбделмәмбәт урта мәктәбендә эшләүен дауам итә.
- Ғәликәева Зифа Ғәбдулхай ҡыҙы
- Маликов Рәил Фәрүҡ улы 1954 йылдың 6 майында Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. 1961 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбенә беренсе класҡа уҡырға бара һәм 1971 йылда тамамлай. 1972-1974 йылдарҙа армия сафында Чехословакияла взвод командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә. 1975 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының география һәм биология факультетына уҡырға инә. Уны 1980 йылда тамамлап хеҙмәт юлын Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше урынбаҫары һәм география уҡытыусыһы булып эшләй башлай. 1981-1986 йылдарҙа Тимер һигеҙ йылыҡ мәктәбендә директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше урынбаҫары, 1986 йылдан Әбделмәмбәт урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Мәктәптә география, биология, химия уҡытыусыһы булып эшләй. 2014 йылдан хаҡлы ялда. 2017 йылдың ғинуар айынан район мәғариф бүлеге саҡырыуы буйынса Аҫҡар урта дөйөм белем биреү мәктәбендә география һәм химия уҡытыусыһы булып эшләй, “Хеҙмәт ветераны”. 1996, 1998 йылдарҙа Башҡортостандың Маҡтау ҡағыҙҙарына, 2001 йылда Рәсәй Федерацияһы Маҡтау ҡағыҙына, 2017 йылда «Мәғариф өлкәһендәге хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Бер ҡыҙ һәм ул үҫтерә. Ҡыҙы Гөлсинә Өфө ҡалаһында балалар баҡсаһында, улы Азамат Белорет ҡалаһында эшләй.
- Ғөбәйҙуллина(Ишимова) Земфира Ғәлимйән ҡыҙы 1981 йылдың 23 ғинуарында Бөрйән районы Мәһәҙи ауылында тыуған. Мәһәҙи тулы булмаған,Әбделмәмбәт урта мәктәптәрендә уҡый.1998-2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында башланғыс кластар факультетында белем ала. Хеҙмәт юлын Ҡолғана тулы булмаған мәктәбендә башлай һәм 2003 йылдан Әбделмәмбәт урта мәктәбендә дауам итә. Башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Бөтә Рәсәй «Һаулыҡ һаҡлау технологияларын индереү» конкурсы еңеүсеһе (2008)
- Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының «Иң яҡшы ауыл дөйөм белем биреү мәктәбе» номинацияһында еңеүсеһе (2014)
- Республика форумында «Электрон мәктәп» номинацияһында еңеүсе (2015)
- Таң гәзите, 15 июнь 2023 йыл Әбделмәмбәт мәктәбе - Рәсәй Президенты гранттары фонды конкурсы еңеүселәре араһында!
Әбделмәмбәт мәктәбе матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аманат журналы. 5 март 2002. "Аманат"тар Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбендә[2]
- Йәшлек гәзите 17 февраль 2022. Камила, беҙ һинең менән![3]
- Таң гәзите, 9 декабрь 2022 Беҙ ҙә «интернатский» булдыҡ
- Таң гәзите Еңеү менән ҡайтҡандар
- Таң гәзите. 27 апрель 2023 йыл. Әбделмәмбәт уҡыусылары проекттарҙы финанслау программаһында ҡатнаша!
- Таң гәзите.5 июнь 2023 йылҠазанда ла бирешмәгәндәр!
- Таң гәзите, 2024 йыл 10 октябрь Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары Ҡаҙағстанда ҙур еңеү яуланы!
Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Боҫҡонов Зиннур Ғүмәр улы (14 ғинуар 1972 йыл) — педагог. Рәсәй Федерацияһының Почетлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре.
- Заһитов Йәүҙәт Ғаяз улы (10.08.1978), отставкалағы эске хеҙмәт капитаны, «Рәсәй Федерацияһы Яза башҡарыу хеҙмәтенең иң яҡшы хеҙмәткәре» почётлы билдә эйәһе. Рәсәй ДОСААФ-ының Белорет өлгөлө автомәктәбе начальнигы урынбаҫары.
- Үтәбаев Инсур Рәмил улы (23.08.1979) — «Башҡортостан Республиканың мәғариф отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән (2011). Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2019). 2001—2011 йылдан алып Килдеғол урта мәктәбе уҡытыусыһы һәм директоры. 2011 йылдан алып Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры.
- Мөхәмәтҡолов Сабирйән Мөхәмәтзакир улы (1890—1934) — сәсән, ҡобайырсы, шағир, композитор, оҫта ҡурайсы һәм ҡумыҙсы, мөғәллим, мәғрифәтсе.
- Бүләкова Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы (11 апрель 1957 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2012).
- Тимашева Гөлшат Фаат ҡыҙы (1960), дәүләт хеҙмәткәре. 1988 йылдан Ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге һәм Төньяҡ-көнбайыш район-ара «Ғаилә» үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре.
Фотогалерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тимербатыр студияһы
- Мәктәп сайты. Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа д. Абдулмамбетово муниципального района Бурзянский район Республики Башкортостан(недоступная ссылка)
- Йәшлек гәзите. 9 октябрь 2015 йыл. Спорт — ул сәнғәт, оло мәҙәниәт (Гөлнур Ҡыуатова)[4]
- Таң гәзите, 18 февраль 2023 йыл. Саңғыға һөйөү тәрбиәләйҙәр
- Таң гәзите [1]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.