Әбдрәхимов Сәғит Ҡәйүм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбдрәхимов Сәғит Ҡәйүм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1910
Тыуған урыны Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 23 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Вафат булған урыны Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]

Әбдрәхимов Сәғит Ҡәйүм улы (рус. Абдрахимов Сагит Каюмович) (1910 - 23.02.1943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се полкының химик һаҡланыу буйынса 30-сы айырым батальонында хеҙмәт итә. Гвардия ҡыҙылармеецы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәғит Ҡәйүм улы Әбдрәхимов 1910 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Темәс ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1941 йылдың 25 июлендә БАССР-ҙың Баймаҡ ҡала хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

3-сө Белорус фронтында йыл ярым химик һаҡланыу буйынса 30-сы айырым батальонда хеҙмәт итә.

1941 йылдың 27 июленән алып 7 ноябренә тиклем Ленинград фронтында 4-се гвардия уҡсылар дивизияһының 559-сы уҡсылар полкында хеҙмәт итә.

1941 йылдың 7 ноябрендә Тихвин янында һул ҡулы яралана.

1941 йылдың 24 ноябренән 1942 йылдың 1 ғинуарына тиклем Ленинград фронтының 111-се уҡсылар дивизияһының 468-се полкында уҡсы була. Волхов ҡалаһы өсөн барған алыштарҙа күкрәк ситлеге бер нисә урындан яралана.

1942 йылдың 14 мартынан 14 июненә саҡлы Калинин фронтында 20-се гвардия уҡсылар дивизияһының 57-се гвардия уҡсылар полкында хеҙмәт итә.

1942 йылдың 14 июнендә Погорелое Городище ҡалаһы (Тверь өлкәһе) өсөн барған алышта мина ярсығынан контузия ала, башы һәм ботоноң йомшаҡ урындары яралана. 1942 йылдың 9 авгусынан 1943 йылға тиклем химик һаҡланыу буйынса 30-сы айырым батальонда хеҙмәт итә. Үҙен яҡшы әҙерлекле һуғышсы итеп күрһәтә[2].

1943 йылдың 23 февралендә хәбәрһеҙ юғала[1].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбдрәхимов Сәғит Ҡәйүм улының исеме Башҡортостан баҫмаларында[4] һәм Баймаҡ районының Темәс ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ЦАМО. Фонд 33. Описе 686196. Һаҡлау берәмеге 3540.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]