Әбдрәшит (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Әбдрәшит — ғәрәп сығанаҡлы башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ингән ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбдрәшит — «абд» һәм «рәшит» һүҙҙәрен ҡушып яһалған, «тура юлдан барыусы», ҡыйыу"" мәғәнәһендәге ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбдрәшит Бикбауов (18961938) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, уны ойоштороусыларҙың береһе, Башҡорт ғәскәренең командиры һәм адъютанты.

Фамилияларҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбдрәшитов Йәғәфәр Мөхәрәм улы (30 ноябрь 1949 йыл) — ғалим-инженер‑технолог, хужалыҡ, юғары мәктәп һәм дәүләт эшмәкәре. 1989—2011 йылдарҙа «Каустик» һәм «Полиэф» йәмғиәттәренең генераль директоры, 2011—2017 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры, бер үк ваҡытта 2011 йылдан — химия һәм химик технологиялар кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (1998). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған химигы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1989), Дуҫлыҡ ордены (1999) кавалеры.

Әбдрәшитов Вадим Йосоп улы (19 ғинуар 1945 йыл) — Рәсәй кинорежиссеры һәм педагог. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1992)

Әбдрәшитов Шамил Рәхим улы(10 сентябрь 1933 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог, ғалим, публицист. Техник фәндәр кандидаты (1976), доцент. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1983). СССР-ҙың почетлы энергетигы (1983). СССР-ҙың XI һәм XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1979—1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Октябрь Революцияһы (1976), Халыҡтар дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1985) ордендары кавалеры.

Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы (5 июнь 1954 йыл) — СССР һәм Рәсәй хирургы, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы, уйлап табыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1991). 1997 йылдан — Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы.

Әбдрәшитов Мостал Ислам улы (рус. Абдрашитов Мустал Исламович) (? — 26 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкында взвод командиры. Лейтенант.

Әбдрәшитова Нурзиә Әхмәт ҡыҙы (30 апрель 1957 йыл) — башҡорт театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012.)

Әбдрәшитов Рәил Абдулла улы (5 декабрь 1938 йыл) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы (1990—1995) һәм Башҡортостан Республикаһы 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты (1995—1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Көйөргәҙе районының почётлы гражданы.

Топонимдарҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбдрәшит (Әлшәй районы)(рус. Абдрашитово) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл.

Әбдрәшит (Дыуан районы) (рус. Абдрашитово) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ