Әбделнасир Көрмәнкәев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбделнасир Көрмәнкәев
Тыуған ваҡыты

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Верхнеурал өйәҙе, Ҡара Табын улусы, Ыҫтамғол ауылы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 1812—?

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Наградалар һәм премиялар
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены

Әбделнасир Көрмәнкәев — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Ҡара Табын улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Ыҫтамғол ауылында йәшәгән[1].

1812 йылда Ватан һуғышы башланғас, Верхнеурал өйәҙендә 6-сы кантон башҡорттарынан 14-се Башҡорт атлы полкы ойошторола. Был полк составында Әбделнасир Көрмәнкәев хеҙмәт итә.

1812 йылдың 8 октябрендә 14-се Башҡорт полкы Һаҡмар үҙәненән ҡуҙғала һәм Һамар ҡалаһы аша үтеп Түбәнге Новгородҡа килеп етә. 1813 йылдың ғинуарында Волынь губернаһына йүнәлә, ә шул уҡ йылдың майында Варшава герцоглығына барып етә. 1813 йылдың 26 сентябрендә полк Гисгибень ауылы, 27 сентябрҙә — Дона, 29 сентябрҙә һәм 1 октябрҙә — Плауден ауылы янындағы алыштарҙа һуғыша.

1813 йылдың 6 һәм 7 октябрендәә Лейпциг янындағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша[2].

1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 1-се, 4-се һәм 5-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә. 30 һәм 31 октябрҙәге Дрезден өсөн хәл иткес алыштарҙа бигерәк тә 14-се һәм 4-се Башҡорт полктары ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә[3].

1813 йылдың ноябрендә 14-се Башҡорт полкы Магдебургты блокадалауҙа ҡатнаша, ә шул уҡ йылдың декабрендә Кёльн ҡалаһына барып етә[4].

1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 14-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота.

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]