Әбләз (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әбләз
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Агаповское сельское поселение[d][1], Агаповка районы, Троицкий округ[d] һәм Верхнеурал өйәҙе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 330 метр
Почта индексы 457400

Әбләз (рус. Аблязово) — Рәсәй Силәбе өлкәһенең Агаповка районындағы ҡасаба. Агаповка ауыл биләмәһе составына инә.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡасаба Силәбе өлкәһенең көньяҡ-көнбайышында, дала зонаһында, Яйыҡ йылғаһының һул яры буйында, уға Ғөмбәй йылғаһы ҡушылған урындан көньяҡтараҡ, Агаповка ауылынан көньяҡ-көньяҡ-көнсығыштараҡ (SSE) яҡынса 8 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Абсолют бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 330 метр өҫтәрәк[2]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡасаба 1902 йылда Ырымбур губернаһы Пречистен казак станицаһы ерҙәрендә сығыштары Пенза губернаһындағы Әбләз ауылынан булып, Өфө наместниклығы ауылдарының береһендә тыуып үҫкән мишәр казактары тарафынан нигеҙләнә (ЦГДА. Ф.1355. Оп.1. Д.938.). Улар араһында Сембер наместниклығынан, шулай уҡ Дрожжаное ауылынан сыҡҡан кешеләр ҙә булған[3].

XX быуат башына Пенза губернаһындағы Әбләз ауылы халҡы арта бара, ер майҙандары ҡытлыҡ тыуа. Тап ошо осорҙа илдә Столыпин реформаһы үткәрелә, крәҫтиәндәрҙе күпләп күсереү башлана. Әбләз ауылы халҡы Ырымбур казак ғәскәренең икенсе бүлегенә (хәҙер Силәбе өлкәһе Агаповка районы) яңы ерҙәр үҙләштерергә китә.

1917 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Әбләз ауылы — Верхнеурал өйәҙе, Күбәләк — Теләү улусына ҡарай, 92 шәхси хужалыҡ иҫәпләнә, 394 кеше йәшәгән[4]

Ауылда XX быуаттың 30-сы йылдарына тиклем мәсет эшләгән (бинаһы әлеге ваҡытта ла һаҡланған). 1929 йылда коллективлаштырыу осоронда «Ҡыҙыл байраҡ» колхозы ойошторолған. 1970 йылдан «Агаповка» совхозының 3-сө бүлексәһе (хәҙер «Агаповка» ЯАЙ-ы).

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
2002[5]2010[6]
421399

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡасабала ир-егеттәр халыҡтың 47,1 %, ҡатын-ҡыҙҙар 52,9 % тәшкил иткән.

Милли составы

2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, халыҡтың милли структураһында татарҙар — 57 %, ҡаҙаҡтар 30 % тәшкил иткән[7].

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡасаба урамдар селтәре өс урамдан тора[8].

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡасабанан төньяҡҡа табан бер нисә саҡрым йыраҡлыҡта Силәбе өлкәһенең тәбиғәт ҡомартҡыһы Әбләз болондары урынлашҡан[9].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
  2. Ablyazovo  (инг.). GeoNames.
  3. Искандаров, Р. Краткая история татарских поселений // Оренбургские татары. — Казань, 2009. — С. 215
  4. Алфавитный список населенных мест Оренбургской губернии по данным сельскохозяйственной и поземельной переписи 1917 г. — Оренбург: Оренб. губерн. стат. бюро, 1917. — С. 26
  5. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 февраль 2016. 13 февраль 2016 тикшерелгән.
  6. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 февраль 2014. 13 февраль 2014 тикшерелгән.
  7. Коряков Ю. Б. База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России».
  8. Регионы России → Челябинская обл. → Агаповский район → Аблязово п.
  9. Аблязовские луга