Әбдүлмәнов Рим Сәлимйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әбдүлмәнов Рим Сәлимйән улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 7 сентябрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ғафури районы
Һөнәр төрө актёр

Әбдүлмәнов Рим Сәлимйән улы (7 сентябрь 1956 йыл) — балет артисы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рим Сәлимйән улы Әбдүлмәнов 1956 йылдың 7 сентябрендә БАССР-ҙың Ғафури районы Оло Ибраһим ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Ибраһим ауылы) тыуған.

1996 йылда Рәсәй Театр сәнғәте академияһын тамамлай (педагогтары Е. П. Валукин, Л. М. Таланкина).

1973 йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең солисы, 1989 йылдан педагог-репетиторы булып эшләй[1].

ВЭГУ доценты, Башҡорт педагогия университеты профессоры.

Ғаиләһе: ҡатыны — Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған артисы Гүзәлиә Әбдүлмәнова, 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында балет труппаһы директоры булып эшләй. Ҡыҙы Әбдүлмәнова Флүрә — Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль солисы.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рим Сәлимйән улы — «Азамат», «Гөлнәзирә», «Еҙ үксә», «Салауат», «Төньяҡ амурҙары», «Һунарсы», «Перовский» бейеүҙәрендә яңғыҙ бейеү һәм партияларҙы башҡарыусы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1983)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1998)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]