Әбдиев Әхмәтйән Әбделғәлләм улы
Әбдиев Әхмәтйән Әбделғәлләм улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Һөнәр төрө | табип |
Уҡыу йорто | Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
Әбдиев Әхмәтйән Әбделғәлләм улы — табип. Башҡорттарҙан тәүге медицина докторы (1862)[1][2].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әбдиев Әхмәтйән Әбделғәлләм улы биографияһы буйынса мәғлүмәттәр аҙ.
Ҡазан ҡалаһының 1-се гимназияһында белем ала. 1856 йылда Ҡазан Император университетының медицина факультетын тамамлай[3].
1856 йылдан Башҡорт ғәскәрендә штаттан тыш табип булып эшләй[4].
Хәрби министрлыҡтың Медицина департаментының рөхсәте буйынса, 1858 йылда квалификацияһын күтәреү өсөн Санкт-Петербург ҡалаһына Император медицина-хирургия академияһына уҡырға инә. Имтихандар биреп, диссертация яҡлағандан һуң, 1862 йылда медицина докторы дәрәжәһен ала[3].
1862 йылда Ырымбур ҡалаһына участка табибы булып эшләргә саҡыртыла. Силәбе өйәҙенең (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Мәтәл ауылында, һуңыраҡ Бөрө өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы) Әсән ауылында табип булып эшләй[3].
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Асфандияров А. З. Башкирия после вхождения в состав России (первая половина XVI - вторая половина ХIХ в.) — Уфа: Китап, 2006. — Б. 379.
- ↑ Круковский М. А. Южный Урал. Путевые очерки. — М.: Изд-во К. И. Тихомирова, 1909. — 314 с. — С.283.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Абдиев Ахметьян Абдугаллямович // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 б. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- ↑ Әбдиев Әхмәтйән Әбделғәлләм улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әсфәндиәров Ә. Олатайҙарҙың бар тарихы... — Өфө, 1996.
- Асфандияров А. З. Кантонное управление в Башкирии (1798—1865 гг.). — Уфа, 2005.