Әбдрәшитов Рәил Абдулла улы
Әбдрәшитов Рәил Абдулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 декабрь 1938 (85 йәш) |
Тыуған урыны | Яңы Мораптал, Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ауыл хужалығы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Әбдрәшитов Рәил Абдулла улы (5 декабрь 1938 йыл) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы (1990—1995) һәм Башҡортостан Республикаһы 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты (1995—1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Көйөргәҙе районының почётлы гражданы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәил Абдулла улы Әбдрәшитов 1938 йылдың 5 декабрендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында тыуған.
1961 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1961 йылда Көйөргәҙе районының Киров исемендәге колхозда баш инженер булып башлай.
1967 - 1975 йылдарҙа Күмертау районының ауыл хужалығы идаралығы баш инженеры, Таймаҫ совхозы директоры.
1975 йылда халыҡ депутаттарының Көйөргәҙе район Советы башҡарма комитеты рәйесе - Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы [1]
1990 йылда Көйөргәҙе районының 232-се Ермолаевка һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп, ә 1995 йылда Башҡортостан Республикаһы 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты итеп һайлана.
1992—1999 йылдарҙа Күмертау, аҙаҡтан Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почёт Билдәһе» ордены
- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны Фәүзиә Сибәғәт ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 6.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 6
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- С ним возродился район(недоступная ссылка)