Әбдиев Нәзир Закир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбдиев Нәзир Закир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 июль 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Бүләкәй, Подлуб ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 16 июнь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (74 йәш)
Һөнәр төрө йырсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Әбдиев Нәзир Закир улы (10 июль 1934 йыл16 июнь 2009 йыл) — опера йырсыһы (лирик-драматик тенор), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1974), Башҡортостандың халыҡ артисы (1990)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәзир Закир улы Әбдиев 1934 йылдың 10 июлендә БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Бүләкәй ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Тыуған ауылында урта белем алғандан һуң, 1961 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.

Артабан, 1965 йылға тиклем, Свердловск ҡалаһындағы Урал консерваторияһында И. П. Семёнова класында уҡый.

Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19561958 йылдар — Башҡорт радиоһы хоры артисы.

1965 — 1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Әбдиевтең көслө, матур тембрлы тауышы, артист темпераменты ватан һәм сит ил опреа классикаһында сағыу образдар тыуҙырырға булышлыҡ итә.

Концерт репертуарында — операларҙан ариялар, башҡорт композиторҙарының йырҙары һәм романстары. А. Ф. Ведерников, С. Ф. Данилюк һәм башҡа йырсылар менән гастролдәрҙә йөрөй һәм сығыш яһай.

Башҡорт шағиҙары һүҙҙәренә 100-ҙән ашыу йыр һәм романс ижад итә[2]. Бөтә Рәсәй театрҙар смотры һәм фестивалдәрендә дипломант була.

Исмәғилевтең «Салауат Юлаев» операһында йыр башлаусы Казак һәм яугир Моталлап, Салауат партияһын башҡара. 1968 йылдың 19 ғинуарында тәүге тапҡыр Салауат ролендә сығыш яһай[3], һәм музыка йәмәғәтселеге был ваҡиғаны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаршылай. Спектаклгә рецензияларҙа Салауат партияһын хисле башҡарыуы, образдың драматик асылыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына.[4]. Әбдиев унан алда тыуҙырылған вокал-сәхнә ролен, үҙ геройының күп ҡырлы характерын һәм ҡатмарлы эске донъяһын тулы итеп асыу маҡсатында, башҡарыу оҫталығын даими камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Әбдиев башҡарған Салауат партияһы бөтә спектаклдең төп ижади уңышы тип таныла. 1988 йылғы постановкала (урыҫ теленә М. Лаписова тәржемәләй), Әбдиев ижад иткән тәүсығанаҡҡа яҡынлаштырып эшләнгән либретто нигеҙ итеп алына. Нәзир Әбдиев 1988 йылдың 27 апрелендә һуңғы тапҡыр Салауат ролен башҡара[5].

Репертуары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аҡмырҙа — «Шәүрә», З. Ғ. Исмәғилев (дебют, 1965)
  • Зәйнулла партияһын тәүге башҡарыусы — «Ағиҙел тулҡындары», З.Ғ. Исмәғилев (1967)
  • Айбулат «Дауыл», Р. А. Мортазин (1969)
  • Ильяс «Замандаштар», Х. Ф. Әхмәтов, 1970)
  • Салауат Юлаев «Салауат Юлаев» З. Ғ. Исмәғилев
  • Хозе «Кармен», Ж. Бизе
  • Дон Карлос «Дон Карлос», Джузеппе Верди
  • Кенәз «Русалка», А. С. Даргомыжский
  • Юлтый «Урал илселәре»
  • Биржан «Биржан һәм Сара», Моҡан Төлебаев)
  • Марк «Торналар оса», А. А. Нестеров[6]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Әбдиев Нәзир Закир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Кино-театр. Назир Абдеев
  3. Салават Юлаев: Энциклопедия. Абдеев Назир Закирович, 27 с. /Гл.ред. И. Г. Илишев.— Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с.: ил. ISBN 5-88185-054-8
  4. Б. Михайлов. Вторая премьера «Салавата» // Ленинец, 1968, 25 январь
  5. С. Григорьев. Песнь о Салавате // Ленинец, 1977, 28 мая
  6. Кино-тнеатр. Назир Абдеев
  7. Әбдиев Нәзир Закир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Ҡалып:Тышҡы һыланмалар