Эстәлеккә күсергә

Әбдүшев Рәфҡәт Абдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбдүшев Рәфҡәт Абдулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1923
Тыуған урыны Семёнкин, Ауырғазы районы, СССР
Вафат булған көнө 6 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Вафат булған урыны Тербун ауылы[d], Липецк өлкәһе
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание Сержант һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Әбдүшев Рәфҡәт Абдулла улы (рус. Абдюшев Рафкат Абдуллович) (1923-6.07.1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы пулемётсыһы. Сержант[1].

Рәфҡәт Абдулла улы Әбдүшев 1923 йылда БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы) Сәмән ауылында тыуа.

1929 йылда Әбдүшевтәр ғаиләһе Туймазы ҡалаһына күсенә.

Әбдүшев Рәфҡәт 1-се Туймазы урта мәктәбен отличие менән тамамлай.

1941 йылдың көҙөндә Башҡорт АССР-ы Туймазы районы хәрби комиссариаты тарафынан Дим станцияһында формалашҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.

1942 йылдың 1 майынан Брянск фронты 3-сө Армия 8-се гвардия кавалерия корпусына буйһонған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкы пулемётсыһы[1].

1942 йылдың 6 июлендә ул саҡта Курск өлкәһенә ингән Тербун районында (хәҙер РФ-ның Липецк өлкәһе) 313-сө кавалерия полкы пулемётсыһы сержант Әбдүшев Рәфҡәт Абдулла улы хәбәрһеҙ юғала[2].

1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡаҙыныу эштәре алып барып, ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен таба һәм 671 яугирҙың исемен асыҡлай. 642-се тип билдәләнгән сержант Әбдүшев Рәфҡәт Абдулла улы ла Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнә[3][4].

Әбдүшев Рәфҡәт Абдулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ҙың Туймазы районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Әбдүшев Рәфҡәт Абдулла улының исеме шулай уҡ Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы мемориал таҡтаташҡа ла уйылып яҙылған[4][6].