Әбдрәшитов Йәғәфәр Мөхәррәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йәғәфәр Мөхәррәм улы
Әбдрәшитов
Тыуған көнө:

30 ноябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (69 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Мәләүез районы, Яңауыл ауыл

Гражданлығы:

СССР, Россия

Эшләгән урыны:

Башҡорт дәүләт университетының З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ филиалы директоры

Ғилми дәрәжәһе:

техник фәндәр докторы

Уҡыу йорто:

Өфө дәүләт нефть институты

Награда һәм премиялары


Дуҫлыҡ ордены
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы

Йәғәфәр Мөхәррәм улы Әбдрәшитов (1949 йылдың 30 ноябре, Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы, Яңауыл ауылы) — инженер-техник, техник фәндәр докторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Йәғәфәр Мөхәррәм улы Әбдрәшитов 1949 йылдың 30 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Яңауыл ауылында тыуған.
  • 1978 йылда Өфө дәүләт нефть институтын тамамлай.
  • 1971—2001 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Каустик» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләй, 1989 йылдан генеральный директор.
  • 2001 йылдан алып Благовещен ҡалаһындағы «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генеральный директоры.
  • 2011 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетының З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ филиалы директоры.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни-етештереү эшмәкәрлеге винилхлорид, эпихлоргидрин етештереү менән бәйле. Й. М. Әбдрәшитов етәкселегендә «Каустик» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә суспензион поливинилхлорид алыу процесы үҙләштерелә, дихлорэтан, трихлорэтилен, хлороформ, хлорпарафин, аллилхлорид етештереү технологиялары эшләнә, юғары эҫелектә ҡайнаусы ыҫмалалы, ҡаты ҡалдыҡтарҙы ҡайтанан эшкәртеүҙең яңы процестары индерелә. Й. М. Әбдрәшитов 40-тан ашыу фәнни-хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре, наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Техник фәндәр докторы (1998);
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған химигы (1992);
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған химигы (1990);
  • СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1989);
  • Дуҫлыҡ ордены (1999)
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1—2-се саҡырылыш депутаты.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]